Өфөнөң мосолман зыяратында Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин күренекле дәүләт эшмәкәре ҡәберенә сәскә һалды.
Башҡортостандың беренсе Президенты 2023 йылдың 11 ғинуарында оҙайлы ауырыуҙан һуң 88 йәшендә вафат булды.
Белеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы, унда бер нисә йөкләмә бирелде.
Шулай уҡ 11 ғинуарҙа Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Республика йортонда Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ".