Бөгөн билдәле актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев 65 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Театр сәхнәһендә Хөрмәтулла Үтәшевты "Руди – Never off…"та - Рудольфтың атаһы, "Ҡыҙ урлау" музыкаль комедияһында - Дәүләтбай, "Ҡара йөҙҙәр"ҙә - Ахун хәҙрәт, "Джут. (Һуңғы йәйләү)" драмаһында - Ербол, "...Ат уйнатып бара..."ла - Рәхим Ибраһимов, "Бәхет хаҡы" музыкаль мелодрамаһында - Профессор, "Урал батыр"ҙа - Самрау, "Февраль. Буран"да - Хужа, "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһында - Әхсән бай, "Ҡыҙыл паша"ла Абдель Азиз ибн Сауд ролдәрендә күрергә мөмкин.
Хөрмәтулла Ғаззали улы тыуған көнөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә "Еҙнәкәй" музыкаль комедияһында уйнап үткәрәсәк. Әйткәндәй, был комедияла актер башҡарған Әхсән бабай – уның яратып уйнаған ролдәренең береһе.
Башҡорт халҡының данлы улын тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Оҙон ғүмер, һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Һәм уның бала саҡ хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ.
"1967 йылдың май айы. Миңә ете йәш, әле уҡырға төшмәгәнмен. Ауылымдың урамы буйлап трактор ҡалдырған тәрән тәгәрмәс юлы эсенән мәктәпкә китеп барам, ҡулымда - шаҡмаҡ дәфтәр менән ҡәләм. Быйыл көҙөн уҡырға төшәсәкмен — әсәйем шулай тине. Әлегә мин бер аҙна буйы мәктәпкә дәрескә әҙерлек төркөмөнә йөрөргә тейешмен. Нисек икән ул мәктәп тигәндәре? Шул тиклем күрге килә.
Мин килеп еткәндә мәктәп алдында минең йәштәге бер нисә бала уйнап йөрөй ине. Ишектән мөләйем йөҙлө бер апай сыҡты. Ул – Менәүәрә апай. Беҙгә ҡунаҡҡа килгән саҡта: “Йә, Хөрмәтулла, ҡасан уҡырға киләһең?” – тип гел арҡамдан һөйә торғайны. Ул ҡулындағы ҡыңғырауҙы юғары күтәреп шылтыратырға тотондо.
– Балалар, бына был ҡыңғырау тауышы дәрестең башланыу һәм тамамланыу ваҡытын хәбәр итә. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, класҡа инәйек, – тип беҙҙе мәктәпкә саҡырҙы. Беҙ, йәмғеһе 10 бала, апайыбыҙ артынан эйәрҙек.
Парта артына инеп ултырғас та апайыбыҙ журналын ҡулына алды.
– Ә хәҙер, балалар, журналға кемдәр уҡырға килгәнлеген теркәйбеҙ. Исем-фамилияларығыҙҙы әйтегеҙ, – тип ҡулына ҡәләм алды.
– Мерәсов Иршат...
– Рахманғолов Сәлимгәрәй...
– Хөрмәтулла...
– Ә фамилияң нисек? – тип апай көлөмһөрәп миңә төбәлде.
– Фамилия?.. Белмәйем...
– Нисек инде белмәйһең? Мәктәпкә уҡырға килгәнһең, ә фамилияңды ла белмәйһең... Бар, өйөңә ҡайтып, әсәйеңдән һорап кил, – тип йылмайҙы Менәүәрә апай...
Мин мәктәптән сығып, өйгә табан йүгерҙем. Ишек алдында тауыҡ себештәрен ашатып йөрөгән әсәйемә алыҫтан уҡ һөрәнләнем:
– Әсәй, минең фамилиям нисек?
– Үтәшев... Ә ниңә? – тине әсәйем аптыраңҡырап.
– Уҡытыусы апай һорарға ҡушты, – тинем дә, кире мәктәпкә табан саптым. “Үтәшев... Үтәшев... Онотоп ҡына ҡуймаһам ярар ине!” Ах та ух килеп мәктәпкә етеп, класс ишеген асып инеү менән:
– Апай! Минең фамилиям – Үтәшев! – тинем шатланып.
– Шулаймы ни? Үтеп ултыр урыныңа...
Хәҙер уйлайым да, Менәүәрә апай, әлбиттә, минең фамилиямды белгән. Ағайымды, дүрт апайымды уҡытып сығарған бит ул. Был аҙым менән ул мәктәпкә әҙерлекһеҙ килгән миңә, ә тәү сиратта атай-әсәйемә шелтә яһарға, һабаҡ бирергә теләгәндер. Был хәлдән һуң, яйы сыҡҡан һайын, атай-әсәйем ике ҡустымдан: “Фамилияң нисек әле?” — тип һорар ине...
Тәүге дәрестә дәфтәремде тишә яҙып нимәләр сыймаҡлағанымды әле булһа хәтерләйем. Фотоһүрәт күҙ алдымда кеүек: баҫҡыс, тәгәрмәс, туп һәм көләс ҡояш! Көләс ҡояш нурҙары төрлө яҡҡа һибелгән... Бына шул тәүге тапҡыр мәктәпкә барған көнөмдәге ҡояш нурҙары күңелемде әле булһа йылытып, зиһенемде яҡтыртып тора..."
Фотола: бер туғандар Рәхимә, Рәхилә, Хәсән, Хөрмәтулла. 1965 йыл.
Автор: Хөрмәтулла Үтәшев.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/bashdram, vk.com/utyashev59.