“Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй.
Президенттың тыуған көнө уңайынан уның илебеҙҙең именлеге һәм суверенитеты тураһында даими хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Владимир Путин етәкселегендә Рәсәй, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап һәм милли бойондороҡһоҙлоҡто хуплап, халыҡ-ара аренала көслө һәм абруйлы була башланы.
Рәсәй Президентының йүнәлеше илебеҙҙең суверенитет һәм үҙбилдәләнеш принциптарына нигеҙләнгән тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путин етәкселегендә Рәсәйҙең үҙенең территориаль сиктәрен һәм милли мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлауы, һәр илдең суверенитетын хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән ғәҙел донъя тәртибенә ынтылыуы менән ғорурланабыҙ.
Президентыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм оҙаҡ йылдар әүҙем һәм уңышлы эшмәкәрлек теләйем!
Беҙ һеҙҙең менән бергә булғаныбыҙға ғорурланабыҙ, Владимир Владимирович!
Рәсәй һеҙҙең менән бергә, дөрөҫлөк беҙҙең менән!”
Фото: Максим Забелин сәхифәһенән