Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Ноябрь , 10:00

Ул Башҡортостанды яратыуын йәшермәй

СССР һәм Рәсәй президенттары М. Горбачев, Б. Ельцин, В. Путин менән эксклюзив әңгәмәләр яҙҙырған, улар араһында В.В. Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң тәүге әңгәмәһе лә бар.  

Ул Башҡортостанды яратыуын йәшермәй
Ул Башҡортостанды яратыуын йәшермәй

Бөгөн Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев 60 йәшен билдәләй. Уның исеме замандаштар өсөн яҡшы таныш. Шанлы 90-сы йылдарҙа “Взгляд” һәм “Прожектор перестройки” телевизион программалар өсөн әҙерләгән сағыу, ҡыйыу видеосюжеттарынан беләбеҙ. 1991 – 1992 йылдарҙа “Вести” тапшырыуы башлаусыларҙың береһе була. Хәрби хәбәрсе сифатында бөтәһе ете һуғышты алғы һыҙыҡтан яҡтырта. “Новости”, “Время” һәм ”Времена” тапшырыуҙары өсөн репортаждар әҙерләй.

СССР һәм Рәсәй президенттары М. Горбачев, Б. Ельцин, В. Путин менән эксклюзив әңгәмәләр яҙҙыра. Улар араһында В.В. Путиндың Рәсәй Президенты вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң тәүге әңгәмәһе лә бар. Күп йылдар “Кремль пулы” составында эшләй, ил һәм донъя буйлап Б.Н. Ельцин һәм В.В. Путинды оҙатып йөрөй, 64 командировкала була. Ғөмүмән, Владимир Соловьевтың ижади һәм етәксе вазифалар биләүгә бәйле исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Бөгөн беҙҙең маҡсат икенсе – уның тыуған көнөн файҙаланып, уның Башҡортостанға ҡарашы тураһында һөйләмәксебеҙ.

2017 йылдың 25 ноябрендә Рәсәй Журналистар союзының XII съезында Владимир Соловьевты Рәсәй Журналистар Союзы рәйесе итеп һайлайҙар. Был вазифала ул төбәк журналистикаһын үҫтереүгә иғтибарын арттыра. Тәүге йылдарҙа уҡ Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Владимир Геннадьевич республиканың Журналистар союзы эшмәкәрлеген һәр ваҡыт юғары баһалап, башҡа төбәктәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин, тип белдерҙе. Шулай уҡ ул республикала үткән сараларға шәхсән килә, “Медиайыйын” форумдарында әүҙем ҡатнаша.

Владимир Соловьев Башҡортостанды яратыуын һәм Радий Хәбировты хөрмәт итеүен йәшермәй. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Сочиҙа үткән “Бөтә Рәсәй-2023” XXVII заманса журналистика форумы эшендә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Мин бер ваҡыт “Алтын ҡурай” халыҡ-ара журналистар конкурсы баһалама ағзаһы булдым һәм шул мәлдән “Бар әйбереңде һат та ҡурай ал” әйтемен иҫтә ҡалдырҙым”, – тине ул.

– Кешеләр йыйылып, үҙ мәсьәләләрен тикшерә башлағанда, рустарҙың – сходы, башҡорттарҙың йыйыны булған. Ошондай уҡ форматта журналистар конкурсы йыл һайын Өфөлә үткәрелә. Журналистар союзы секретариаты ҡарары буйынса мин хөрмәтле Радий Хәбировҡа “Журналистар берләшмәһе алдындағы хеҙмәттәре өсөн” почет билдәһен тапшырҙым. Ул журналистарға эшендә һәм тормошонда ярҙам иткән юғары кимәлдәге кешеләргә тапшырыла, – тип белдерҙе Владимир Соловьев.

Рәсәй Журналистар союзы етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостандың Журналистар союзынан ул Радий Хәбиров тураһында яҡшы һүҙҙәр генә ишетә. Ул үҙе лә “Медиайыйын” форумы эшендә ҡатнашҡанда быға шаһит була.

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе билдәләүенсә, республика төбәк радиостанциялары, гәзиттәр, интернет – киң мәғлүмәт саралары һаны буйынса алдынғы урында тора, ундай төрлөлөктө башҡа төбәктәрҙә осратыу мөмкин дә түгел. Ул Өфөлә уҙған “Медиайыйын” форумында ошондай фекерен белдерҙе.

- Был айырыуса милли телдәрҙәге киң мәғлүмәт сараларына ҡағыла – Башҡортостанда улар әүҙем үҫешә. Һәм беҙ, әлбиттә, был үҫеште теркәйбеҙ, – тине Владимир Соловьев.

Донъя кимәлендә фекер йөрөткән, киң ҡарашлы, ил журналистикаһының легендаларының береһе булған Владимир Соловьевты тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр, еңеүҙәр һәм эшендә уңыштыр теләйбеҙ!

Олег Яровиков фотоһы.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: