Ирек Кинйәбулатовтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш: ул киң билдәле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең аранан китеүенә быйыл ете йыл уҙҙы. Иртәгә, 15 июлдә, Ирек Лотфый улына 85 йәш тулыр ине.
Армиянан – университетҡа
Ул Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы һуғышта һәләк була. Үҙҙәренең ауылында – башланғыс, күрше Иҫке Бәпестә урта мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла: дүрт йыл Ҡара диңгеҙҙә Хәрби-диңгеҙ флотында, Атлантик океанда илебеҙ сиген һаҡлау, именлекте яҡлау буйынса бурысын тоғро үтәй. Ябай матростан хәрби караптың рулевойҙар старшинаһы дәрәжәһенә күтәрелә.
Ирек хеҙмәт иткәндә лә яҙышыуын ташламай – хәрби округ гәзитендә хәбәрҙәре, мәҡәлә һәм шиғырҙары баҫыла, комсомол тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә. Хәрби хеҙмәттәге һәм йәмәғәт эшендәге уңыштары өсөн старшина Ирек Кинйәбулатов ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм Грузия комсомол ойошмаһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Уның исеме Ҡара диңгеҙ флоты хәрби карабының Почётлы кенәгәһенә индерелгән.
Ошондай шаулы, ҡайнап торған матрос тормошонан һуң ул туп-тура баш ҡалабыҙ Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына килә, тарих һәм филология факультетына уҡырға инә. Кисәге матрос өсөн йәнә шаулы, күңелле студент тормошо башлана.
1967 йылда БДУ-ны тамамлап, башта Башҡортостан радиоһында, унан “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында эшләй. Бер йылдан уны гәзиттең үҙ хәбәрсеһе итеп республиканың көньяҡ-көнсығышына – Сибай төбәгенә күсерәләр. Үҙ хәбәрсе булып эшләү дәүерендә (12 йыл) Ирек Кинйәбулатов гәзит биттәрендә Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы халҡының тормош-көнкүреше, социаль-ижтимағи хәле тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, очерк һәм мәҡәләләр даими рәүештә баҫтыра. Был йылдарҙа уның шиғырҙары һәм поэмалары айырым китап булып донъя күрә. “Баҫыу юлы” (1970) һәм “Сыйырсыҡтар бала осора” (1973) китаптары сығыу менән талантлы йәш шағирҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.
Һәр кемде ауыҙына ҡаратты
Ирек Кинйәбулатовтың тыуған ер, атай-олатайҙар төйәге, изгелек менән ҡаһарманлыҡ тураһындағы шиғырҙарын балалар ҙа бик яратып уҡый, яттан һөйләй. Мин быға үҙем күп тапҡыр шаһит булдым. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар, Иҫке Бәпес, Һәүәләй, Ибраһим, Ҡарлыман һәм башҡа ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашҡан әҙәби кисәләрҙә, асыҡ дәрестәрҙә яҡташтары Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарын яттан һөйләгәндәрен ишеттем. Шундай матур итеп тасуири уҡырға кемдәр өйрәтә икән, тип һоҡланғаным да булды. Ә инде осрашыу бөткәс, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да сират тороп Ирек ағайҙарының китаптарына автограф яҙҙырып алыуҙарын күрһәгеҙ! Бына инде хәҙер, үкенескә ҡаршы, Ирек Кинйәбулатов та беҙҙең арала юҡ, әммә шағир иҫтәлеге һәр йортта, һәр мәктәптә ҡәҙерләп һаҡлана.
Ул балаларҙы үҙенә ҡарата белә торғайны. Ниндәй районға, ҡайһы мәктәпкә барһаң да, Ирек Лотфый улына һүҙ бирелеп, сығышын башлаған тәүге һүҙҙәрен әйтеү менән һәр кемдең иғтибарын шунда уҡ үҙенә йәлеп итә. Гүйә, сал сәсле был сәсән ҡарт тыңлаусыларҙы тылсымлы һүҙе менән арбап ала: “Элек беҙ уҡығанда мәктәбебеҙгә шағир йә яҙыусы килһә, иң шатлыҡлы көн була торғайны. Дәрестәр өҙөлә, бер кемдән бер нимә лә һорамайҙар, “икеле” билдәһе ҡуймайҙар. Ауыҙ асып шиғыр тыңлап тик ултыраһың. Әҙәби осрашыу оҙаҡҡараҡ һуҙылһын тип, яҙыусы ағайҙарға йә апайҙарға төрлө һорауҙар бирәбеҙ әле...
Шулай беҙҙә лә бер мәрәкә булғайны. Мәктәбебеҙгә күренекле яҙыусы Фәрит ағай Иҫәнғолов килде. Ул – яҡташыбыҙ. Һөйләй башланы, бер хикәйәһен уҡыны. Сәхнәнең алдында ғына иҙәндә ултырған бер бала ҡул күтәрә лә күтәрә. Фәрит ағай: “Һорауыңды аҙаҡ бирерһең”, – тип уны әллә нисә мәртәбә туҡтатып та ҡараны. Бына яҙыусы һөйләп бөткәс, теге ҡул күтәреп арыған малайға ҡарап: “Йә, һорауыңды бир инде”, – тине. Теге малай: “Ағай, аҙаҡтан кино буламы?” тине, күҙен дә йоммай...”
Балаларҙың иләҫ-миләҫ күңелен бик тиҙ яулап алырлыҡ ябай ҙа, мәрәкә лә һүҙҙәрҙе Ирек Лотфый улы ҡайҙан ала торған булғандыр инде, әммә сығыштары бер ваҡытта ла ялҡытманы. Киреһенсә, тыңлаған һайын тыңлағы килеп кенә торор ине...
Шиғриәт илендә Ирек Кинйәбулатов үҙен иркен тойҙо. Шиғырҙары халыҡсан, ябай, образдарға бай, тапҡыр телле һәм тос фекерле. Арҙаҡлы шәхестәргә арнауҙары ла һәр береһе ижади портрет кимәлендә, камил эшләнгән булыуҙары менән күңелде арбай. Һүрәтләү объекты булған кешенең үҙенсәлекле, характерлы һыҙаттарын бик тапҡыр тотоп алып художестволы дөйөмләштереүгә өлгәште.
Ижады лайыҡлы баһаланды
Уның сағыу ижады хөкүмәтебеҙ тарафынан хаҡлы рәүештә баһаланды. Әүҙем ижады һәм тынғыһыҙ әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде (2001), “Замана тауышы” тигән китабы 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, шағир – Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).
Ғәзиз төйәге – Ҡырмыҫҡалыһы хаҡында ла бик күп шиғыр, матур-матур йырҙар ижад итте ҡәләмдәшем. Уларҙы бында теҙеп һанап сығыу хатта мөмкин дә түгелдер: донъя күргән һәр яңы китабында тыуған яғына арналған шиғыры булыр ине. Һуңғы осорҙа илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре һәм легендар батырҙары Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа монументаль һәйкәл ҡуйылыу айҡанлы өр-яңы шиғырҙар яҙҙы.
Ирек Кинйәбулатов, Ҡырмыҫҡалының почётлы гражданы булыу менән бергә, ысын мәғәнәһендә, тыуған яғының патриоты ла булды. Районда үткәрелгән байрам-тантаналарҙың, төрлө сараларҙың береһенән дә ҡалмай ҡатнашыр, үҙенең йөрәк һүҙен әйтер, ялҡынлы шиғырҙарын яңғыратыр ине арҙаҡлы уҙаман.
Ирек Лотфый улының дуҫтары ла күп булды. Ул ҡайһы тарафҡа барһа ла, үҙен танып белделәр, һәр ерҙә лә ихлас көтөп алдылар. Ҡазанда, Шишмәлә, Сибайҙа йә Туймазыла, Илештә йә Салауатта үҙ кеше ине. Шуғалыр ҙа:
Эй, кешеләр! Һеҙгә ашығамын,
Бармы икән миндә эшегеҙ?
Мин бит һеҙһеҙ – бер кем түгел ерҙә,
Мин бит кеше түгел – кешеһеҙ.
Күҙҙәремдә – һеҙҙең ҡыуаныстар,
Хәсрәтегеҙ – минең алҡымда.
Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар,
Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар, –
тип яҙҙы шағир һәм һуңғы һулышынаса үҙенең ошо девизына тоғро ҡалды. Ул кешеләр менән йәшәне, кешеләр өсөн йәшәне. Халҡын күтәрҙе, замандаштарын ололаны, йырҙарында данланы.
Шағир һаман да беҙҙең менән: шиғырҙары күңелдәребеҙҙе йылыта.
- Ҡәҙим АРАЛБАЙ