Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
7 Май 2025, 15:00

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Павел Качкаев менән бәхилләштек

Ул Рәсәй һәм үҙенең бәләкәй Ватаны өсөн күп эштәр башҡарҙы

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Павел Качкаев менән бәхилләштек
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән Павел Качкаев менән бәхилләштек

Бөгөн, 7 майҙа, баш ҡаланың элекке башлығы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар. Павел Рюрикович 5 майҙа 73 йәшендә вафат булды. Матәм сараһы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтте.

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй кимәлендәге сәйәсмән Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙатыу сараһында республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт ағзалары, РФ Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, туғандары, яҡындары ҡатнашты.

Республика етәксеһе Павел Качкаев бөтә ғүмерен Рәсәйгә һәм Башҡортостанға хеҙмәт итеүгә бағышланы, тип белдерҙе хушлашыу сығышында.

– Павел Рюриковичтың тормош һәм хеҙмәт юлын барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Иң мөһиме – уны кешеләр бик яратты. Үҙен ҡала башлығы булараҡ белгән өфөләр генә түгел, бөтә Башҡортостанда хөрмәт иттеләр. Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайланғандан һуң да ул барыбер “халыҡ мэры” булып ҡалды. Кешеләр уға үҙ мәшәҡәттәре, һорауҙары менән килде, ә ул уларҙы әүҙем хәл итте. Дәүләт Думаһында республиканың, уның халҡының мәнфәғәттәрен яҡлаған абруйлы һәм компетентлы көрәштәшебеҙ булыуын һәр ваҡыт белә инек, – тине Радий Хәбиров. 

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, шулай уҡ яҡын арала уның иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуясағын хәбәр итте.

Рәсәй Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Виктор Селиверстов Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин һәм парламенттың бөтә фракциялары исеменән Башҡортостан халҡына һәм Павел Качкаевтың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.

– Ошо көндәрҙә генә уның менән аралаштыҡ, пландар менән уртаҡлаштыҡ, ә бөгөн дуҫыбыҙҙы һәм иптәшебеҙҙе һуңғы юлға оҙатабыҙ. Павел Рюрикович абруйлы, һәр ваҡыт ыңғай кеше булды. Беҙ уның кеүек намыҫлы эшләргә тырышасаҡбыҙ, – тине Виктор Селиверстов.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин Павел Качкаев менән берлектәге эш хаҡында һөйләне, уның тыуған республикаһына тоғролоғон һәм Башҡортостандың баш ҡалаһын үҫтереүҙә ҙур роль уйнауын билдәләне.

– Мэр булып эшләгәндә ул өфөләрҙең үтенестәренә иғтибарлы мөнәсәбәте менән иҫтә ҡалды. Павел Рюрикович һәр мәсьәләне ентекләп тикшерҙе. Дәүләт Думаһының 2011 йылда ул яңы ойошторолған Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комитетына эшкә килгәс, шунда уҡ был эшмәкәрлеккә ныҡлап егелде. Павел Рюрикович башлаған бөтә эштәрҙе мотлаҡ тамамларбыҙ, – тип билдәләне Александр Сидякин.

Статс-секретарь – Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Муценек министрлыҡ етәксеһе Ирек Фәйзуллин исеменән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

– Павел Рюриковичты профессионал, бай тәжрибәле кеше, ышаныслы дуҫ һәм яҡшы иптәш булараҡ хәтерләйбеҙ. Ул Рәсәй һәм үҙенең бәләкәй ватаны өсөн күп эштәр башҡарҙы, – тип билдәләне министр урынбаҫары.

Матәм митингында шулай уҡ Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон, Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевски, Павел Качкаевтың туғандары һәм дуҫтары сығыш яһаны.

Павел Качкаевты баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.

Фекер

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе:

– Павел Рюриковичтың бер һыҙаты бер ине – ул һәр кеше менән вазифаһына, йәшенә ҡарамай дуҫтарса асыҡ һөйләште. Ул беҙҙең өсөн уҡытыусы, өлгө үрнәге булды. Ул – үҙе бөйөк һәм ныҡ ябай шәхес. Депутат булараҡ уға ҡабул итеү көндәрендә халыҡ ышаныс белдереп күп килә ине. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр береһе менән һөйләшеп, һорауҙарына яуап таба торғайны. Үҙ ҡалаһының, республикаһының, иленең ҙур илһөйәре булды. Был – беҙҙең республика өсөн ҙур юғалтыу.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:

– Павел Качкаевты күптән беләм. Һуңғы йылдарҙа беҙ уның менән тығыҙ бәйләнештә булдыҡ. Ул бик ғәҙел, булдыҡлы, үҙенә талапсан, бик ярҙамсыл кеше ине. Уға Дәүләт Думаһындағы депутаттар ҙур хөрмәт менән ҡаранылар, сөнки үҙенең эшен бик яҡшы белә торғайны. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһы буйынса йыш сығыш яһаны, парламентта был өлкәлә иң яҡшы белгестәрҙең береһе булды. Беҙҙең республиканы, Өфө ҡалаһын бик яратты, өлгөлө ғаилә башлығы булды. Павел Рюрикович үҙе тураһында тик яҡты иҫтәлектәр ҡалдырып китте.

Фото: glavarb.ru.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас