Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың тыуған көнө – 72 йәш. Быйыл да ул тыуған көнөн эш урынында үткәрә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Шулай уҡ был көндө уға илебеҙҙең төрлө тарафтарынан, сит илдәрҙән меңәрләгән ҡотлауҙар киләсәк.
Ысынлап та, Владимир Путин бындай иғтибарға һәм оло хөрмәткә лайыҡлы шәхес. Ул бөлгөнлөккә төшкән илде аяҡҡа баҫтырыуға, барлыҡ донъя алдында абруйын күтәреүгә ҙур көс һала. Владимир Путин ил менән идара иткән осорҙа Бөйөк Рәсәй державаһы яңынан тергеҙелде һәм илебеҙ менән башҡалар ҙа иҫәпләшә башланы. Шуға ла Владимир Владимировичтың: “Минең өсөн Рәсәй – бар ғүмерем”, – тип әйтеүе яңғырауыҡлы һөйләм түгел, ә уның ғәмәлдәге эштәре менән иҫбатланған тормош мәғәнәһе, барлыҡ ғүмеренең булмышы.
Владимир Путин - күп милләтле илебеҙҙең лидеры. Уға халҡыбыҙ ҙур ышаныс белдереүен быйыл уҙған Рәсәй Президенты һайлауында күрҙек – һайлаусыларҙың күпселеге уның өсөн тауыш бирҙе. Ысынлап та, беҙ ошондай көслө рухлы, ҡурҡыу белмәгән Ил етәксеһе менән ғорурланабыҙ һәм уның менән бергә дәүләтебеҙҙең ҡеүәте нығыуын, үҫеүен күрәбеҙ. Ҡатмарлы, һынылышлы йылдарҙа ил менән етәкселек итеү, әлбиттә, еңелдән түгел. Владимир Владимирович барыбыҙға ла Ватанға тоғро хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора, үҙ илебеҙгә нисек ышанырға һәм бөтәбеҙҙең дә мәнфәғәттәрен бергәләп яҡларға кәрәклеген күрһәтә. Уның Президент һәм Юғары баш командующий булараҡ ҡабул иткән ҡарарҙары нигеҙендә бөтә донъяның киләсәге хәл ителеүе бөгөнгө донъя кимәлендә барған ваҡиғаларҙа ла сағыла. Шуға ла уның башлаған эштәрен тамамлап ҡуйыуы мөһим.
Владимир Путин 1952 йылдың 7 октябрендә Ленинград (әле Санкт-Петербург) ҡалаһында тыуған. Атаһы – Владимир Спиридонович Путин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әсәһе – Мария Ивановна Шеломова Ленинград блокадаһын кисергән, заводта эшләгән. Владимир Владимирович бала саҡтан дзюдо менән шөғөлләнгән. Тәүҙә әсәһе улының был шөғөлөнә ҡаршы була, әммә тренеры өйҙәренә барып, үҫмерҙең уңыштары тураһында һөйләгәс, уларҙың ҡарашы ыңғай яҡҡа үҙгәрә. 1973 йылда Владимир Путин самбо буйынса – спорт мастеры, 1975 йылда дзюдо буйынса спорт мастеры була.
Ил етәксеһе Ленинградтағы тәүҙә – 193-сө, һуңынан 281-се мәктәптә белем ала. 1970 йылда мәктәпте тамамлағас, Ленинград дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә, һуңынан 1-се Дәүләт именлеге комитетының Юғары мәктәбендә белем ала. Владимир Владимирович разведчик булырға хыяллана, шуға ла ул ошо уҡыу йортона инә.
Хеҙмәт юлын Дәүләт именлеге комитеты идаралығы секретариатында башлай, һуңынан контрразведка бүлегенә күсә. Башҡа белгестәрҙе әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Ошо ведомство эше буйынса төрлө урындарҙа эшләй – Мәскәү, Ленинград ҡалаларында. 1985 йылда Германия Демократик Республикаһына күсерелә.
1990 йылда Ленинградҡа ҡайта һәм Ленинград дәүләт университетында халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса ректор ярҙамсыһы була. Алты йылдан һуң Мәскәүгә күсә. Унда уға Рәсәй Президенты эштәр идарасыһы ярҙамсыһы вазифаһын тәҡдим итәләр. Бер йылдан Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, бер аҙҙан Рәсәй Президентының Баш контроль идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 1998 йылда Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәте директоры вазифаһын биләй, һуңынан бер юлы Рәсәй Федерацияһының Именлек Советы секретары эшен дә алып бара. 1999 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин уға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе вазифаһын тәҡдим итә.
Иҫегеҙҙәлер был тарихи мәл – 1999 йылдың 31 декабрендә Борис Ельцин Рәсәй Президенты вәкәләттәрен һалыуы һәм урынына ваҡытлыса Президент вазифаһын башҡарыусы итеп Владимир Путинды ҡалдырыуы тураһында белдереп, вариҫына : “Рәсәйҙе һаҡлағыҙ”, – тине. Ул саҡта Владимир Путинға 47 йәш ине. Барлыҡ ил яңы етәксегә һаҡсыллыҡ, шул уҡ ваҡытта ҙур өмөт менән ҡараны. Ә инде 2000 йылдың 26 мартында Владимир Путиндың Рәсәй Президенты итеп һайланыуы иһә халыҡтың яңы һулышта йәшәү теләгенең сағылышы булды. Владимир Путин иһә Рәсәй халҡының ышанысын аҡланы.
Үҙебеҙ ҙә ул йылдарҙың шаһиты булдыҡ – Владимир Путин илгә етәксе булып килгән ваҡытта Рәсәйҙең хәле аяныслы ине. 1999 йылда тыуым кимәле тарихта булмағанса кәмене – бары 1 миллион 215 сабый тыуҙы. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ҡулланыусылар баҙарында инфляция 36,5 процент тәшкил итә, ә рәсми булмаған сығанаҡтар был күрһәткес 80 процент тип белдерә. Бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы ла, пенсиялар ҙа ваҡытында түләнмәй. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары ла ауыр хәлдә булды, сөнки илдең ҡайһы йүнәлештә барғаны аңлашылмай ине. Халыҡ илдәге тәртипһеҙлектән, енәйәтселектән арыны...
Владимир Путин Рәсәйҙе ошо бөлгөнлөктән, көрсөктән тартып сығара алды. Илдең иҡтисады тергеҙелде: яңы предприятиелар асылды, ауыл хужалыҡтары аяҡҡа баҫты, яңы юлдар төҙөлдө. Социаль йүнәлештә лә халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған программалар ғәмәлгә ашырыла. Пенсионерҙар ваҡытында пенсия ала, бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы даими түләнә. Күп балалы ғаиләләргә төрлө пособиелар ҡаралған.
Предприятиелар ҙа хәҙер эш хаҡын үҙ мәлендә түләп бара, бартерҙы күптән оноттоҡ. Эшләргә теләгән кешегә эш урындары етерлек, үҙ шөғөлөн асырға теләгәндәргә лә дәүләт ярҙам итә. Һәр йортта тиерлек автомобиль бар, ҡайһы бер ғаиләләрҙә улар бер нисәү. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләр ҙә сит ил машиналарында елдерә. Ғөмүмән, беҙ ошо һуңғы йылдарҙа аслыҡ һәм етешһеҙлек тигән төшөнсәләрҙе оноттоҡ. Кем тырыш, кем эшләй – улар матур донъя көтә.
Ошо илебеҙҙәге тотороҡлоҡ нигеҙе – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың эшмәкәрлегенә бәйле һәм айырылғыһыҙ.
Ил менән идара иткән йылдарҙа Владимир Путин донъя кимәлендә тәжрибәле, абруйлы сәйәсмән булып өлгөрҙө. Рәсәйҙең бөйөк держава исемен ҡайтарҙы. 2014 йылда тыуған йортона Ҡырым Республикаһы, Севастополь ҡалаһы ҡайтты. Ошо көндәрҙә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыуына шаһит булдыҡ.
Әлбиттә, Америка Ҡушма Штаттарына ла, көнбайыш Европаға ла көслө Рәсәй кәрәкмәй, беҙ уларға насар эштәрен ғәмәлгә ашырыуға ҡамасаулайбыҙ. Украиналағы махсус хәрби операцияны башлау тураһында ҡарар ҡабул итеү ҙә ауыр, әммә талап ителгән сара булып тора. Шунһыҙ беҙ Рәсәйҙе яҡлай алмаясаҡбыҙ. Ил өсөн яуаплы булған Рәсәй Президенты быға юл ҡуймаясаҡ. Беҙ уға ышанабыҙ!
Тормошто күргән өлкән быуындың, хеҙмәт кешеләренең: “Путинды хөрмәт итәбеҙ, уға рәхмәт!” – тип әйтеүе Рәсәй Президентының эшенә ябай, әммә хаҡ баһа булып торалыр.
Владимир Владимировичты тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм Рәсәй именлеге хаҡына артабан да хеҙмәт итеүен теләйбеҙ.
Фото: kremlin.ru сайтынан алынды.