Мәскәү ҡалаһында ауыл биләмәләре башлыҡтары “Бәләкәй Ватан – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаша.
Ике көнлөк эшлекле программа бай: был федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашлығында панель дискуссиялар, алдынғы эксперттар менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, тәжрибә уртаҡлашыу. Милләт-ара берҙәмлек, илһөйәрлек тәрбиә биреү, бәләкәй Ватанға, тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләү, Ғаилә йылы һәм йәштәр араһында ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Форум ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үтә. Был хәҙерге Рәсәй тарихында тәүге ҙур сара, ул илдең 89 субъектынан – Камчатканан Калининградҡа тиклем – бәләкәй ауылдарҙан һәм ҙур ҡалаларҙан 7,5 мең муниципалитет башлығын берләштерҙе.
Белорет районынан барған делегация өсөн ул икеләтә иҫтәлекле ваҡиғаға әйләнде. Форум барышында улар яҡташтары, “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһының авторы һәм алып барыусыһы Павел Зарубин менән осрашып, фотоға ла төштөләр.
Павел Александрович Зарубин 1981 йылдың 7 сентябрендә Белорет ҡалаһында тыуған. Малай бәләкәйҙән тарих һәм әҙәбиәт менән мауыға. Рус классикаһы уның айырыуса ҡыҙыҡһыныуын уята.
Гуманитар предметтарға һөйөү малайға мәктәпкә тиклем үк буласаҡ һөнәрен билдәләргә ярҙам итә. Ул журналист булырға ныҡлы ҡарар итә. Ата-әсәһе улының идеяһын тулыһынса хуплай, уны иң яҡшы уҡыу йорттарының береһенә бирә.
Зарубиндың сағыу карьераһы тап мәктәп стеналарында башлана. Юғары кластарҙа талантлы егет стенгазеталар сығарыу менән шөғөлләнә. Параллель рәүештә ул эшкә урынлаша – “Белорецкий рабочий” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе була.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Павел Зарубин журналист булыу идеяһынан баш тартмай. Ул Екатеринбургка китә, унда А.М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетына уҡырға инә.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң “Четверка” коммерция медиакомпанияһына урынлаша. Йәш һәм амбициялы журналист яңылыҡтар мөхәррире вазифаһын ала, шулай уҡ алып барыусы була.
Төбәк кимәлендәге уңыш Павел Зарубинға Мәскәүгә юл аса. Тиҙҙән ул баш ҡалаға барып, унда карьера баҫҡысы буйлап күтәрелә: ВГТРК-ла эшләй һәм даими рәүештә Россия-1 телеканалы эфирында күренә. 2005 йылда Зарубин ил етәкселегенең эшмәкәрлеген яҡтыртыусы профессиональ журналистар берләшмәһенә инә. Уны хатта "президент журналисы" тип тә йөрөтәләр.
Берләшмәгә ҡушылыу Павел Зарубинға карьераһын тағы ла нығыраҡ үҫтерергә мөмкинлек бирә. Талантлы журналист төрлө командировкаларға йөрөү, шулай уҡ сит ил сәйәсмәндәренән интервью алыу мөмкинлегенә эйә була. Уларҙың күбеһе – дәүләт башлыҡтары.
Билдәле яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Алена Күсәрбаеваның сәхифәһенән алынды.