Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
6 Июнь 2023, 12:09

“Йәшәһәм дә алыҫ, тыуған ерем...”

Мәскәүҙә мәғариф, фән һәм шиғриәт кисәһе гөрләп уҙҙы.

Уҡытыусы һәм остаз йылында К.Д. Ушинскийҙың педагогика тураһында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү ваҡытлы: "Педагогика фән түгел, ә сәнғәт – бөтә сәнғәттәрҙең иң киң, иң ҡатмарлы, иң юғары һәм иң кәрәклеһе. Тәрбиә сәнғәте фәнгә таяна..."

 

Кешеләр хаҡында

 

Шуға бәйле, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм республиканың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, уның урынбаҫары Илдар Бикбаев яҙыусы, ғалимә, педагог, методист, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, тәрбиә, мәғариф теорияһы һәм ысулдары, милли мәктәптәр өсөн тиҫтәләгән уҡыу әсбаптарының автор-төҙөүсеһе (бер нисә автор менән берлектә) Земфира Сәхипованың ижад кисәһен уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Байрамға әҙерлек әүҙем алып барылды, ғалимә һәм яҙыусының шиғри йыйынтыҡтары, публицистик баҫмалары, уҡыу әсбаптары ғына түгел, хатта ҡыҙҙары Мәҙинә менән Зареманың да ижади хеҙмәттәре күргәҙмәгә ҡуйылды, ижади буклеты нәшерләнде.

Земфира Сәхипованың хеҙмәт һәм ижад юлы донъялағы иң маҡтаулы эшкә – мәғарифҡа һәм фәнгә фиҙакәр хеҙмәт итеү өлгөһө. Уның педагогика фәне үҫешенә индергән өлөшө юғары профессионаллек өлгөһө булып тора. Милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу методикаһына, ике һәм күп теллелекте формалаштырыу һәм үҫтереү проблемаларына арналған ғилми тикшеренеү­ҙәрендә Земфира Ғизетдин ҡыҙы башҡорт телен, халыҡ традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Уның күп яҡлы эшмәкәрлеге – ысын патриотизм, башҡорт халҡының туған теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү һәм тоғролоҡ, Ватанға сикһеҙ хеҙмәт итеүҙең сағыу миҫалы, шуға күрә Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министр­лыҡтарының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды; Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, К.Д. Ушинский миҙалы, республикабыҙҙың С. Юлаев ордены менән баһаланды.

Кисә башланыр алдынан вәкил­лектең тамашалар залында БЮТ каналы тарафынан эшләнгән "Автограф" тапшырыуы күрһәтелде. Уның артынса сәхнәгә танылған йырсы, "Илһам" театры актеры Ринат Хәбиров, башҡорт халыҡ көйөн өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнап, сәхнәгә сыҡты, ә алып барыусы Ғайсар Ишбирҙин Земфира Сәхипованың "Ҡурайым"дың шиғри юлдарын яңғыратты:

...Башым баҫып, күҙҙәремде йомоп,

Тыңлайым да ҡурай моңдарын,

Ҡайтам тағы тыуған яҡтарыма,

Күңелемдән урап юлдарын.

Ҡурай, тиһәм, башҡорт

күҙ алдымда,

Ҡурайһыҙ ҙа башҡорт бар микән?

Халҡым менән йәштәш

 ҡурайҡайым

Ғүмер баҡый бергә көн иткән...

Ижади кисәне асып, тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республика­һының Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вази­фаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, үҙенең сығышында Земфира Ғизетдин ҡыҙының юғары ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итеп, ошо тантаналы сара менән ҡотланы, алыҫ тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡорол­тайы вәкиле Илшат Рәхмәтуллин, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев Земфира Сәхипованы ысын күңелдән ҡотланы.

Яратҡан шағирәне шатландырып, “Илһам” театрында (етәксеһе – Мәҙинә Илһамова) шөғөлләнгән балалар шағирәнең әҫәрҙәрен тасуири итеп уҡыны, саф башҡортса йырҙар башҡарҙы, ә инде өләсәһе Әнисә Динәхмәтова менән байрамға килгән Әмир Турабов, "Их, егеттәр!" бейеүен ысын сая баһадирҙарса башҡарып, бар тамашасыны таң ҡалдырҙы.

Һүҙ "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире, Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, журналист Салауат Кәримовҡа бирелгәс, ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Бай­мөхәмәтов ебәргән маҡтау ҡағыҙҙарын, сәскәләр гөлләмәһен тапшырҙы, бер нисә уҡыу йортоноң ҡотлау хаттарын, "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Ағиҙел" журналдарының да сәләмдәрен еткерҙе.

Земфира Сәхипова бик күптәрҙе юғарыға үрләтте – 20-ләп аспирант, уның ярҙамында кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡлап, инде хәҙер фән докторҙары булып китте. Шуларҙың береһе, бөтә эштәрен ташлап, яратҡан остазын тәбрикләргә килгән шағирә, педагогия фәндәре докторы Рәмзәнә Әбүталипова уҡытыусыларға бағыш­ланған шиғри юлдарын уҡығас, Стәр­летамаҡта йәшәгән шәкерттәренең дә затлы бүләктәрен тапшырҙы һәм, тамашасыларҙы шаҡ ҡаттырып, үҙәк өҙгөс моң менән башҡорт халыҡ йыры "Шәүрә килен"де башҡарҙы.

Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфө тарафтарынан Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, М. Аҡмулла, Б. Рафиҡов, З. Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ғәлиә Ғәлимова ла бер ҡосаҡ матур бүләктәр тейәп килгән, иң зат­лыһы – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ебәргән "Милләт әсәһе" билдәһелер, моғайын.

Халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова ла күстәнәс ебәреп кенә ҡалмаған, шиғри бүләк тә юлландырған. Башҡорт телендә дини календарҙар, М. Аҡмул­ла, З. Биишева, С. Юлаев, "Башҡорттоң 400 йыры", "Тыл геройҙары" һәм башҡа бихисап альбомдарҙы, йыйынтыҡтарҙы сығарыуға күп көс һалған Ғәлиә Ғәли ҡыҙы үҙе лә бар ғүмерен З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә бағышлаған шәхес, Земфи­ра Сәхипованың да балалар өсөн һәм ололарға тәғәйенләнгән бихисап йы­йынтығын нәшерләгән баш мөхәр­рир.

Сығыш яһаусылар Земфира Ғизет­дин ҡыҙының милли мәктәптәр өсөн рус теле буйынса дәреслектәр төҙөүе, 200-ҙән ашыу методик әсбап, брошюралар баҫтырыуы, Мәскәү башҡорт­тары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асыуға булышлыҡ итеүе, ә төндәрен шиғырҙар яҙыуы хаҡында оло ихтирам менән һөйләне. Сығыштар йыр-моң менән биҙәлеп барҙы. Арсен Кәримовтың моңло йырҙары, "Аҡ тирмә" фольклор төркөмөнөң сағыу милли кейемдәрҙәге сығышы тамашаға айырым биҙәк өҫтәне. Байрам кисәһен "Илһам"дың йәш актерҙары уҡыуында яңғыраған шиғырҙар дауам итте.

Ә инде сәхнә түренә Зарема менән Мәҙинә сығып, әсәләре ижад иткән шиғырҙы тәүгеһе – саф башҡорт телендә, икенсеһе үҙенең рус теленә тәржемәһен уҡып, барыһының да ихтирамын һәм һоҡланыуын яуланы. Хатта тамашасыларҙың береһе – Зәкиә исемле ҡатын: "Их, ейәндәремде алып килмәгәнмен... Мәскәү ҡалаһында тыуып үҫеп тә, саф башҡортса һөйләшә белгәндәрҙе өлгө итеп күрһәтер инем”, – тип үкенес белдерҙе.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: Земфира Сәхипованың ҡыҙҙары әсәһенең эшен лайыҡлы дауам итә. Зарема – танылған ғалимә, филология фәндәре кандидаты, төркиәтсе, Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы Тел ғилеме институтының ғилми хеҙмәткәре, "Рәсәй төркиәтселеге" журналының ғилми мөхәррире, ә Мәҙинә – яҙыусы, эмоциональ интеллект буйынса автор методикаһын эшләү менән шөғөлләнә, ул бер нисә китап авторы ла. Икеһе лә башҡортса иркен һөйләшә. Земфира Ғизетдин ҡыҙы – һөйөклө әсәй, өләсәй генә түгел, ихтирамлы ҡәйнә лә. Кейәүе Байрам Ялын, ейәндәре Искәндәр, Генар, ейәнсәре Розалина ла кисәнең уртаһында ҡайнаны, ошо тантанала ҡатнашты.

Кисәлә танылған теш табибы, Йылайыр ҡыҙы Лена Хәйбуллина ла утыҙ йылдан ашыу дауам иткән ғаилә-ара дуҫлыҡ хаҡында бик тулҡынланып һөйләне, ул байрамға ейәнсәре һәм ҡыҙы менән килгәйне.

Тамашасылар Земфира Сәхипова башҡарыуында уның үҙенең лирик һәм патриотик шиғырҙарын ихлас тыңланы, алҡыштарға күмде. Кисәлә Земфира Ғизетдин ҡыҙы ҡунаҡтарға, осрашыуҙы ойоштороусыларға – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил­легенә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппаратына, Айгөл Сакаеваға, Роза Әбүбәкироваға, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам Ришат Нурахман улы Халиҡовтың Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға, кисәне ойоштороусыларға әйткән рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды.


Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА

Читайте нас: