Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
25 Апрель 2023, 21:07

Башҡорт гуманитар фәне абыҙы

Академик Ғайса Хөсәйеновтың титаник хеҙмәте тураһында.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың иҫ киткес күп яҡлы, күләмле, тәрән йөкмәткеле ижад емештәре башҡорт халҡының, улай ғына түгел, бөтә Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының ижтимағи фекере, гуманитар фәне, мәҙәниәте үҫешендә ифрат ҙур роль уйнаған “алтын битте” тәшкил итә.

 

Энциклопедист ғалим-әҙип

 

Алдымда, өҫтәлдә, том-том китаптар ята. Төрлө форматлы, төрлө тышлы, төрлө йылдарҙа сыҡҡан улар. Эстәлек офоҡ­тарының киңлеге, уй-фекерҙәрҙең тәрәнлеге, жанр формаларының байлығы, тел-стиль сараларының йәйғорҙай төрлө төҫтәрҙә балҡыуы менән хайран ҡалдыралар. Был китаптар менән танышҡанда, халҡыбыҙҙың рухи биографияһының быуаттар төпкөлөнә киткән тамырҙары ла, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәни мөхитенә барып тоташҡан бәйләнеш ептәре лә, милли ерлектәге үҫеш-үҙгәреш тәбиғәте лә, гуманитар фәнебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең һәм һүҙ сәнғәтебеҙҙең бөгөнгө бейеклектәре лә, киләсәккә ынтылыштары ла күҙ алдына баҫа, уйҙарға һала, фәһем алдырта, илһамландыра, яңы идеялар тыуҙырта. Үҙенән-үҙе рустың Михаил Ломоносов, татарҙың Ҡәйүм Насыри, ҡаҙаҡтың Ибрай Алтынсарин, башҡорттоң Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һымаҡ арҙаҡлы улдарының эшмәкәрлектәре иҫкә төшә. Улар кеүек үк, беҙгә ысын мәғәнәһендә төплө һәм бөйөк зиһен, юғары әҙәп-әхлаҡ һәм эстетик зауыҡ тупланмаһы булған баһалап бөткөһөҙ ғилми-әҙәби байлыҡ ҡалдырған ижадсыны заманыбыҙҙың ғәжәп киң ҡоласлы олуғ абыҙы, энциклопедист ғалим-әҙибе тип әйтмәү мөмкин түгел. Бер үҙе унлаған ғалим һәм яҙыусы эштәренә торош ғилми хеҙмәттәр, әҙәби әҫәрҙәр, популяр китаптар, йөҙәрләгән мәҡәлә яҙған, тиҫтәләрсә фән әһелен әҙерләгән, төрлө йәмәғәт эштәрен башҡарған был талант эйәһе ғүмер юлының туғыҙынсы тиҫтәһе “саҡрымдарын һанаған” сағында ла милли мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең, әҙәбиәт ғилемебеҙҙең алғы һыҙығында барыуын, киң ҡатлам уҡыусы­ларға әленән-әле яңы асыштарын, уй-фекерҙәрен, күҙәтеүҙәрен етҡереүен дауам итте. Ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән һис икеләнеүһеҙ: “Ул башҡорт донъяһын өйрәнеү өлкәһендә ысын мәғәнәһендә үҙенең фәнни мәктәбен барлыҡҡа килтергән олуғ фекер эйәһе – абыҙ булды”, – тип әйтергә мөм­кинлек биргән был шәхес – Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов. Быйыл уға 95 йәш тулған булыр ине.

1954 йылда Мәскәүҙәге Бөтә донъя әҙәбиәте институты аспирантураһынан тыуған Башҡортостанына фән кандидаты булып ҡайтҡан мәлдән алып Ғ.Б. Хөсәйенов үҙенең ижад юлын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән бәйләй, тәбиғәт биргән талантын башлыса һүҙ сәнғәтебеҙҙе тарихи һәм теоретик планда өйрәнеүгә бағышлай. Парсаларының береһендә ул тиккә генә: “Төп шөғөлөм буйынса мин – фән кешеһе, әҙәбиәт белгесе... Донъяға күберәк ғалим булып бағам”, – тип яҙмай. Ысынлап та, башҡорт филологияһының уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып ХХI быуаттың 20-се йылдарына тиклемге уңышы һәм үҫеше уның фәнни эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Ул башҡорт әҙәбиәт ғилеменең әҙәбиәт тарихы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт теорияһы кеүек тармаҡтарының “алҡынып-ташып” киң үҙәнгә сығыуына ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Уның текстология, айырыуса археография ише тармаҡтарына фәнни нигеҙ һалыусы, биобиблиография тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүсе лә ул булды. Фольклористика өлкәһендә лә ғалим күп хеҙмәт күрһәтте. Бынан тыш, ул гуманитар фәндәрҙең башҡа өлкәләре буйынса әллә күпме мәҡәлә, тиҫтәгә яҡын фәнни-популяр китаптар яҙҙы, тарихи юҫыҡтағы художестволы әҫәрҙәр ижад итте.

Ғ.Б. Хөсәйенов 1956 йылда донъя күргән мәҡәләләренең береһен “Тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тип атай. Һүҙҙең эштән айырылмауын яҡлаған һәм шуға ынтылған ғалим ошо мәҡәләһендәге тезисты артабан ысын мәғәнәһендә үҙенең ижад принцибына әүерелдерә, әленән-әле яңы идеялар һәм проблемалар менән сығыш яһай, яңы башланғыстарға юл яра. Мәҫәлән, әҙәбиәтебеҙҙең аныҡ бер арауыҡтағы идея-эстетик тәбиғәтен, уңыштарын һәм кәмсе­лектәрен, үҫеш-үҙгәреш үҙенсәлектәрен һәм тенденцияларын күҙалларға булышлыҡ иткән йыллыҡ күҙәтеү мәҡәләләрен яҙыуҙы, билдәле бер осор һүҙ сәнғәтебеҙҙең йөҙөн билдәләрҙәй күренекле әҙиптәрҙең ижад лабораторияһы серҙәрен төрлө яҡлап монографик планда тикшереүҙе ул эҙмә-эҙлекле фәнни күренешкә әүерелдереп ебәрә. Һөҙөмтәлә уның “Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре” (1957), “Заман һәм поэзия” (1964) тигән мәҡәләләр йыйынтыҡтары донъя күрә. Был йыйынтыҡтары, әллә күпме рецензиялары, йыллыҡ күҙәтеү һәм проблемалы мәҡәлә­ләре менән ул башҡорт әҙәби тәнҡитенең махсус фәнни-ижади тармаҡ булараҡ үҫешенә һәм нигеҙен һалышыуға ҙур өлөш индерә. Быны ғалим артабан “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” (1973), “Шағирҙар” (1981) тигән әҙәби тәнҡиттең төрлө жанр формаларын сағылдырған китаптары менән тағы ла нығыраҡ нигеҙләп ҡуя.

Әҙәби процесты байҡау барышында Ғ.Б. Хөсәйенов тәнҡиттең портрет жанрына айырыуса иғтибар бирә. Уның күҙәтеүҙәре тора-бара күренекле шағирҙарыбыҙ, прозаик­тарыбыҙ хаҡындағы тәнҡит-биографик очерктар, монографиялар булып үҫеп китә, бер-бер артлы “Сәйфи Ҡудаш ижады” (1959), “Халыҡ шағиры Ниғмәти” (1960), “Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады” (1963), “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим” (1965) тигән китаптары баҫылып сыға. Әйткәндәй, Башҡорт­остандағы, СССР-ҙағы ғына түгел, башҡа илдәрҙәге әҙәби процесты ла мөмкин ҡәҙәре даими күҙәтеп барырға тырышҡан ғалим 90-сы йылдарҙа халыҡ шағиры тураһындағы хеҙмәтенә яңынан әйләнеп ҡайта. Һөҙөмтәлә 1994 йылда уның “Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик” исемле ҙур күләмле монографияһы донъя күрә. Унда ғилми-әҙәби эшкә мөкиббән бирелгән, халҡының бөгөнгө һәм киләсәк рухи тормошо тураһында етди уйланған ғалимдың энциклопедик тәбиғәтле аҡыл эйәһе, эпик ҡоласлы образлы һәм ритмлы фекерләү көсөнә эйә һүҙ оҫтаһы булыуы тағы ла сағыуыраҡ күренә.

Хеҙмәттә концептуаль әһәмиәткә эйә ҡараш-фекерҙәр, күҙәтеүҙәр һәм дөйөмләш­тереүҙәр күп. Унда Мостай Кәрим ижа­дындағы төп йүнәлештәрҙең формалашыу һәм үҫеү юлдары ла, әҙәби процестың уға һәм, киреһенсә, йылдар үтеү һәм тәжрибә байыу менән уның үҙенең әҙәби процесҡа көслө йоғонто яһауы ла, был ижадтың эске үҫеш-үҙгәреш законсалыҡтары ла, ундағы миллилек һәм интернационаллек, тради­ционлыҡ һәм новаторлыҡ, концепция бө­төнлөгө һәм жанрҙар байлығы, дискус­сиялылыҡ һәм ихласлыҡ, социаль үткерлек һәм стилистик зауыҡлыҡ, шымалыҡ һәм нәфислек күренештәре лә бай миҫалдар аша дәлилле яҡтыртыла, ҙур әҙиптең башҡорт һүҙ сәнғәтенең алтын сәхифәләрен тәшкил итерҙәй төп әҫәрҙәре монографик планда үҙаллы тулайым анализлана.

Хеҙмәттәге концептуаль әһәмиәткә эйә фекер-күҙәтеүҙәрҙең береһе һәм мөһиме – халыҡ шағирының әҙәбиәт донъяһына килеү үҙенсәлектәрен, поэтик ижадының социаль һәм идея-эстетик ерлеген асып биреү. Һәр нәмә-күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың тәрән тамырҙары тормошта, заман һулы­шында, ысынбарлыҡта булыуына айырыуса баҫым яһай ғалим. Тәбиғәт биргән талант бары тормош, ысынбарлыҡ менән тығыҙ береккәндә, хеҙмәткә һәм тәжрибәгә ҡушыл­ғанда ғына тулыһынса асылып китә, ысын сәнғәт гәүһәрҙәрен тыуҙыра, тигән идея бөтә хеҙмәттә сағыла. Дөйөм методологик әһәмиәткә эйә булған “тормош – заман – шағир – шиғриәт”, “шәхси ижад һәм әҙәби процесс” юҫығындағы күҙәтеүҙәр ғалим хеҙмәтенең умыртҡа бағанаһын тәшкил итә.

 

Уҡымлы монографиялар ижад итә

 

Ғөмүмән, ошо һәм башҡа хеҙмәттәре менән Ғ.Б. Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында беренсе тапҡыр, үҙе яҙғанса, “тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тигән позициянан тороп, теге йәки был яҙыусының тормошон, ижад лаборато­рияһы серҙәрен төрлө яҡлап тарихи-ижади бер бөтөнлөгөндә асып бирергә мөмкинлек биргән тулайым идея-эстетик анализ принцибын ғәмәлгә ашырыу өлгөләрен бирә, күренекле әҙиптәребеҙ хаҡында ысын мәғәнәһендә тәрән йөкмәткеле, ентеклелек, фәнни теүәллек менән айырылып торған киң ҡоласлы, фекер-идеяларҙы, фәнни күҙәтеүҙәрҙе уҡыусы зиһененә аңлайышлы, күңеленә ятышлы итеп биреү маһирлығына эйә “хөсәйеновса” стилле, уҡымлы монографиялар серияһын тыуҙыра. Был йүнә­лештәге эҙләнеүҙәрен ул ХХI быуат башында ла дауам итә, 2008 йылда “Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады” тигән бик үҙенсәлекле композицияға ҡоролған – халыҡ шағирының китаптарын айырым-айырым анализлауға нигеҙләнгән монографияһын баҫтырып сығара. Тәж­рибәле ғалимдың ошондай новаторҙарса эшмәкәрлеге артабан уның ҡәләмдәштәре һәм шәкерттәре тарафынан дауам иттерелә. Һөҙөмтәлә М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ға­фури, Ш. Бабич, С. Мифтахов, Б. Бикбай, Ғ. Сәләм, Һ. Дәүләтшина, С. Агиш, Ә. Бик­чәнтәев, Н. Нәжми һәм башҡа әҙип­тәребеҙ хаҡында төплө фәнни китаптар барлыҡҡа килә.

Ғайса Батыргәрәй улының әҙәбиәтебеҙҙә үҙе бер күренеш булырҙай әҫәрҙәрҙе баһалап сығыш яһай барыуы, айырым әҙиптәр ижадын монографик өйрәнеүе хаҡында һүҙ алып барғанда, иғтибарҙы йәнә бер мәлгә йүнәлтмәй булмай. Мин уның әҙәбиәт ғилеменең әҙиптәр тормошо һәм ижады тураһында фәнни-ғәмәли мәғлүмәт биргән биобиблиография тармағын үҫте­реүгә тос өлөш иңдереүен күҙ уңында тотам.

1967, 1988 йылдарҙа ул ҡорҙаш әҙәбиәт белгесе М. Ф. Ғәйнуллин менән берлектә “Башҡорт совет яҙыусылары” тигән биобиблиографик белешмә баҫтырып сығара. Тәүгеһендә Яҙыусылар союзының – 101, икенсеһендә 213 ағзаһы хаҡында төплө мәғлүмәттәр туплаған был белешмә әлеге көндә лә әҙәбиәт донъяһы менән ҡыҙыҡ­һыныусыларҙың “юл күрһәткесе”, өҫтәл китабы булып ҡала килә.

Ғөмүмән, Ғ.Б. Хөсәйеновтың хеҙмәттәре ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт фәнни-әҙәби процесының үҙәгендә булды, уның иң ныҡлы, муртаймаҫ “тағандарын” тәшкил итте. Уларҙың араһында “Башҡорт совет поэзияһының үҫеш юлдары” (1968) тигән монографияһы айырым урын алып тора. Унда башҡорт шиғриәтенең 1917 йылдан һуңғы осорҙағы илле йыллыҡ идея-эстетик тәжрибә туплау тарихы уның идея-тематик һәм проблематик даирәһе, жанр-стиль тәбиғәте, милли йөҙө, башҡа әҙәбиәттәр менән бағланышы, күп быуатлыҡ бай әҙәби традицияларҙы ижади үҙләш­тереүе һәм үҫтереүе, новаторлыҡ һыҙат­тары, ҡаҙаныштары һәм кәмселектәре, һүҙ сәнғәтебеҙҙең башҡа төрҙәре һәм жанрҙары системаһында тотҡан урыны, улар менән диалектик бәйләнештәге үҫеш-үҙгәреше мәсьәләләрен бер бөтөн идея-эстетик система рәүешендә күҙаллау аша замандың социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни һулышы менән тығыҙ бәйләнештә, тари­хилыҡ принцибы нигеҙендә киң планда эҙмә-эҙлекле яҡтыртыла. Авторҙың үҙ хеҙмәтендә ижадсының шәхси стиле, осорҙоң әҙәби стилдәре, шағир шәхсиәте һәм идея-эстетик ҡараштары формалашыуы мәсьәләләрен күтәреп, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күҙәтеүҙәр яһауы, аныҡ дөйөмләштереүҙәргә килеүе лә башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында башлап әйтелгән яңы һүҙ булды. Был фундаменталь хеҙмәт Ғ.Б. Хөсәйеновтың ғына түгел, ғәмәлдә бөтә башҡорт әҙәбиәт ғилеменең дә бик етди проблемаларҙы яҡтыртырҙай ҙур тәжрибә туплай, яңы юғарылыҡҡа күтәрелә барыуын асыҡ күрһәтте. Тиккә генә ул ғалимдың 1970 йылда Алма-Атала уңышлы яҡланған докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил итмәне.

 

Халҡыбыҙҙың рухи биографияһын өйрәнә

 

Башҡорт гуманитар фәненең алғы һыҙы­ғында барған абруйлы абыҙы юғарылығына күтәрелгән академик Ғайса Батыргәрәй улының ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, бер етди мәлгә айырым туҡталып китмәү тарихи дөрөҫлөккә хилаф­лыҡ итеү булыр ине. Ул фән донъяһына килгән осорҙа беҙҙә Октябрь революцияһына тиклем СССР-ҙағы аҙ һанлы халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың профессиональ сәнғәте, яҙма әҙәби теле һәм әҙәбиәте булмаған, уларға бындай рухи-мәҙәни байлыҡты тыуҙырыу һәм үҫтереү мөмкин­леген бары Совет власы бирҙе” тигән идеологик маҡсатты алға һөргән ҡараш нығынған ине.

Ғ.Б. Хөсәйенов тарихи нигеҙһеҙ, тормош диалектикаһына ҡаршы килгән, һәр халыҡ­тың бөгөнгөһө бар икән, үткәне һәм киләсәге булыуын билдәле бер сәйәси маҡсаттарҙа күрәләтә инҡар иткән ошо стереотип ҡарашты емерергә кәрәклекте донъя цивилизацияһы, фәне һәм мәҙәниәте юғарылығынан сығып аңлау кимәленә күтәрелгән башҡорт ғалимдарының береһе һәм берәгәйе булды. Аспирантурала уҡыған осорҙа уҡ халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, рухи биографияһы тураһында мәғлүмәттәр туплай, төрлө ил вә милләт ғалим-ғөлә­мәләренең фекер-ҡараштары, концепциялары менән ентекле таныша башлаған әҙәбиәтсе 60 – 70-се йылдарҙа, иғтибарын башҡорт совет шиғриәте мәсьәләләренә йүнәлтеүен дауам итеү менән бер рәттән (“Шағирҙар”, 1981; “Башкирская советская поэзия (1917–1980)”, М., 1983), был йүнә­лештәге эҙләнеүҙәргә, уй-фекерҙәр төйөн­ләүгә ныҡлап тотона. 70-се йылдарҙа инде ул йәмәғәтселек хөкөмөнә һәр әҙәбиәттең үткәне, хәҙергеһе, киләсәге барлығын, уның үткәнен белмәй тороп, бөгөнгөһөн тәрән аңлау, хәҙергеһен киң һәм төплө күҙалламай тороп, киләсәген төҫмөрләү ситен икәнлекте сағыу күрһәткән һәм иҫбатлаған мәҡә­ләләрен, эсселарын, парсаларын, ғилми йыйынтыҡтарын бер-бер артлы сығара башлай. Уларҙа ғалим эҙләнеүҙәренең осорҙар һәм жанрҙар буйынса тағы ла тармаҡ­ланыбыраҡ китеүе, тарих төпкөлдәренә табан нығыраҡ йүнәлдерелеүе бермә-бер күҙәтелә. “Сәйәхәт дәфтәре” (1976) китабында ул башлыса халҡыбыҙҙың үткәндәге рухи биографияһы, уның идея-эстетик сығанаҡтары, этник-мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәре хаҡында уйлана, асылда бөгөнгө мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙ­ҙең тәрән тамырҙарын, традицияларын юллай. Ә “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” (1978) исемле ҙур күләмле, бай йөкмәткеле йыйынтығында инде ул уғата ла мөһим, концептуаль проблемаларҙы күтәрә һәм яҡтырта. Уның әҙәби метод, поэтика, шиғыр төҙөлөшө, традиция һәм новаторлыҡ кеүек теоретик мәсьәләләрҙе тикшереүе, айырыуса әҙә­биәтебеҙҙең үҫеш-үҙгәреш юлдары хаҡында ҙур хроникаль арауыҡта, тарихи һәм географик киңлектәрҙә, ҡаршылыҡлы ижтимағи-тарихи ерлектә, күп яҡлы һәм ҡатмарлы иҡтисади-сәйәси һәм мәҙәни бәйләнештәр фонында фекер йөрөтөүе иғтибарҙы биләй. Башҡорт әҙәбиәтен фәнни өйрәнеү тарихында беренсе тапҡыр Ғ.Б. Хөсәйенов һүҙ сәнғәтебеҙ тарихын осорҙарға бүлеп өйрәнеү мәсьәләһен ентекле яҡтырта, һәр осор әҙәбиәтенең характерлы һыҙаттарын бай дәлилле материалдар ярҙамында асып бирә, ҡыҫҡаһы, рухи биографиябыҙ тари­хының фәнни нигеҙле план-проспектын төҙөй. Шулай уҡ ул башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында башлап шәжәрәләрҙең, тәуарих­тарҙың, эпистоляр яҙмаларҙың, эш-ҡағыҙ­ҙарының тарихи-документаль ғына түгел, бәлки әҙәби-публицистик сығанаҡтар булыуын, боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт йәмғиәтендә яҙма мәҙәниәт, яҙма әҙәбиәт һәм фольклор менән бер ҡатарҙан ауыҙ-тел ижадының да ярайһы сәскә атыуын күрһәтеп, иҫбатлап бирә, шуға күрә лә “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” китабы йәмәғәтселектә ҙур резонанс уятты, киң популярлыҡ ҡаҙанды. Уның авторы хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың юғары наградаһына – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

ХХ быуаттың 70-се йылдары башынан шулай Ғ.Б. Хөсәйеновтың туған халҡының үткәндәге рухи донъяһына етди, маҡсатҡа ынтылышлы фәнни “сәйәхәте” башлана. Уның башланғысы менән һәм туранан-тура ҡатнашлығында боронғо ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы йыйыу буйынса археографик экспедициялар ойоштороу киң ҡолас ала. Һөҙөмтәлә ғәрәп графикаһындағы өс меңгә яҡын ҡулъяҙма, дүрт меңләп иҫке баҫма китап, шәжәрә, ауыл тарихтары, фольклор өлгөләре, йәдкәр дәфтәрҙәре һәм башҡа бик әһәмиәтле яҙма ҡомартҡылар туплана. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡарамағында баһалап бөткөһөҙ ошо рухи байлыҡ ерлегендә ҡулъяҙма фонд барлыҡҡа килтерелә. Хәҙер ул хаҡлы рәүештә академик Ғ.Б. Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙма үҙәк тип йөрөтөлә. Ни генә тимә, киң ҡарашлы был ғалим үҙенең тиҫтәләрсә йылдар буйы алып барған фиҙакәр хеҙмәте, бөтә күңелен һалып башҡарған шөғөлө менән үҙен бынамын тигән археограф итеп кенә түгел, иҫке ҡулъяҙма вә баҫма ҡомартҡыларҙы төпсөп өйрәнер текстолог итеп тә таныта, республикабыҙҙа археография һәм текстология ғилеменә ныҡлы нигеҙ һала. Тап ошо ерлектә ул әҙә­биәтебеҙҙең XI – XVIII быуаттарҙағы тарихын асыҡлау һәм өйрәнеү эшенә ең һыҙғанып тотона, республикабыҙ йәмәғәтселегенә уның боронғо дәүерҙән алып бөгөнгөгә тиклемге тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүҙең заман талабына әүерелеүен, көнүҙәк мәсьәлә булыуын ғилми-популяр формала аңлата башлай, башҡорт әҙәбиәтенең күп томлыҡ тарихын яҙыу идеяһын күтәреп сыға. Һөҙөмтәлә уның етәкселегендә республи­кабыҙҙың әҙәбиәт белгестәре 1975 – 1990 йылдарҙа әҙә­биәтебеҙҙең алты томлыҡ тарихын яҙыу буйынса титаник эш башҡара. Был эштең емештәре булараҡ 1990 – 1996 йылдарҙа һәр кемдең өҫтәл китабына әүерелерҙәй фундаменталь хеҙмәттәр бер-бер артлы донъя күрә. Әйткәндәй, олуғ ғалим-абыҙҙың шәкерттәре 2019 йылда әҙәбиәтебеҙ тарихының 1991 – 2015 йылдарҙағы үҫеше тәбиғәтен сағылдырған етенсе томын баҫтырып сығарыуға өлгәшә.

 

Ғалим-абыҙҙың Төп китабы

 

Бында шуны ла билдәләргә кәрәк: Ғ.Б. Хөсәйеновтың рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеү буйынса күп йылдар алып барған ошондай тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе булараҡ, 1984 йылда “Быуаттар тауышы” тигән тарихи-теоретик пландағы китабы баҫылып сыға (ул 1996 йылда “Башкирская литература ХI – ХVIII веков” тигән баш менән рус телендә лә донъя күрә). Уны, һис икеләнеүһеҙ, олуғ ғалим-абыҙҙың фәнни эҙләнеүҙәре юлындағы күңеленә иң яҡын ижад емеше – Төп китабы тип әйтер инем. Бер кешенең ғүмерендә генә түгел, бәлки тотош бер халыҡтың ғилми-мәҙәни тормошоңда ла бындай китаптар әллә ни күп түгел.

Академик Ғ.Б. Хөсәйенов һәр саҡ ғилми эҙләнеү, халҡына әленән-әле яңы фекер-идеялар еткереү юлында булды. ХХ – ХХI быуаттарҙа ул фәнни-популяр характерҙағы “Арҙаҡлы шәхестәр” серияһына “йән өрөү”гә шаҡтай ҙур өлөш индерҙе, бер-бер артлы “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев” (1991), “Ризаитдин бин Фәхретдин” (1997), “Батырша” (2005) тигән китаптарын баҫтырып сығарҙы. Тап ошондай фәнни-популяр эштәре, ижади портреттары, эсселары ерлегендә титаник талант эйәһе үҙенә халыҡ яҙыусыһы тигән шөһрәтле исемде алып килгән тарихи пландағы бынамын тигән художестволы әҫәрҙәрен тыуҙырҙы.

Ғайса Батыргәрәй улының күп яҡлы фәнни хеҙмәттәре, әҙәби әҫәрҙәре менән танышыу барышында мин һәр саҡ уның айырыуса күңел биреп эшләгән бер ҙур вә мөһим эҙләнеү өлкәһе барлығына иғтибар итә килдем. Уны башҡорт донъяһын өйрәнеү ғилеме тип атарға булыр ине. Асылда бит ул үҙенең хеҙмәттәрендә һәм әҫәрҙәрендә (бигерәк тә парсаларында) ошо ғилемдең дөйөм концепцияһын булдырыуҙы һәм бер бөтөнлөгөндә өйрәнеүҙе алға һөрә. Уның 75 йәше уңайы менән уға арнап рус һәм башҡорт телдәрендә сығарылған коллектив хеҙмәттең “Башкироведение – Башҡорт ғилеме” (2004) тип аталыуы һис тә осраҡлы хәл түгел. Был ғилем башҡорт халҡының этногенезын, тарихын, этнографияһын, фольклорын, мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен, сәнғәтен бер бөтөн система рәүешендә яҡтыртыуҙан ғибәрәт. Арҙаҡлы ғалим-әҙибебеҙ быға йәнә милли философия, этика, эстетика, культурология аспекттарын да ҡуша. Бер китабын ул тиккә генә “Башҡорт халҡының рухи донъяһы” (2003) тип атаманы. Унда башҡорт халҡының рухи тарихы, халыҡ ижады, мәғарифы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, матбуғаты айырым-айырым яҡтыртыла, бик күп яңы бурыстар ҡуйыла.

Ғ.Б. Хөсәйеновтың күп яҡлы ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, әҙәбиәт теорияһы буйынса яҙған хеҙмәттәрен телгә алмау мөмкин түгел. “Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге” (2003), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Теоретик поэтика” (2006), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Тарихи поэтика, психологик поэтика, милли шиғыр поэтикаһы” (2007), “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” (2006), “Әҙәбиәт теорияһы” (2010) – был фундаменталь хеҙмәттәр һәм һүҙлектәр теҙмәһе үҙе генә лә уның әҙәбиәт теорияһы өлкәһендә ниндәй төплө белгес булыуы хаҡында асыҡ һөйләп тора. Уларҙа ғалим Ә.И. Харисов, К.Ә. Әбүзәров кеүек әҙәбиәт белгестәренең ижад традицияларын дауам иттереп үҫтерә, яңы баҫҡысҡа күтәрә. Ә уның поэтика мәсьәләләренә арналған теоретик эштәре, асылда, беҙҙең әҙәбиәт ғилеме тарихында яңы күренеш булды.

Бөтә һәләтен фәнгә бағышлап, киләсәк хаҡына мөкиббән эшләгән, меңдән артыҡ ғилми эш, шул иҫәптән 50-гә яҡын монография, дәреслектәр яҙған, үҙенә ҡарата “беренсе”, “башлап ебәреүсе”, “асыштар яһаусы”, “яңылыҡтар алып килеүсе” кеүек эпитет-билдәләмәләрҙе йыш ҡулланырға мәжбүр иткән Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов – ысын мәғәнәһендә заманы­быҙҙың феноменаль ижади шәхесе, гуманитар фәнебеҙҙең энциклопедик ҡоласлы олуғ абыҙы ул.


Ғиниәтулла ҠУНАФИН 

Читайте нас: