Гәзиттең бөгөнгө геройы – «Южурал-Ойл» производство предприятиеһының генераль директоры Зиннур Исхаҡов.
Кесе Ватанға ярҙам итеүсе кешеләрҙең әүҙем эше республика етәкселеге тарафынан иғтибарға алынды һәм «Атайсал»проектына берләштерелде. Проект идеяһы менән Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың ноябрендә Ишембай районының Һайран ауылына эш сәфәре барышында сығыш яһағайны. Шул ваҡыттан алып битараф булмаған халыҡтың тырышлығы тураһында семинарҙар һәм форумдар үткәрелеү йолаға әйләнде.
«Атайсал» сиктәрендә һәйкәлдәр реставрациялана, төҙөкләндерелә, мәсеттәр һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә һәм ремонтлана, шишмәләр төҙөкләндерелә, һуғыштарҙа һәм локаль конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙың ҡәберҙәре тәртипкә килтерелә, юлдар ремонтлана. Был эштәргә аҡса бүлеүселәрҙең күбеһе киң йәмәғәтселеккә билдәле түгел, сөнки күптәр, бигерәк тә ҙур хужалыҡ етәкселәре хәйриә акцияларын афишаламауҙы хуп күрә, әммә беҙ был кешеләрҙе, тыуған ерҙе яратҡан меценаттарҙы белергә тейешбеҙ.
–«1999 йылда, себер тарафтарында ҙур нефть компанияһында эшләгәндән һуң тыуған яғыма ҡайтҡас, Көйөргәҙе районының почетлы гражданы, йәмәғәт эшмәкәре Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов менән бергә тыуған ауылда ата-әсәбеҙ йәшәгән урында йорт төҙөргә теләнек. Әммә икебеҙҙән башҡа был идеяны хуплаусылар табылманы, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Зиннур Исхаҡов. Әммә улар тыуған яҡтың тарихын һаҡлау өсөн изге эш эшләргә ҡарар итә. Кинйә Арыҫлановтың һәм өс Советтар Союзы Геройы Ғәфиәтулла Арыҫланов, Сәлмән Биктимеров, Хәсән Ғайсин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтар хөрмәтенә стелалар барлыҡҡа килә. 1812 йылғы һуғышта ҡатнашыусылар, аслыҡтан, сәйәси репрессияларҙан зыян күргән кешеләр тураһында хәтер мәңгеләштерелә, Кинйә Арыҫлановтың бюсы ҡуйыла һәм зыяраттың ҡоймаһы яңыртыла.
Үткән быуат башында был яҡтарҙа бай кеше Ғәзизйән Хәлилов тигән кеше йәшәгән, ул француздарҙы еңеүҙең, Парижды алыуҙың йөҙ йыллығы хөрмәтенә 1913 йылда ҡурайсылар йыйынын үткәрә. Был сараға Ырымбур һәм Ҡурған ерҙәренән, башҡортерҙәренән һәм башҡа күрше төбәктәрҙән талант эйәләре йыйыла. 2013 йылда Зиннур Закир улы менән Юлай Юныс улы ойоштороуында, данлыҡлы ҡурайсы Альберт Юлдыбаев ҡатнашлығында 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡурайсылары иҫтәлегенә монумент һәм киләсәк быуынға васыят итеп «ваҡыт капсулаһы» һалына. Бөгөн тарихи урынға барырға теләүселәр өсөн юл тергеҙелгән, Оло Көйөргәҙе йылғаһы аша күпер төҙөлгән.
Меценат билдәле яҡташыбыҙҙың 300 йыллығына арналған саралар сиктәрендә әүҙем ҡатнашты, төп ойошторусыларҙың береһе булды. Кинйә Арыҫланов музейына, мәсеттәргә, мәктәптәргә, йәш спортсыларға, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә ярҙамды әле лә күрһәтә.
- Себерҙән ҡайтып «Южурал-Ойл» предприятиеһын булдырғас, Алла ярҙамы менән минең эшҡыуарлығым уңышлы китһә, кешеләргә, мөһим объекттар төҙөүҙә, спортҡа һәм мәҙәниәткә ярҙам итеүҙә, изге башланғыстарға ярҙам итермен тигән һүҙ бирҙем, - ти ул.
Әйткән һүҙендә торған кеше ул Зиннур Закир улы. Предприятие йылдар дауамында иҡтисадтың сәнәғәт секторында уңышлы эш алып бара. Ғаиләһе менән эшләгән изгелектәренең иҫәбе-хисабы юҡ.
Геройыбыҙҙың динилеген айырым билдәләп үтергә кәрәк. Уның тырышлығы менән Яҡуп ауылында аҡ мәсет төҙөлдө, ул әсәһенең исемен йөрөтә. Күмертау, Көйөргәҙе районы мәсеттәренә даими ярҙам күрһәтә. 2022 йылдың яҙында «Атайсал» проекты беҙҙең яугирҙарға ярҙам итергә теләүселәрҙең берләшеү урыны була.
Махсус хәрби операция башланғандан алып «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яугирҙәренә ярҙам итеүҙә даими ҡатнаша. Бөтә ярҙам яугир-яҡташтарҙың ихтыяжынан сығып төҙөлә. Был аҙыҡ-түлеккә лә, кәрәкле техникаға һәм башҡаларға ла ҡағыла. Мәҫәлән, компания тырышлығы менән ветерандар ойошмалары һәм урындағы үҙидара менән фронт өсөн генераторҙар, ике УАЗ автомобиле, матрастар, бәләкәй мейестәр, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәре һәм башҡа күп кәрәк-яраҡ килтерелә. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән танк дивизияларының береһенә йыш ярҙам күрһәтелә. Яугирҙар рәхмәт йөҙөнән, атыу ҡоралы көбәгенә предприятиеның исемен яҙған. Ә командованиенан һауа-десант ғәскәрҙәре подразделениеларына гуманитар ярҙам күрһәтеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн предприятие адресына Рәхмәт хаты килә.
"Южурал-Ойл" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алғы һыҙыҡта яугирҙарға ярҙам итеүҙең ни тиклем мөһим икәнен яҡшы аңлай, сөнки компанияның өс хеҙмәткәре мобилизация сиктәрендә яуға саҡырыла, ә һуңынан унда тағы ла алты ир-егет үҙ теләге менән китә.
- Беҙ яугирҙәрҙән, ветерандар ойошмалары вәкилдәренән, ирекмәндәрҙән уларҙың ихтыяжын асыҡлайбыҙ. Шуға ярашлы, кәрәкле әйберҙәрҙе һатып алып ебәрәбеҙ. Әлеге ваҡытта гуманитар ярҙам менән «ГАЗель» автомобилен ебәрергә әҙерләйбеҙ., – тип аныҡлыҡ индерҙе Зиннур Закир улы.
«Южурал-Ойл» предприятиеһы эшмәкәрлеге һуңғы өс йылда яңырыу кисерә. Яңы станоктар һәм башҡа ҡорамалдар һатып алына, яңы майҙандар үҙләштерелә, һынау майҙансығы әҙерләнә, заманса алымдары һәм технология индерелә. Заказдар шул тиклем күп, компания халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенә иретеп йәбештереүселәрҙе, слесарҙарҙы, токарҙарҙы, фрезерлаусыларҙы эшкә алырға әҙерлеге тураһында мәғлүмәт тапшырҙы: йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булған тотороҡло компанияла бөтәһе 47 буш вакансия бар.
Фекер
Азат ХӘЛИЛОВ, Башҡортостан диниә назаратының Почетлы имам-хатибы, юғары категориялы педагог:
- “Атайсал” проекты тыуған илебеҙҙән йыраҡта йәшәгән яҡташтарҙы республика халҡы менән берләштерҙе. Һуңғы йылда күп эш башҡарылды. Изгелек эшләгәндәр төрлө ысулдар уйлап таба. Изгелек ҡылып, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенә ирешергә мөмкин тиелә хәҙистә. Күптәр изгелекте рәхмәт һүҙен ишетеү өсөн эшләмәй. Яҡшы ғәмәлдәр ҡылайыҡ.