Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
7 Февраль , 11:00

Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды

Бөгөн Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына – 90 йыл. 

Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды

Яҡшы: һөйөнә белеү, күңел нурың

Кеше йөҙөндә лә балҡыһа;

Абынғанда – аяу, йығылғанда таяу

Була алһаң илең, халҡыңа.

(Зәйнәб БИИШЕВА).

ХХ быуат аҙағы – ХХI быуат башында Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй тормошон яңыртып ҡороу осоронда бар көсөн сарыф иткән, үҙенең ҡиммәтле идеялары, үткер фекерҙәре менән халыҡ хәтеренә инеп ҡалған Мортаза Рәхимовтың тыуыуына иртәгә, 7 февралдә, 90 йыл тула. Юғары вазифалы етәкселәрҙең рәсми ҡарары менән түгел, ә яҡшыны ямандан айыра белгән ябай хеҙмәт кешеләре тарафынан ил ағаһы тип нарыҡланған ул.

Ауыр тормошто күреп үҫә

1980 йылдар. Быға тиклем һәүетемсә генә йәшәп килгән илдә тормош тыныс­һыҙлана башлаған осор. СССР-ҙа барған ығы-зығыға халыҡ борсола төштө, кеше күңелендә шөбһә тыуҙы. Илгә ауыр һынау килде. Тап ошондай аңла­йышһыҙ заманда, бәхеткә күрә, Башҡорт­останға етәкселек итеү Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ышанып тапшырылды. Күгәрсен районының Тәүәкән (Сәнкем) ауылында тыуып үҫкән ауыл малайы – үҫмер йәшенән үк Ватанын, ерен, халҡын ысын мәғәнәһендә һөйгән кеше ошондай ҡыйыу аҙымға батырсылыҡ итте.

Кем уйлаған, ваҡыт үтеү менән ҡыҙыл мәсет биләмәһендәге төпкөл генә ауылдан, халҡы­быҙҙың ғорурлығы булып, ябай завод эшсеһенән Башҡортостандың иң ҙур нефть эшкәртеү заводының генераль директоры вазифаһына тиклем күтәрелгән шәхес үҫеп етер, тип. Был – уның илебеҙгә хеҙмәт итеүенең һөҙөмтәһе.

Мортаза Рәхимовтың бала сағы иң ауыр дәүергә – һуғыштан һуң илде тергеҙеү осорона тура килә. Ул Ғөбәйҙулла менән Ғәлимәнең икенсе балаһы булып тыуған. Һуғыш афәте Рәхимовтар ғаиләһен дә урап үтмәй – Ғөбәйҙулла Рәхимов та һуғышҡа алына. Ул йылдарҙа һәр кемдең башына төшкән яҙмыш. Әммә шатлыҡлы мәл – Еңеү көнө килә. Атайҙарын улар землянкала ҡаршы ала. Ауыр яраланып ҡайтыуына күп тә үтмәй, ул эшкә тотона, сөнки ауыл халҡына кисекмәҫтән ҡатмарлы тормош шарттарын аҙ булһа ла еңеләйтергә, емерелгән ауылды аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Ул ошо эшкә күп көс һала, хеҙмәт кешеһенең ҡәҙерен белгән, үҙ булмышын халҡы яҙмышы менән бәйләгән намыҫлы етәксе була. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, атаһының ил өсөн эскерһеҙ, намыҫлы хеҙмәтен күреп, ул дәүерҙәге ауыл кешеһенең ауыр тормошон атаһы менән бергә кисереп, күңел төбөнә һалып ҡуйғандыр инде.

Ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Мортаза Рәхимов, әсәһенең иҫке-моҫҡо сепрәктән ҡо­рамалап ҡулдан тегеп биргән моҡсайына әҙ-мәҙ булған уҡыу әсбаптарын тултырып, байтаҡ ҡы­на ерҙә ятҡан Йомағужа ауылына йәйәүләп уҡырға йөрөй. Бергә белем алған, һуңынан Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры булып киткән айы­рылғыһыҙ дуҫы Александр Филипповтың: “Ул – башҡорт класында, мин урыҫ класында уҡыныҡ. Оҙон буйлы, алсаҡ йөҙлө, ихлас, тик күп һөйлә­мә­не, уйсан, эшлекле, ғәҙел, кешелекле, уҡыуға ты­рыш булды”, – тип һөйләүе Мортазаның килә­сәген алдан төҫмөрләгәнен күрһәтә.

Ҡатмарлы осорҙа етәкселек итә

Илдә ҡатмарлы осор. Дәүләт етәк­селегенә кеше яҙмышын ысын федерализм нигеҙендә тергеҙеү мәсьәләһен дөрөҫ хәл итеү өсөн көрәш осоро. Был ауыр һәм бик яуаплы мәсьәләне хәл итеү ул ваҡыттағы Юғары Совет иңенә төшә. Тап ошо ваҡытта, 1990 йылдың апрелендә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡорт АССР-ының Юғары Советы рәйесе итеп һайлана. Быға тиклем ул СССР-ҙың халыҡ депутаты, ә съезда СССР Юғары Советы ағзаһы булған.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы съездарҙа бик күренеп бармай, микрофонға ла ынтылмай. Әммә ул сараларҙа төрлө төбәк депу­таттарының сығыштарын тыңлап, сәйәси яҡтан тәжрибә туплай, алдағы эшендә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура киләсәген асыҡ күрә, сөнки ул быға тиклем үҙен производство кешеһе тип тойоп, сәйәси мәсьәләләргә бик иғтибар итеп бармаған була.

Рәйес булыуҙың беренсе көнөнән үк алдына ҙур бурыстар ҡуя. Шулар араһынан иң тәүҙә Рәсәй биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың сәйәси-иҡтисади тормошон нығытыуҙың зарурлығына иғтибар итә. Был Рәсәй өсөн һәм республиканың иҡтисади-социаль тормошон яйға һалыуҙа ҙур этәргес көс, дөрөҫ аҙым буласағын иҫбатлай.

Халыҡтар дуҫлығын нығыта

Ул Башҡортостан Республикаһының киләсәген тик Рәсәй составында күрә һәм ошо йүнәлештә ҙур эштәр башҡара.

– Бынан 500 йылға яҡын элек алынған рус менән башҡорт халҡының дуҫлыҡ грамотаһына, ата-бабаларыбыҙ антына хыянат итеү беҙҙең халыҡҡа хас түгел. Етмәһә, ул – тарихи документ. Бөгөн республикалағы халыҡ-ара татыулыҡ илдә ҙур өлгө булып тора. Рәсәйҙә һәм республикаларҙа йәшәгән төрлө милләт араһында ныҡлы дуҫлыҡты, бер-берең менән яҡшы мөнәсәбәтте һаҡлау, үҫтереү беҙҙең төп бурыс булырға тейеш. Бының Рәсәйҙе булдырған милли республикалар, өлкә һәм крайҙарҙағы һәр милләт халҡының төрлө яҡлап үҫешенең нигеҙе икәне асыҡ, – тип белдерә ул беренсе сығышында уҡ.

Артабан, уныңса, иң мөһиме – һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен, талабын, мөрәжәғәтен иҫтә тотоп, уға ҡолаҡ һалыу, йәмәғәтселек фекерен яҡлау, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итә белеү. “Бының өсөн милләт-ара дуҫлыҡты, иҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау, илдә ныҡ­лы тәртип, яуаплылыҡ булдырыу – төп мәсьәлә, әммә был эш еңелдән түгел. Ә Башҡортостан һәр саҡ Рәсәй менән бергә булған һәм буласаҡ. Башҡорт менән Рәсәйҙең яҙмышы уртаҡ”, – ти Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Мортаза Рәхимов юғары вазифалағы эшен республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәнфәғәтен яҡлауға ҡоролған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән башлай. Хөкүмәттең эшен яҡшыртыуҙа төп юл – демократияны үҫтереү, тимәк, СССР халыҡтарының тигеҙ хоҡуҡ­тарын булдырыу. 1990 йылдың 11 ок­тябрендә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртеп ҡорола, һәм был көн Республика көнө тип иғлан ителә. Был иһә республика биләмәһендә йәшәгән һәр кем, милләтенә, диненә, сығышына һәм башҡаға ҡарамайынса, тулы хоҡуҡлы булып иркен үҫергә, милли, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға һәм яҡлауға яңы мөмкинлектәр бирә.

Ыңғай тәжрибә

Ошо ваҡыттан Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙ ниәтен – Башҡортостан халҡының көнкүрешен хәстәрләү эшенә ең һыҙғанып тотона. Үҙәктән алыҫ ятҡан райондарға, айырыуса быға тиклем иғтибарҙан ситтә ҡалған көньяҡ төбәктәргә иғтибарҙы күберәк бүлә. Юлдар төҙөлә, бигерәк тә Белорет районының тау-урмандары араһында был мәсьәләне хәл итеүгә ҙур көс һалына. Шулай уҡ ауылдарға газ үткәреп, көнкүреш шартын яҡшыртып, халыҡты ҡыуандыра.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикаға идара иткән йылдарҙа яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорттары күпләп төҙөлә. “Минең йортом” программаһы буйынса ауылдарҙа яңы йорттар ҡалҡып сыға. 

Башҡортостан Президенты үткер сы­ғыштары, эшенә ҡарата ихласлығы, еренә тоғролоғо һәм фәһемле идеялары менән Рәсәйҙең башҡа төбәк етәкселәре араһында абруй ҡаҙана. Республика күп башлан­ғыстарҙа өлгө була. Был тәжрибә башҡа төбәктәргә лә таратыла.

 

Ябай ҙа, талапсан да

Ул бик ябай, шул уҡ ваҡытта бурысына яуаплы, талапсан ине, шуның өсөн ҡатылыҡ күрһәт­кән саҡтары ла булды. Эшенә яуапһыҙ, һүлпән ҡараусыларҙы яратманы. Үҙе лә һәр ваҡыт хеҙмәт бурыстарына бик етди һәм принципиаль ҡараны, юғары вазифаларҙағы чиновниктар алдында ярамһаҡланманы, кешелекле булды. Ә бит ул идара иткән осор илебеҙ өсөн иң ауыр һәм буталсыҡ заман ине. Шундай кө­сөргәнешле сәйәси-иҡтисади хәл-торошта, төрлө һынауҙар алдында юғалып ҡалманы, мәсьәләләрҙе лайыҡлы хәл итеү юлдарын тапты.

Республиканы һаҡлап ҡалды

1993 йылдың 12 декабрендә Мортаза Рәхимов Башҡортостандың беренсе Президенты итеп һайлана. 1998 йылдың 14 июнендә Мортаза Ғөбәйҙулла улы икенсе тапҡыр һайлауҙа еңеүгә өлгәшә, ә инде 2023 йылдың 21 декабрендә өсөнсө тапҡыр уға ышаныс белдерелә.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, Президентлыҡ дәүерендә ул үҙенең көслө рухлы булыуын, бөтә ауырлыҡтарҙы тарта алыуын күрһәтте. Уның төп маҡсаты СССР тарҡалған осорҙа республиканы һаҡлап алып ҡалыу ине. Башҡортостанда йәшәгән барлыҡ милләт вәкилдәрен тиң күреүҙе талап итте. Республиканы тиңдәр араһында тиң итеп үҫтереүгә тырышыуҙың бер ысулы булды был ҡараш.

Ул осорҙа ҡалаларҙа йәшәгән йәш белгестәрҙең көнкүреш шарттарына айырыуса иғтибар йүнәлтелде – улар өсөн тотош ауылдар төҙөлдө, шәхси өйҙәр һалыуға мөмкинлектәр булдырылды. Был иһә йылдар дауамында дөйөм ятаҡтарҙа интеккән мәғариф, сәнғәт һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән йәштәребеҙгә, билдәле вәкилдәребеҙгә йәшәү шарттарын яҡшыр­тыуға юл асты. Ауыл­дарҙан килгән йәш­тәребеҙ ерле, өйлө һәм ашлы булды. Улар бөгөн дә шул ауылдарҙа йәшәп, донъя көтә, балалар үҫтерә, ең һыҙғанып эшләй.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкселек иткән ваҡытта, өс-дүрт йыл самаһы булһа кәрәк, транспортта бушлай йөрөнөк. Күрше өлкә­ләрҙә халыҡ интеккәндә, беҙ ҡытлыҡ күрмә­нек. Уларҙың беҙгә поездарға тейәлеп килеп, аҙыҡ-түлек алып ҡайтыуҙары әле лә иҫтә.

Былар бөтәһе лә уның хеҙмәт кешеһен хәстәрләүе тураһында һөйләй. Шуға ла Мортаза Ғөбәйҙулла улының “Башҡортостан – минең яҙмышым” тип әйтеүе бер ниндәй ҙә арттырыу түгел, ә күңелдән сыҡҡан һүҙҙәр. “Һәр ваҡыт үҙемде Башҡортостан халҡы алдында бурыслы итеп тоям”, – тиеүе лә уның эшенә ни тиклем яуаплы ҡарауын һәм эске күңеленең бай булыуын күрһәтә. Уның йәшәү мәғәнәһе кеше яҙмышына иғтибарлы, ғәҙел булыу ине.

Мортаза Рәхимовҡа ике-өс ҡатлы, алтын менән ялатылған йыһаз ҡуйылған зиннәтле һарай ҙа кәрәкмәне. Ул бер әңгәмәһендә хәбәрсенең һорауына: “Минең ҡатыным, улым бар, өс бүлмәле фатирым, ҡулымда эшем бар, машинам бар, миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй”, – тигәйне. Ысынлап та, шулай булды. Ул бөтә бәхетен кешеләрҙең шатлығында күрҙе. Эшенән киткәс тә, иле, халҡы яҙмышы өсөн борсолоп йәшәне. Ул: “Мин бер ҡайҙа ла китмәйем, минең илем, халҡым, тамырым бында – үҙ еремдә. Тамыры ҡороған ағас тиҙ йығыла, ә минең тамырымды ҡоротҡом килмәй”, – тигәйне. Үҙ илендә ҡалып, халыҡҡа ярҙам күрһәтеүен дауам итте. Ауыр хәлдә ҡалған ҡарттарға, ҡаты ауырыуҙарға ярҙам итте. Дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсаһы һалды, уларға ремонт үткәрҙе, уның ярҙамында мәсеттәр, сиркәүҙәр ҡалҡып сыҡты.

Халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр

Тыныс йоҡла, Ил ағаһы. Һинең ил өсөн эшләгән изге ғәмәлдәрең мәңге ҡаҡшамаҫ ҡая һәйкәл, дан булып халыҡ күңелендә ҡалды. Быны һине һуңғы юлға оҙатҡан көн дә иҫбатлай.

2023 йыл, 11 ғинуар. Үҙең һалған мәҙә­ниәт һарайы. Меңдәрсә кеше һиңә изге хеҙмәтең өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә килде. Уларҙың күҙҙә­рендә – йәш, ҡулдарында – гөлләмә... Хатта тәби­ғәт тә, халыҡ ҡайғыһына ҡушылып, шәмәреп торҙо.

Талғын ғына моңло ҡурай уйнай. Уның һуңғы үтәһе юлына аҡ келәм йәйергә теләгәндәй, әкрен генә ҡар яуа. Ә халыҡ, диңгеҙ тулҡыны кеүек, ағыла ла ағыла. Төрлө тарафтан йәше, олоһо, бала-саға, хатта сатанлап таяҡҡа таянып килгәндәр ҙә Мортаза Рәхимовҡа һуңғы рәхмәт һүҙ­ҙәрен әйтергә, баш эйергә ашыҡты. Ҡапыл ҡояш сыҡты, көн яҡтырҙы. Уның урынының йәннәттә булыуына ишара булды был.

Бер йыл үтте, төрлө милләт кешеһе әле лә уның ҡәбере эргәһендә аят уҡыта, рәхмәт әйтә, баш эйә.

Автор: Ләлә Бейешева.

Фотолар: "Башҡортостан" гәзите архивынан.

Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Республиканы үҫтереү уның төп маҡсаты булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: