Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
1 Ғинуар 2025, 20:00

Һәр һүҙе, кәңәше алтынға бәрәбәр ине

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдиноваға 75 йәш тулған булыр ине...

Һәр һүҙе, кәңәше алтынға бәрәбәр ине
Һәр һүҙе, кәңәше алтынға бәрәбәр ине

Бөгөн Рәсәйҙең тел ғалимәһе, башҡорт теле өлкәһендәге белгес, филология фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдиноваға 75 йәш тулған булыр ине...

Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында тыуған. Бала сағынан уҡ уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1974 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Мифтахетдин Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) филология факультетын уңышлы тамамлап, Белорет, Ауырғазы райондары мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Фәнгә ҡыҙыҡһыныуы уны СССР Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының аспирантураһына алып килә.

1978 – 1985 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1980 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1993 йылда фән докторы дәрәжәһенә эйә була.

1985 йылдан Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыта. 1995 – 1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы министры булып эшләй. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында директор урынбаҫары булып эшләй, ә 2005 йылдан - институттың етәксеһе. Бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана (1995-1999).

Рәсәй фәнен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Фирҙәүес Хисаметдиноваға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән. 2014 йылда – Халыҡтар дуҫлығы ордены, 2020 йылда Салауат Юлаев ордены менән наградлана.

Уны бөгөн туғандары, дуҫтары, студенттары, яҡташтары йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. Шул иҫәптән яҡташы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә хәтирәләре менән уртаҡлашты:

“Бөгөн арҙаҡлы шәхесебеҙ, күренекле ғалимә, Әбйәлил районының аҫыл ҡыҙы Фирҙәүес Хисаметдиноваға 75 йәш тулған булыр ине. Тотош быуын ғалимдар үҫтергән, илем, халҡым, телем тип янып йәшәгән һоҡланғыс шәп кеше ине Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы. Мәрхүмә булырынан дүрт-биш ай алда беҙгә килеп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Һәр әйткән һүҙе, кәңәше алтынға бәрәбәр ине апайыбыҙҙың. Ятҡан гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын”.

Башҡорт телен үҫтереүгә, таратыуға тос өлөш индергән ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова тураһында яҡты иҫтәлек һәр беребеҙҙең күңелендә мәңге һаҡланыр.  

Рәмилә Мусина фотоһы.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас