Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
12 Февраль , 22:00

Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…

"Кеше үҫкән һайын уның ѳҫтѳндә болоттар ҡуйыра башлай. Бигерәк тә мәҙәниәт ѳлкәһендә был хәл кѳслѳ сағыла. Кешенең уңышына көнләшеп ҡараған әҙәмдәр “тырышлығы” менән мине лә..." Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучуковаға 75 йәш тулған булыр ине. Уның менән биш йыл элек булған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ. Уҡығыҙ...

Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…

Быйыл 12 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова 75 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был йәшкә етә алманы – ҡәһәрле ковид яратҡан йырсыбыҙҙың да ғүмерен өҙҙө...

Бынан биш йыл элек Роза Сабирйән ҡыҙының 70 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы әңгәмә ҡорорға насип иткәйне. Шул һуңғы әңгәмәбеҙҙе һеҙгә тәҡдим итәбеҙ (үҙгәртмәй бирәбеҙ).

”...Роза Аҡкучукова 70-се йылдарҙа яҡташы Абдулла Хәлфетдиновтың “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” йырҙары менән таныла. “Зөлхизә”, “Сывай ҡашҡа”, “Түрәкәй”, “Һары ла сәс” кеүек халыҡ йырҙарын да, Х. Ф. Әхмәтов, З. Ғ. Исмәғилев, Ә. Т. Кәримов, Т. Ш. Кәримов, Р.В. Сәлмәновтың йырҙарын һәм романстарын, эстрада йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡара ул.

Юбилей концертына йүгереп әҙерләнеп йѳрѳгән Роза Сабирйән ҡыҙы, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән уй-кисерештәре, быға тиклем йѳрәге түрендә һаҡлап килгән серҙәре менән уртаҡлашырға ризалашты.

Роза Сабирйән ҡыҙы, әгәр ҙә яңынан тыуһағыҙ, ниндәй һѳнәр һайлар инегеҙ?

– Психолог та, күрәҙәсе лә була алыр инем, әммә барыбер ошо йырсы һѳнәрен һайлар инем. Кешенең Аллаһу Тәғәлә тарафынан маңлайына алдан яҙылып ҡуйылған яҙмышы бар. Йырсы булһам да, тәбиғәттән кешене үтә күреү һәләтем бар, энергияһын да тоям. Нимәлер тураһында уйлаһам йә әйтһәм, шул алға килә лә сыға. Тормош тәжрибәмдән сығып, шуға ла уйламайынса һѳйләүҙән тыйылырға тырышам.

– 70 йыллыҡ ғүмер артта ҡалған. Бѳгѳн ошо үткәндәргә ҡарап, ниндәй уйҙар тыуа?

– Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар… Минең кешегә ышана торған холҡом бар. Был, бер яҡтан, ыңғай һыҙат булһа, икенсенән, ошо бер ҡатлылығым уңайһыҙ хәлдәргә лә ҡалдыра. Йәшәй-йәшәй торғас, шуны уйлай башланым – кешегә тулыһынса асылып бѳтѳргә ярамай. Ирем Фәрит Шәйхетдинов: “Һине нисек тәрбиәләп алырға? Ниңә бѳтәһенә лә ышанаһың?” – тип һәр саҡ әйтә ине.

– Ике йондоҙға бер ғаиләлә йәшәү ауыр булманымы?

– Фәрит бик ҡыҙыу, ѳҙә һуға, ҡырт киҫә торған кеше булды, ә мин тыныс холоҡло. 26 йыл йәшәп ҡалдыҡ. Арабыҙҙа ниндәй генә хәлдәр булһа ла, ғаиләбеҙҙәге сүпте тышҡа сығарып йѳрѳмәнем.

Фәрит Руслан улыбыҙҙы бик ныҡ яратты. Руслан тыныс, аҡыллы, тотороҡло холоҡло кеше, ғаиләһе лә матур. Киленем Рәзилә Шәкирйән ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Батырхан һәм Баязит ейәндәрем 20-се башҡорт гимназияһында белем ала. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарымдан да уңдым, татыу йәшәйбеҙ.

– Ҙур сәхнәгә, танылыуға алып барған һуҡмағығыҙ ҡайҙан башланды?

– Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ концерттарҙа ҡатнашып, сәхнә тормошона күңелем менән тартылып үҫтем. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Ѳфѳләге музыка-педагогика училищеһына уҡырға барҙым. Ҙур сәхнәгә килгәндә, мине ул үҙе эҙләп тапты тип әйтһәм, дѳрѳҫ булыр. Фәтих Иҡсанов Мәскәүҙә уҡып, Башҡорт дәүләт филармонияһына режиссер булып эшкә ҡайтты, “Йәштәр” тѳркѳмѳн ойошторҙо. Әнғәм Атнабаевтың әҫәре буйынса “Ҡаҙ ѳмәһе”н сәхнәләштергәндә йыр эҙләгәндәр. Шул саҡта Фәтих Иҡсанов, минең башҡарыуҙағы “Ҡыр ҡаҙҙары” йырын оҡшатып, “Шул ҡыҙҙы күрәйем” тип мине эҙләп килде, филармонияға тыңларға сыҡырҙылар. Ул саҡта филармонияның директоры Сәлих Хѳснийәров ине. Тамашаны әҙерләгәндә Әнғәм Атнабаев үҙе ҡарап ултырҙы. Төркөмдә Гѳлсѳм Хәбибуллина, Нәзифә Ҡадирова, Марат Рафиҡов, Венер Килмѳхәмәтов, Илфаҡ Смаҡов, Ғәлим Латипов, Айрат Кәримов етәкселегендәге “Ирәндек” инструменталь ансамбле, бейеүселәр Ләйлә Зарипова, Сания һәм Рим Бакировтар булды.

“Ҡаҙ ѳмәһе” менән тотош Союзды урап сыҡтыҡ. Ул бик кѳслѳ сығыш булды, бѳтә ерҙә лә аншлаг менән барҙы.

“Йәштәр” тѳркѳмѳнѳң составы яңырып торҙо. Тормош юлымда Фәрит осрағас, миңә “Кәтүк менән Бағанай” тѳркѳмѳнә күсергә тура килде. Аҙаҡ Ишмулла Дилмѳхәмәтовтың тѳркөмѳндә лә сығыш яһаным, үҙемдең “Тамаша” тѳркѳмѳм дә булды. Ана шулай тормош алға тәгәрәне. 

– Һеҙҙе халыҡ араһында танылыуға илткән йыр?

– Алдан әйткәнемсә, “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры менән ҙур сәхнәгә сыҡтым. Шунан мине Абдулла Хәлфетдинов эҙләп тапты, “Алтын балдаҡ” йырын тәҡдим итте. Был йырҙы яҙҙырғандың икенсе кѳнѳнә үк ул бѳтә Башҡортостанға таралды, шулай итеп, был хит 47 йыл сәхнәнән тѳшмәй. “Һин ултыртҡан муйыл“, “Һағыныу“, “Йәйғор нурҙары“, “Ѳфѳм“ һәм башҡа йырҙарымды ла халыҡ яратып ҡабул итте. Заһир Исмәғилев, Рафиҡ Сәлмәнов, Бәхти Ғайсин, Таһир Кәримов, Хѳсәйен Әхмәтов кеүек билдәле композиторҙар ижад иткән йырҙарҙы башҡарыуым менән дә бәхетлемен.

Хѳсәйен Әхмәтов репетиция ваҡытында: “Роза, йѳрәгең бар, күңелең бар, моңоң бар, әйҙә эшлә”, – тип кәңәштәрен бирә ине. Мин уларға – Фәтих Иҡсановҡа, Хѳсәйен Әхмәтовҡа ғүмер буйы рәхмәтле.

– Белеүебеҙсә, һеҙҙең ѳсѳн тамашасы йән атып торған, бигерәк тә егеттәр...

–  Төрлө хәлдәр булды. 25 йәштә билдәлелек яулағайным инде, гастролдәрҙән ҡайтыуыма ижадыма табыныусылар филармония алдында күмәкләшеп көтөп тора торғайны, хатта үҙ-ара һуғышып киткән осраҡтар ҙа булды. Ул саҡта кейәүҙә түгел инем, күрәһең, шулай итеп йөрәгемде яуларға теләгәндәрҙер. Ошондай хәлдәр булғылағас, филармония директоры Сәлих Хѳснийәров гастролдән тѳндә ҡайтҡан саҡта миңә “филармонияла йоҡлап, иртәнсәк ҡайтһын” тигән фарман да бирҙе.  

– Тыуған яғығыҙҙа һеҙҙе нисек ҡаршылайҙар?

– Тыуған тѳйәгем Белорет районының Абҙаҡ ауылында мине хѳрмәт итеп торалар. Әйткәндәй, ауылда атай-әсәйем – Нажиә менән Сабирйән Аҡкучуковтар донъяны шаулатып йәшәгән абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды, туғандарым етәксе вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.

Атайымдар ҡыҙ тыуғанға бик ҡыуанған, сөнки мин биш малай араһында берҙән-бер ҡыҙмын. Шул тиклем иркә үҫтем, нимә һораһам, алдымда шул булды. Әле лә туғандарым менән бик татыу йәшәйем.

– Тормош юлығыҙҙа осраған ауырлыҡтарҙы нисек еңдегеҙ?

– Кеше үҫкән һайын уның ѳҫтѳндә болоттар ҡуйыра башлай. Бигерәк тә мәҙәниәт ѳлкәһендә был хәл кѳслѳ сағыла. Кешенең уңышына көнләшеп ҡараған әҙәмдәр “тырышлығы” менән мине лә Хѳкүмәт концерттарына ҡуймай башланылар. Был мине һындырманы, төшөнкөлөккә лә бирелмәнем. Булһа – булыр, булмаһа – туңыр, тип ҡул һелтәй инем. Шул саҡта башыма етеп, ваҡланманым, иғтибарға алманым. Мин дә кәрәк саҡта ҡырт киҫә беләм, шуға ла үҙемде бер ваҡытта ла түбән тѳшѳрмәнем. Ғөмүмән, арттан ғәйбәт һѳйләүселәр күп, мин шул ваҡлыҡтарҙан ѳҫтә ҡала белдем.

– Филармонияла 47 йыл эшләйһегеҙ...

– Тѳрлѳ хәл-ваҡиғалар булды, әммә эшемә, яратҡан сәнғәт һарайыма тоғро ҡалдым. Дәртләнеп йырлар сағымда мине пенсияға ебәрҙеләр, был, берҙән, үкенес булһа, икенсе яҡтан, ошоға “булышлыҡ” иткән кешеләргә рәхмәтлемен. “Выслуга” буйынса пенсияға сыҡһам да, филармониянан мине ебәрмәнеләр – баш администратор итеп ҡуйҙылар, йырлауымды дауам иттем. Бѳгѳн иһә шул саҡта йырсы эшенән китеүемә үкенмәйем, сѳнки һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар.

Халыҡ мине күтәрҙе, ярата, концерттарыма йѳрѳй, йырлай алам – шул инде йырсы өсөн бәхет! 1989 йылда – “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, 2009 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исем биреүҙәре лә ғүмеремде сәнғәткә, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлауымдың баһаһы. Әйткәндәй, миңә “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемде беренсе Президент Мортаза Рәхимов үҙе тапшырҙы.

– Һеҙҙең сәхнә кейеменә ныҡ иғтибар итеүегеҙ тойола. Үҙегеҙгә килешеп торған әйберҙәрҙе кемдәр тегә?

– Хәҙер инде 47 йыл дауамында тик бер генә тегенсе-модельер — Наталья Степанова менән эшләйем. Ул бик оҫта һөнәрмән, башҡа артистар ҙа уға мѳрәжәғәт итә.

– Икенсе урынға эшкә саҡырғандары булдымы?

– Әлбиттә, булды. Мәҫәлән, йәш саҡта Әлфиә Абзалова менән Илһам Шакиров Ҡазанға эшкә саҡырҙы. Ул саҡта ситкә китеүҙе башҡа һыйғыһыҙ хәл булараҡ ҡабул иттем.

– Тормошта атай-әсәйегеҙҙең кәңәштәре ярҙам итәме?

– Миңә атайымды ла, әсәйемде лә ҡарарға тура килде. Атайым – 95, әсәйем 89 йәшкә тиклем ғүмер кисерҙе, шуға ла үҙемде бәхетле булыуымды тойоп йәшәнем. Кәңәштәргә килгәндә, атайым: “Кешенең энәһенә лә теймәгеҙ”, –  тип үҫтерҙе беҙҙе. Әсәйем ир-егеттәрҙе хѳрмәт итергә ѳйрәтте. “И-и-и балаҡайҙарым, асыҡтығыҙ инде, хәҙер атайығыҙ ҡайтыр”, – тип әсәйем атайҙың эштән ҡайтҡанын кѳттѳртә ине. Атай ѳҫтәл янына ултырғас, ашай башлайбыҙ. Атайым менән әсәйем килендәрен яратты, һәр саҡ уларҙы маҡтап торҙо. Үҙҙәренең ошондай ябай тәрбиә миҫалында беҙҙе кешегә хѳрмәт менән ҡарарға ѳйрәтте.

– Роза Сабирйән ҡыҙы, киләсәктә лә моң шишмәгеҙ гөрләп торһон, бөгөнгөләй һәр саҡ дәртле, ихлас булып ҡалығыҙ".

Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Фотолар Роза Аҡкучукованың ғаилә архивынан.

Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Булды осоштар, абыныуҙар, яңылышыуҙар…
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: