Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
7 Апрель 2023, 17:15

“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”

 "Миңә Урал Насир улы менән эшләү, унан тәжрибә, тормош һабағы  алыу бәхете тейҙе. Беҙҙең күптәребеҙ, ул саҡтағы Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең йәш белгестәре өсөн, ул республикаға хеҙмәт итеүҙең, үҙ эшеңә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булды..."

“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты , Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы Урал Насир улы Бакировты 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

“Уның хаҡында мин  #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында һөйләйем. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Урал Бакиров тыуған Күгәрсен районына – Подгорный ауылы мәктәбенә эшкә килә. Ярты йылдан йәш белгесте ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар, ә өс йылдан һуң комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты секретары итеп  һайлана.

 Аҙаҡ КПСС Өлкә комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһы аспирантураһын тамамлай, диссертация яҡлай, партия өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире, аҙаҡ пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире була.

Урал Насир улы республика матбуғаты өсөн кадрҙар әҙерләүгә, ауыл хәбәрселәре хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Урал Бакировтың бай тәжрибәһе совет осоронан һуңғы йылдарҙа бик ныҡ кәрәк булды.  Ул Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ярҙамсыһы ине.  

Миңә Урал Насир улы менән эшләү, унан тәжрибә, тормош һабағы  алыу бәхете тейҙе. Беҙҙең күптәребеҙ, ул саҡтағы Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең йәш белгестәре өсөн, ул республикаға хеҙмәт итеүҙең, үҙ эшеңә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булды. Арыу-талыу белмәй эшләне, һәр саҡ яҡшы кәңәше менән ярҙам итергә әҙер ине. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ , “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнде.

Эрудициялы, уҡымышлы Урал Насир улы һәр саҡ аудиторияны үҙнә ҡарата алды. Уны тыңлау ҡәнәғәтлек тыуҙыра. Әйткәндәй, ғәҙәти тормошта ул аҙ һүҙле. Һәм бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәй, һәр эште аҙағына тиклем еткерә.

Юбилейығыҙ менән, Урал Насир улы! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйем!” - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.


“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: