Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
22 Август 2023, 12:20

Бөртөкләп йыйыла... хәтер

Ватанға тоғро хеҙмәт итте.

Ҡыуатовтарҙың ғаилә архивынан.
Фото:Ҡыуатовтарҙың ғаилә архивынан.

Кеше хәтере үҙе өсөн хәүефһеҙ ысулға эйә – оноторға һәләтле, тиҙәр. Исемдәр, ваҡиғалар, даталар горизонт аръяғына инеп юғала, тиерһең. Етмәһә, хәтер үҙе өсөн кәрәкле ғәмәлдәрҙе генә иҫендә ҡалдырыусан, ләкин Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов осрағында улай мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулыр ине. Башҡортостандың данлыҡлы улы, һәләтле ойоштороусы, тәжрибәле етәксе һәм парламентарий булараҡ, тыуған республикаһы өсөн бик күп эш башҡарҙы.

 

Һәр ғәмәле – юғары кимәлдә

 

Дамир Ҡыуатов 1933 йылдың 20 ию­лендә Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Уның тоҡомо Ватаны өсөн бик күп билдәле хәрби етәкселәр, табиптар һәм дәүләт эшмә­кәрҙәре биргән алпауыт Ҡыуатовтар нәҫеленә ҡарай. 1948 йылда Д. Ҡыуатов ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Ырымбур өлкәһендәге татар һәм башҡорт педагогия училищеһына инә. Унда ул әҙәбиәт һәм музыка менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә өйрәнә. Әммә техник һөнәр алыуға теләге бик ҙур булғанлыҡтан, училищены ташлай һәм Ейәнсура районының ул саҡта атаһы директор булған Абҙан урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә.

1957 йылда Одесса технология институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Берҙәш иген ҡабул итеү предприятиеһында техник етәксе булып башлай. Артабан Бөрө, Мәләүез элеваторҙарында баш инженер, Өфө иген продукттары комбинатында баш инженер урынбаҫары була.

1963 йылдан – ул Сибай элеваторының баш инженеры, һуңынан директоры була. Ҡыуатов етәкселегендә элеватор республикала ғына түгел, ә бөтә илдә иң ҙур һәм уңышлы эшләгән әҙерләү предприятие­ларының береһенә әйләнә.

Бер аҙ ситкәрәк китәйек әле. Беҙ бала саҡта Дамир Мөҙәрис улы атайым һәм өлкән ағайым эшләгән Сибай элеваторы директоры ине. Беҙ предприятие эргәһендәге “Элеватор” урамында йәшәнек. Йәй көнө мәктәп уҡыусылары участкаларҙа эшләне, биләмәләрҙе һеперҙе, келәттәрҙе таҙартты, ә көҙөн ололарға баҫыуҙан иген ҡабул итергә ярҙамлашты. Предприятиела барған бөтә эш тә беҙгә таныш һәм билдәле ине. Бәләкәй саҡтан элеватор балалары ураҡ кампанияһында ҡатнашты, иген әҙерләү хеҙмәтен үҙ елкәһендә татып белде. Ураҡ эштәренә һалдаттар килеүен, иген тейәгән машиналарҙың автоколоннаһы ағылыуын хәтерләйем…

Сибай элеваторының икенсе сираты төҙөлгәндә бында бөтә Советтар Союзынан килделәр. Бала-саға өсөн был үҙе ҙур ваҡиға ине! Ҡеүәтле корпустар беҙҙең күҙ алдында ҡалҡып сыҡты. Шулай ҙа миңә ни өсөндөр элеваторҙың иҫке бинаһы яҡыныраҡ. Ял көндәрендә, кеше аҙыраҡ булғанда, атайым беҙҙе ошондағы тимер баҫҡыс буйлап өҫкө ҡаттарға алып менә торғайны. Беҙ ҡоштар осҡан бейеклектән ҡалаға ҡарап һоҡлана инек.

Әлбиттә, ул йылдарҙа ла кемдең етәксе икәнен онотманыҡ. Директорҙы атайым дежурлыҡ иткән ҡапҡа эргәһендә йәки ҡайҙалыр клубта, ашханала күреп шөрләй, күҙенә күренмәҫкә тырыша торғайныҡ. Уның тауышы ла киҫкен, ҡарашы ла үткер ине шул. Дөрөҫ, төҙөлөшкә бөтә илдән халыҡ йыйылғанда уларҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу, туҡландырыу һәм элева­торҙың эшенә етәкселек итеүҙә дирек­торҙың иңенә ниндәй ҙур йөк һалынғанын бала саҡта, тәбиғи, аңламағанбыҙ.

– Кешенең тормоштан китеүенә күберәк ваҡыт үткән һайын, ул кеше нығыраҡ идеаллаштырыла, тиҙәр. Был фекер менән ниндәйҙер дәрәжәлә килешергә мөмкиндер, ләкин үҙемдең иремде идеал итеп хыяллана алмайым, ул ҡәҙимге кеше ине. Шулай ҙа кәмселектәренә ҡарағанда, һағынып һөйләрлек өҫтөнлөктәре күберәк булды, – тип хәтерләй Эльмира Нафиҡ ҡыҙы Ҡыуатова. – Ситтән ҡарағанда, ул ғорур, тәкәббер кеүек ине. Үҙҙәре шундай булған кешеләргә генә ошолай күренгәндер ул. Ғәмәлдә Дамир Мөҙәрис улы ҙур яуаплылыҡ тойғоһона эйә ине, башҡа­ларҙан да шуны талап итте. Кеше үҙенә үҙе баһа бирергә, бурысын билдәләргә, нимәгә хәленән килә икәнен асыҡларға тейеш, тип иҫәпләне ул.

Һәр заманда ла Ҡыуатовтар нәҫеле Ватанға тоғро хеҙмәт итте, белемгә ынтылды, күптәр ғалим, табип, инженер, уҡытыусы булып китте. Дамир Мөҙәрис улы был данлыҡлы ғаиләнең бәҫен арттыра төштө. Юғары кимәлдәге етәксе булараҡ, ул бөтәһен дә тейешенсә эшләргә тырышты.

 

Дәлилдәр дөрөҫөн һөйләй

 

1982 йылда Д.М. Ҡыуатов “Башкирхлебопродукт” берекмәһенә етәксе итеп тәғәйенләнде. Идара итеү һәм хужалыҡ эштәренән тыш, ул ғилми хеҙмәт менән дә шөғөлләнде. Донъяла беренсе тапҡыр игенде ныҡ йылытылған быу менән киптереү, үҫемлек сеймалынан микробиологик аҡһым алыу буйынса яңы ысулдар тәҡдим итте. 1991 йылда ул республиканың әҙерләүҙәр министры вазифаһын биләне, ә 1993 йылда уны “Башкортостанхлебопродукт” берекмәһенең генераль директоры итеп ҡуйҙылар.

Пенсияға сыҡҡас та Дамир Ҡыуатов йәмәғәт һәм ғилми эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнергә кереште. Өфөлә Ырымбур технологик университетының филиалын асыуҙы һәм республиканың аҙыҡ сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүҙе ойошторҙо. 1995 – 2005 йылдарҙа филиалдың директоры, профиль һөнәрҙәре уҡытыусыһы булды, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, кафедра доценты вазифаһын башҡарҙы. Ошо йылдарҙа ҡиммәтле микробиологик аҡһым – арзан үҫемлек сеймалынан биотрин алыу ысулы булдырылды. Ул тиҫтәләрсә ғилми хеҙмәт, монография һәм мәҡәләләр баҫтырҙы, уйлап табыуҙарға авторлыҡ танытмалары һәм патенттар алды.

2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына күсте, шунда уҡытты, докторлыҡ диссертацияһын яҡланы, профессор дәрәжәһенә күтәрелде. Ғүмеренең һуңғы йылдарында, ауыр сирле булыуына ҡарамаҫтан, Ҡыуатовтар нәҫеленең тулы шәжәрәһен төҙөп, “Үткәндәргә сәйәхәт” тигән автобиографик китап баҫтырып сығарҙы.

Мине иң аптыратҡаны – уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән кесе хеҙмәт­тәштәре. Уның хәтер көнөндә һәр саҡ бергә йыйылалар, өлкән хеҙмәттәштәрен иҫкә алалар, Дамир Мөҙәрис улының 55 йыл бергә йәшәгән ҡатыны менән осрашалар.

Элек Башҡортостандың әҙерләүҙәр министры урынбаҫары, бөгөн иген әҙерләү системаһы ветераны Миңзәки Минәс улы Мөҙәрисов хәтерләй:

– 1991 йылда иген эшкәртеү һәм иген ҡабул итеү берекмәһе Башҡортостан Республикаһының Әҙерләүҙәр министр­лығы итеп үҙгәртелде. Министр итеп Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улын тәғәйен­ләнеләр, ә мин оҙаҡ йылдар уның урынбаҫары булдым. Ике йыл үткәс, министрлыҡ “Башкортостанхлебопродукт” акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелде. Ошо йылдарҙа беҙҙең тармаҡ бик күп үҙгә­рештәргә һәм реформаларға дусар ителде, ҡатмарлы һәм данлыҡлы юл үтте. Башҡортостандың иген әҙерләү системаһы етәксеһе булып эшләгән осорҙа Дамир Мөҙәрис улының элеваторҙарҙың булған ҡеүәттәрен реконструкциялау, яңы предприятиелар төҙөү, иген киптереү процесын камиллаштырыу буйынса иҫ китмәле ҙур эш башҡарыуы бәхәсһеҙ.

Моғайын, бөгөн кемдәрҙер ул замандағы эштең нисек ҡыҙыу барғанына ышанмаҫ. Әммә дәлилдәр дөрөҫөн һөйләй. 1985 йылда элеваторҙар, Дәүләкәндә тирмән комбинаты төҙөлөштәре башланды, Өфөлә, Стәрлетамаҡта тирмән һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтарында реконструкция барҙы. Бөтәһе 387 мең тоннанан ашыу һыйҙырышлы яңы элеваторҙар сафҡа индерелде, улар иҫәбендә – Ҡарлыман, Бөрө, Благовар, Ергән, Нефтекама, Илеш, Аҡкүл предприятиелары. Мәҫәлән, Дәүләкән иген продукт­тары комбинатын төҙөү, Өфөләге, Стәр­летамаҡтағы һәм Сибайҙағы тирмән заводтарын үҙгәртеп ҡороу республикалағы икмәк һәм туҡмас онона ҡытлыҡты бөтөрҙө. Яңы объекттар комплекслы юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырылды.

1986 йылда игендең тулайым йыйымы алты миллион тоннанан ашыу тәшкил итте. Уларҙың өс миллион тоннанан ашыуы дәүләт ырҙындарына (элеваторҙар, иген ҡабул итеү пункттары, икмәк продукттары комбинаттары) килтерелде. Бөтә был иген ҡабул ителергә, киптерелергә һәм тулыһынса боҙолмай һаҡланырға тейеш ине.

 

Алһыҙ-ялһыҙ…

 

Икенсе бер ваҡиғаны ла хәтергә төшөрә алам. “Башкортостанхлебопродукт” аппараты ғына ла республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре менән иген ҡабул итеүгә биш меңдән ашыу килешеү төҙөнө. Беҙҙең Дамир Мөҙәрис улы тармаҡтың бөтә етәкселәрен һәм белгестәрен ауыл хужалығы предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, халыҡты иген продукттары менән тәьмин итеү буйынса мөһим бурысты уңышлы хәл итергә көйләй белә ине шул. Был беҙҙе, эшселәрҙән алып етәкселәргә тиклем, республика хаҡына алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт вахтаһында торорға бурыслы итте.

Силәбе өлкәһе Һатҡы районының Сулея элеваторының элекке директоры Вәлит Айрат улы Мәжитов хәтерләй:

– Беҙ Дамир Мөҙәрис улы менән 15 йылдан ашыу бергә эшләнек. Иген әҙерләүҙәр системаһына мине ул алып килде. Ә уның менән Ейәнсура районында колхоз рәйесе булараҡ таныштыҡ. Осрашыуҙа ул миңә, тәжрибәле етәксе булараҡ, үҙем өсөн яңы тармаҡҡа күсергә тәҡдим итте. Игенде үҫтерә беләбеҙ, ә бына уны эшкәртеү минең өсөн таныш түгел, тигәс, стажировкаға саҡырҙы. Стәрлетамаҡ районындағы Аллағыуат элеваторында директорҙың сифат буйынса урынбаҫары булып ярты йыл ғына эшләп өлгөрҙөм, мине Сулея элеваторына етәксе итеп тә саҡырҙылар.

Беҙ Башҡортостандың биш төньяҡ-көнсығыш районын хеҙмәтләндерҙек. Бында дымлы яҡ, иген үҫтереүе ауыр. Тап шул йылдарҙа Дамир Мөҙәрис улы мине игенде дөрөҫ ҡабул итергә һәм эшкәртергә өйрәтте. Тәүлегенә 700 тонна эшкәртергә һәләтле ҡатнаш аҙыҡ заводы эшкә ҡушылғанда һәм элеваторға реконструкция үткәргәндә, уның ярҙамы айырыуса ҙур булды. Дамир Мөҙәрис улы үҙ эшенең оҫтаһы һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡы кеше булараҡ хәтеремдә ҡалған. Уға 60 йәш тулғанда фатирҙарында булғанда аптырауға ҡалдым: улар бер ҙә бай йәшәмәй икән. Билдәле ғалим, шундай киңлектә етәксе уңайлы шарттарҙа көн күрергә хаҡлы бит.

Эштә ул үҙенә лә, беҙгә лә талапсан булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға дипломатия, ҡатмарлы урындарҙы урап үтеү һәләте етмәй ине. Ҡайһы берәүҙәр уның тура һүҙлелегенән ҡурҡты һәм был ҙур етәксене нисек тә булһа ситкә этергә тырышты. Шул системаның машинаһы уны ла тирмән ташына эләктерҙе. Тәбиғи, ул быны ауыр кисерҙе, һаулығы ла ҡаҡшаны. Ләкин, көслө кеше булараҡ, Дамир Мөҙәрис улы төшөнкөлөккә бирелмәне һәм ғүмеренең аҙағына хәтлем оптимист булып ҡалды. Ул фән һәм мәғариф өлкәһендә ныҡлап шөғөлләнергә кереште, Өфөлә Ырымбур технология институтының филиалын асты һәм уҡытыусылыҡ эшен алып барҙы. Миндә лә ул ғалим һәләтен асты, бының өсөн уға ҙур рәхмәт.

Юғары кимәлдәге етәксе һәм үҙ Ватанының гражданы булараҡ, ул һәр эште аҙағынаса еткерергә тырыша ине. Дамир Мөҙәрис улының хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Октябрь Революцияһы ордены менән баһаланды. Ул Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамо­таһына, күп миҙалдарға лайыҡ булды, БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланды.

Тиҫтә йылдан ашыу инде Дамир Мөҙәрис улы беҙҙең арала юҡ (2012 йылдың 31 октябрендә вафат булды, Өфөлә ерләнде), әммә кешеләрҙең хәтерендә ул тере шәхес булараҡ һаҡлана. Уның менән бергә элекке замандарға ҡайтып әйләнергә мөмкин, айырыуса уның “Үткәндәргә сәйәхәт” китабы ярҙамында. Ғилми хеҙмәттәр һәм асыштар, шәхси иҫтәлектәр, Ҡыуатовтар нәҫеленең тулы шәжәрәһе булған был уникаль баҫмаға уның эшен дауам итеүселәр лайыҡлы баһа бирер, тип ышанам.

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА

Читайте нас: