Дим Ҡоләхмәтовтың әсәһе улын иҫкә алғандары өсөн рәхмәт әйтте.
28 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында "Дәрүиш рухы+" концерты үтте, унда башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусылар юғары наградалар менән билдәләнде.
“Башҡортостан Республикаһының Халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә үлгәндән һуң "Дәрүишхан" башҡорт рок-төркөмөнөң фронтмены һәм йырҙар авторы Дим Әхтәм улы Ҡоләхмәтов лайыҡ булды. Награданы Димдең тол ҡатыны Альбина Ҡоләхмәтоваға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев тапшырҙы.
30 ноябрҙә Альбина Ҡоләхмәтова награданы Дим Мәннәндең әсәһе Римма Насип ҡыҙы Ҡоләхмәтоваға тапшырған. Ул Учалы районының Өргөн ауылында йәшәй, уға 86 йәш. "Улымды онотмағанығыҙ өсөн барыһына ла рәхмәт белдерәм", - ти Римма Насип ҡыҙы.
Фотоларҙа: уның әсәһе Римма Ҡоләхмәтова һәм бер туған апаһы балалары менән, әсәһе Дим Ҡоләхмәтовтың ҡатыны Альбина Ҡоләхмәтова менән.