1975 йылда көтмәгәндә-уйламағанда мине Башҡортостан Яҙыусылар союзына ойоштороу эштәре буйынса секретарь итеп эшкә ебәрҙеләр. Комсомолда ҡәләм оҫталары менән бергә эшләргә лә тура килгәс, байтаҡ яҙыусыларҙы белгән дә кеүекмен. Оло, дәрәжәле әҙиптәребеҙҙе таныйым, әҫәрҙәре уҡылып баҫылған, әммә улар араһынан мине белгән бер-ике әҙип бармы икән? Урта быуын тигәндәренең байтағы мине күрһә, “был йөҙ таныш кеүек” тип уйлап, сәләмләп тә киткән булыуҙары бар. Ә йәш быуын – комсомол йәшендәгеләр менән апаруҡ аралашып йәшәйбеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттә булғандар ҙа аҙ түгел.
Ул замандарҙа илебеҙҙә яҙыусылар совет интеллигенцияһының иң әүҙем, иң йылдам, иң абруйлы алдынғы отряды тип нарыҡлашҡан, рәсми властар ҙа, халыҡ тарафынан да шулай тип танылған, ҡабул ителгән ижади ҡатлам ине. Һәм миңә шул өлкәлә көс-дәрт һалған, талантлы, үҙенең һүҙе, фекере булған, уларҙы күңелгә ятырлыҡ итеп халыҡҡа еткерә белгән ижадсыларҙы берләштергән Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләү бәхете йылмайҙы.
Донъяны яратып йәшәне
Идара бүлмәһендә өсәү ултырабыҙ. Идара рәйесе, билдәле драматург, Башҡортостан Юғары Советы рәйесе тигән яуаплы ижтимағи вазифа ла шул заманда уның иңенә һалынғайны, ижади мәсьәләләр буйынса секретарь – танылған шағир, драматург Рафаэль Сафин һәм мин. Улар мине электән белгәнгә күрә, эшләп алып китеүе ҡыйын булманы. Яйлап аппарат менән таныша барам. Идарала өс консультант. Береһе – 42 йәшендә генә “Арыш башағы” романы өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған, ижади олпатлығы йөҙөндә лә, йөрөшөндә лә, эш-ҡылығында ла ярылып ятҡан Фәрит ағай Иҫәнғолов (өҫтәүенә, партия ойошмаһы секретары ла). Икенсеһе – Александр Филиппов, “Туесок народных сокровищ” тигән башҡорттарға хас халыҡ кәсептәре хаҡындағы күңел йылылығын биреп яҙған китабы, шиғриәте менән ихтирам яулаған, коммунислығына ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған, XXI быуат башында Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған шәхес. Өсөнсөһө – юстиция органдарында матур, көйлө эштәрен ташлап, хикәйәләр, повестар, драмалар яҙа-яҙа бөтөнләйе менән әҙәбиәткә күскән Хәкимйән Зарипов ағай.
Союз ҡарамағында әҙиптәр ижадын халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнгән әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы бар. Уның директоры дәртле Рафаэль Ғәлиев яҙыусылар менән күп һанлы осрашыуҙар ойоштороп ҡына ҡалмай, үҙе лә йыш ҡына сәхнәгә сығып, иҫ киткес матур итеп шиғырҙар һөйләй ине. Тағы ла яҙыусыларҙың матди хәлдәрен, йәшәү-торлаҡ, ял, ижад итеү шарттары мәсьәләләрен ҡалҡытырға тейеш булған Әҙәби фонд тигән ойошма бар. Ул ойошманы фронтовик-яҙыусы Зөлфәр Фазлетдин улы Хисмәтуллин етәкләй. Мыҡты кәүҙәле, үҙе “мин башҡорт” тип ҡысҡырып торған кеүек, яңаҡ остары сығыңҡы, яҫы битле, ҡыҫығыраҡ күҙле, маңлай сәстәре яйлап-яйлап сигенә башлағас, былай ҙа киң маңлайы тағы ла ҙурыраҡ булып күренә, ҡуңырт йөҙлө, баҫалҡы, тоноғораҡ тауышлы был ағайҙы төрлө әҙәби сараларҙа күргәнем бар ине. Хәҙер инде яҡындан танышам.
1923 йылдың йәмле йәйендә Көньяҡ Урал түбәһендә тау-таш араһында, йырлы Ағиҙел ярын төйәк иткән Сермән ауылында донъяға килгән. Күрәһең, бала саҡтан уҡ белемдең нимә икәнен күңеле менән аңлаған, уҡырға тырышҡан. 18 йәшендә ул Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм ул ваҡытта башҡорттар араһында һирәк осрай торған профессияға – таусы һөнәренә эйә була. Тик уға был тармаҡта эшләргә тура килмәй. Миллиондарса ир-ат кеүек, уны ла Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәте ҡойоно үҙ эсенә өйөрөлтөп алып инеп китә.
Зөлфәр Хисмәтуллинды тәүҙә пулемет взводына ебәрәләр, бер аҙҙан отҡор егеткә танк ротаһы командиры бурысын йөкмәтәләр. Ә бурыс та, яуаплылыҡ та ифрат ҙур. Һуғыш заманында танк командиры була, рота составында өсәр танкты берләштергән өс взводҡа етәкселек итә. Шулай итеп, йәш кенә командирға 10-лап танк, танк экипаждарындағы 60-лап кеше яҙмышы тапшырыла. Уның ротаһы һәр алыштан еңеүсе булып сыға. Ул Белоруссияны, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинғаса барып етеү ҙә яҙған булған уға. Батыр яугирҙе яралар, контузиялар ҙа урап үтмәй. Уның ҡаһарманлығы – ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ул. Шәхси батырлыҡ һәм хәрби хеҙмәттәрҙе белеп ойоштороп, оҫта етәкселек иткән өсөн бирелгән булған, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар менән билдәләнгән.
Әлбиттә, быларҙы һүҙгә һараныраҡ, тәүге танышҡанда уҡ үтә тыйнаҡ, ипле, илтифатлы булып күренгән, асылда – шулай ҙа, Зөлфәр ағай үҙе һөйләмәне. Былар хаҡында ойоштороу эштәре буйынса секретарҙың ҡарамағында булған яҙыусыларҙың “Личное дело” папкаһынан уның “Делоһын” алып уҡып белдем.
Һуғыштан ҡайтҡас ул әҙерәк партия органдарында эшләп алып, 1947 йылда башкөллө журналистика, әҙәбиәт донъяһына сума. Тәүҙә “Совет Башҡортостаны”нда эшләй, 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, уны “Ленинсы” гәзитенә яуаплы секретарь итеп раҫлайҙар.
1955 йылдан ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен “Һәнәк” журналына бағышлай. Бер йыл әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгәндән һуң, бүлек мөдире итеп күсерәләр, бер аҙҙан “штаб-начальнигы” – журналдың яуаплы секретары итеп үрләтәләр. Һуғыштан һуң әҙәбиәт донъяһын үҙ иткән Зөлфәр ағайҙың ижады ваҡытлы матбуғатта эшләгән осорҙа бермә-бер әүҙемләшә. 1959 йылда “Тау шишмәһе” тип аталған беренсе хикәйәләр китабы донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы нәшер ителгән “Ауыл ситендәге өй”, “Яңы күршеләр”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Таң алдынан” йыйынтыҡтары уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.
Баҡһаң, уның менән танышҡан ваҡытта Зөлфәр ағай ете китап авторы, “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемде йөрөткән шәхес булған икән. Ә үҙе ниндәй ябай, тормошто яҡшы белгән, кеселекле лә, булдыҡлы ла, ярҙамсыл да, кешеләрҙе ихтирам иткән дә инсан. Тәү ҡарашҡа битарафыраҡ күренгән, аҙағыраҡ белдем, көслө контузия эҙемтәһе шундайыраҡ була икән – бер ҡолағы ишетеңкерәмәй, башы үҙе әйткәнсә, даими, бер туҡтауһыҙ шаулай, фронтовик ағайыбыҙ бер ваҡытта ла һаулығына зарланғанын ишеттермәне, донъяны яратып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәне. Бынамын тигән ғаилә: уңған, аҡыллы, сабыр, һөйкөмлө ҡатын – бик күптәрҙең ихтирамын яулаған Азалия апай, һәр береһе төплө – улы Роберт, ҡыҙҙары Ғәлиә, Зөлфиә – Зөлфәр ағайҙың шатлыҡ-ғорурлығы ла, хәстәре лә, таяныс-терәүҙәре лә, ныҡлы тылы ла ине.
Хикәйәләр оҫтаһы
Зөлфәр ағайҙың ижадында төрлө жанрҙарға урын табыла ине. Филология фәндәре докторы, ғалим Миҙхәт Фазылйән улы Ғәйнуллин Зөлфәр Хисмәтуллинды ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы тип баһалаған. Хикәйә, повестары ыҡсымлығы, тормошсанлығы менән үҙенә тартып торҙо.
Батыр яугир-фронтовик ҡәһәрле һуғышта үҙе күргән-белгәнен, тойған-кисергән хистәрен, ҡатнашҡан алыш-ваҡиғаларҙы ла ҡағыҙ битенә төшөрә. “Таң алдынан” повесында төп ваҡиғаларҙы автор үҙенә яҡшы таныш, һуғыш саҡрымдарын һанай башлаған саҡта хеҙмәт иткән хәрби берәмек – пулемет взводының фронттың алғы һыҙығында тотҡан пландарында таң алдынан көтөлгән ҡанлы алышҡа әҙерләнгән төнөн һүрәтләү аша бәйән итә. Һуғыш тураһында яҙылған был әҫәре һуғыш – оло афәт, үлем, хәсрәт, күҙ йәше, аҡҡан ҡыҙыл ҡан, етемдәр, емеректәр, харабалар ғына түгел, ул туптар һөрөмө менән ҡапланған ҡояш-күк тә, аҡтарылған, йыртҡысланған, йәнһеҙләндерелгән, аҫты-өҫкә килтерелгән Ер ҙә, тәбиғәт иңрәүе, һыҡтауы ла, кешелек йәшәйешенең төп нигеҙҙәрен юҡҡа сығарыу ҙа – һәр кемдең күңеленә барып етә, йөрәген өтөп ала. Уҡыусы әҫәрҙең тәүге “...Туғай буйлап шаян ел йүгерә. Ул әле иртәнге һалҡынса һауала кинәнгән ысыҡлы ағас япраҡтарын барып һелкетергә тотона, әле тимгелләндереп үлән баштарын һыйпап үтә...” һөйләмдәрен уҡығас та ҡапыл һиҫкәнеп китә.
Әҫәр һуғыш тураһында лабаһа, ә был юлдар шундай һиллек, тыныслыҡ, наҙ, иркәләү, өмөт, ышаныс бөркә, йәшәйеш тәбиғәтенә һыйышмаҫҡа тейеш һуғышты инҡар итергә, тормошто яратырға өндәп, тере тип, автор оҫталығына аптырап ҡуя. Уның оҫталығы үҫмерҙәр, мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә лә асыҡ күренә. Зөлфәр ағайҙың бер шаршаулы комедияларын, скетчтарын иһә 50-60-сы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек дәррәү үҫеп сыҡҡан үҙешмәкәр коллективтар, театр түңәрәктәре, һәүәҫкәр артистар көтөп ала ине. Зөлфәр ағай Хисмәтуллиндың ижадын өйрәнеүселәр бер тауыштан әҙиптең ижад маһирлығы юмор һәм сатира өлкәһендә ныҡ күренде тип билдәләй.
“Һәнәк” журналында эшләгәндә йыйған аҡылын ул оҫта итеп уҡыусыға ла еткерә. “Сатирик үҙе күтәргән күҫәктең ике башлы икәнен хәтерҙән сығарырға тейеш түгел”, – тип киҫәтә ул. Күптәр быны үҙенсә “дөрөҫ” аңлай, шуға ла сатира әҙәбиәт майҙанынан төшөп ҡала килә. “Фельетон яҙыу – айыу өңөнә инеп, уны фотоға төшөрөп алыу менән бер, – тип дауам итә ул. – Ул үҙенең нимә эшләргә йыйынғанын белә, ә айыуҙың нимә эшләйәсәген күҙ алдына килтерә алмай”. Яҙышырға теләгәндәр быныһын да һеңдерә – бөгөнгө көндә фельетон жанры юҡҡа тиң. Ә яҙыусының тормошобоҙҙа тулып ятҡан йәмһеҙ күренештәрҙе, кире типтар – юхалар, әрәмтамаҡтар, шымсылар, ике йөҙлөләрҙең ҡылыҡ-ғәмәлдәрен асып һалған әҫәрҙәре ул заманда телдән-телгә, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа еткерелә ине.
Үҙе лә тәржемә менән шөғөлләнгән тынғыһыҙ әҙиптең хикәйәләре рус, азербайжан, украин, үзбәк, татар, сыуаш телдәрендә лә уҡыусыларына барып етте.
Ҡара, ана, ниндәй ут-һыуҙарҙы кискән, дары еҫен, тәмен татып “туйғанса” йотҡан, әсеһен-сөсөһөн күргән мәхшәр ҡамауында ла кешелеклеген һаҡлап, йәмғиәт талабына яуап бирерҙәй иң яҡшы тағы ла нығыраҡ үҫтергән һәм уны йомарт таратҡан тәжрибәле ағай менән осраштырҙы мине яҙмыш. Шунда уҡ тартылдым уға. Ул да мине үҙ күрҙе, тәүге көндән үк яҡын итте. Зөлфәр ағай йыш ҡына: “Тәлғәт, мин һине улым кеүек күрәм”, – тип әйткеләп алыр ине. “Ә ниңә, беҙҙең ара – 19 йәш, ә ун туғыҙҙа бик күптәр атай була бит”, тип һүҙҙәрен нығытып ҡуйыр ине.
Көндәлек эштәребеҙҙе йыш ҡына Зөлфәр ағай менән бергә атҡарабыҙ. Һинеке, минеке тип тормай, уның “пирожковозы”на ултырабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Уның менән эшләүе еңел – йә Өфө тулы таныштары, йә кеше менән һөйләшә белеүе ярҙам итеп тора. Уның менән йөрөп күп нәмәгә өйрәндем, ул да мине нисек йәшәргә, тормош ҡорорға, уның менән ниндәй мөнәсәбәт урынлаштырырға, кешеләр менән ниндәй мөғәмәләлә булырға – барыһына ла нотоҡ һөйләп түгел, ә йәнле тормошта өлгө күрһәтеп өйрәтте.
Яңы бер эшкә – баҡыйлыҡҡа күскән яҙыусыларҙың йәшәгән йорттарына иҫтәлекле таҡтаташтар, ҡәберҙәренә һәйкәл ҡуйыуға тотонмаҡ булдыҡ. Зөлфәр ағайҙың ул эштәр өсөн материал, гранит, мәрмәр, рәссам-скульпторҙар, финанс эҙләү-табыуҙағы күрһәткән ныҡышлығы үҙе бер асыҡ дәрес ине. Тәүге һәйкәл классигыбыҙ Сәғит Агиш ҡәберенә ҡуйылды. Артабан был эш яйлап системаға һалынды. Ул үҙенең кешеләргә гел яҡшылыҡ эшләргә тигән тормош ҡағиҙәһенән саҡ ҡына ла тайпылмайынса, изгелек ҡылды. Яҙыусыларға һәр саҡ “ижад йортона барырға ваҡыт етте”, “ҡайһы ижад йортона юллама кәрәк?”, “һинең ярҙамға мохтаж сағың, ахырыһы, ярҙам һорап ғариза яҙ”, “юбилейыңа ниндәйерәк бүләк яҡшы булыр?” тип һәр ҡәләмдәштәрен дә, йәш ижади ҡурпыларҙы ла ҡайғыртыр ине.
Ҡайһы ваҡыт донъя мәшәҡәттәрен – баҡсаһын, умарталарын ситкәрәк шылдырып, эш аҙағына табан минең бүлмәгә килеп инә. Шахмат таҡтаһы өҫтәлгә ҡуйыла, уның янында дәртләндергес “зәм-зәм һыуы” ла килеп ҡуна.
Рәхәтләнеп шахмат уйнайбыҙ, ирендәребеҙҙе тешләп сылатабыҙ, иркенләп һөйләшәбеҙ. Аралашҡанда иһә уның шәп психолог та, педагог та икәнлеген белдем. Бер мәл иртән бүлмәгә килеп инде лә: “Бәй, күсмәнеңме ни әле?” – тип һораны. “Ҡайҙа?” – тигәс, “Радионан Сәғитов Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары итеп раҫланды, тинеләр ҙә”. Шаярта ағай. Ул көндә, ысынлап та, Ғәбит Вәлит улы Сабитовтың урынбаҫар итеп раҫланыуы тураһында хәбәр ителде. Зөлфәр ағай, яңылыш ишеткән кеше булып, минең күңелгә ниндәйҙер мая һалырға булғандыр, көсөм етерҙәй оло маҡсат ҡуйыуымды теләгәндер.
Яҡты эҙе ҡалды...
Берҙән-бер көн яҙыусы ағайым ҡәтғи рәүештә: “Тәлғәт, ҡыҙым Ғәлиәнең туйында һин тамада булырһың”, – тине. “Һуң минең бер ниндәй ҙә тәжрибәм юҡ. Ана, күпме яҙыусыбыҙҙың тамада булғаны бар. Шуларҙы тәғәйенлә”, – тинем. “Юҡ, һин бынамын тигән итеп уҙғарырһың”, – тине. Ҡайҙа бараһың? Ризалаштым. Ныҡ ҡына әҙерләндем. Туй матур үтте. Билдәле драматург Ибраһим Абдуллиндың табын аҙағында “Бөгөн яңы тамада тыуҙы. Әйҙәгеҙ, уның өсөн тост күтәрәйек” тип мине ҙурлап та ебәреүе Зөлфәр ағайҙың ниндәй уйлап эшләгәнен күрһәтте. Берҙән, мине әҙиптәр ҡорона яҡынайтыуға, коллективҡа тиҙерәк тәрәнерәк индереүгә йүнәлтелгән булһа, икенсенән, һәр саҡ үҙ көсөңә ышанып ҡарау кәрәк, тигән фекерҙе нығыта.
Бер шахмат уйнап ултырғанда кешене ҡайғыртыусан өлкән дуҫым (шулай тип әйтә аламдыр, тим) “Һин баҡса өсөн ер алдың да, берәй нәмә күтәреп ҡуйырға уйлайһыңмы?” – тип һорап ҡуйҙы. “Уйлайым да ул...” “Шунан?” “Башҡа бер нәмә лә килмәй бит әле”. “Кабинетыңда көтөп кенә ултырһаң, килмәҫ тә. Былай итәйек. Райондарға сығып, бура-фәлән эҙләштерәйек. Иң тәүҙә минең ауылым Сермәнгә барайыҡ, бәлки, берәй нәмә осратырбыҙ”, – тине. Ике көндән төнгө поезға төшәбеҙ, тип әйтеп ҡуйҙы. Һәм беҙ Зөлфәр ағай менән юлда: “Урал ҡаяларын киҫеп сыҡҡан” (Ғ. Сәләм), яңыраҡ ҡына төҙөлөп бөткән Белорет–Шишмә тимер юлынан көнсығышҡа ҡарай елдергән поезда. Күңел тулы өмөт, ихлас әңгәмә, төнгө Урал, Башҡортостан матурлығы... Барып еттек Сермәнгә. Зөлфәр ағай унан-бынан белештерҙе лә, колхоз бухгалтерияһында эшләгән ике туған ҡустыһының яңы ғына бура буратҡанын асыҡлағас, уларға киттек. “Мин уны быҙауҙар өсөн тип буратҡайным. Ул бәләкәй, дүрткә дүрт кенә”, – ти хужаһы. Шулай ҙа Зөлфәр ағай уны һатырға күндерҙе. “Үлсәме тап-таман. Ә һин тағы бурарһың. Ағас өҫтөңә ауып тора бит”, – тине. Бер аҙҙан ул бура, баҡсала ҡайҡайып, Зөлфәр ағайҙың төҫө булып ҡалҡып та сыҡты...
...2000 йылдар башында яҙған бер мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: “Кем ул Зөлфәр Хисмәтуллин?” – тигән һорау ҡуя ла, “...бөгөнгө яңы быуындың, йәш әҙәбиәт һөйөүселәрҙең уны белеп бөтмәүе лә бик ихтимал, – тип дауам итә, – сөнки был әҙиптең беҙҙең аранан китеүенә лә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән”. Һәм Зөлфәр ағай менән бергә эшләп алған билдәле шағирыбыҙ мәҡәләнең башынан аҙағына тиклем уның хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә, йәштәрҙе оло әҙип, ысын кеше менән таныштыра. Башҡа күптәр ҙә оло йөрәкле был шәхесте баҫылған да, баҫылмаған да хәтирәләрендә яҡшы яҡтан ғына хәтергә ала. Ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асҡанда ла, уның исемен тыуған ауылы Сермәндәге бер урамға биргәндә лә.
Ҡәҙерле Зөлфәр ағайыбыҙҙың алтмышын да тултырып өлгөрмәй беҙҙең аранан киткәненә инде 40 йыл да үткән. Ҡәҙим уҙаман һымаҡ, ағайыбыҙ һәм, ғөмүмән, был донъяла яҡты эҙ ҡалдырып, мәңгелеккә киткән шәхестәребеҙҙең хәтерен даими яңыртып тороу зарурлығын тойоп, күңел талабынан сығып яҙылды был юлдар. Зөлфәр ағайҙың унынсы китабы 1990 йылда донъя күрҙе. Китапты төҙөүсе яҙыусының хәләл ефете Азалия апай Хисмәтуллина уны “характерлы кеше” тип исемләгән. Был кинәйәле исем юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Унда яугир, әҙип, талантлы шәхес, шәп кеше Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллиндың холоҡ-фиғеле, булмышы сағыла.
Р.S. Күңелгә ятышлы хәбәр таратты ошо көндәрҙә интернет селтәре: Зөлфәр Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, ауылдаштары уҡыусылар конференцияһы үткәргән. Шөкөр, бик шөкөр... Бәлки, башҡа ерҙәрҙә лә иҫкә алғандарҙыр әле...
Тәлғәт СӘҒИТОВ