“Хәстәрлекле ҡулдарға эләктем...”
– Бәхетем бар икән, тип уйлап ҡуйҙым ошо дауахананың реабилитация бүлексәһендә ике аҙна уйланып ята торғас, – тине танышҡанда яугир Альфред Ғәли улы Юмалин. – Ҡаты яраланғандан һуң мине бик тиҙ рәүештә Токмак ҡалаһындағы, аҙаҡ Мелитополь, Ростов ҡалалары дауаханаларына, артабан поезд менән Анапа госпиталенә килтерҙеләр. Баш һөйәге-мейе йәрәхәте , башҡа яралар уңала башлағандан һуң ялға ҡайтарҙыдар. Тик көтмәгәндә инсульт һуҡты, ошо ҡатмарлы мәлдә тыуған йортомда, республикамда булыуым ҡотолғоһоҙ бәләнән йолоп алып ҡалғандыр ҙа инде. Шөкөр,хәҙер иң ҡурҡынысы артта.
Дөрөҫөн әйткәндә, мин Өфөлә шундай көслө реабилитация бүлексәһе булған дауахана барлығын белмәй ҙә инем. 65 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә 5-се ҡала клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең һәр ауырыуға йылы мөнәсәбәте, вазифаһына, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, туғанындай яҡын күреүе, һәйбәт мөғәләмәһе шунда уҡ күҙгә ташлана. Ирекһеҙҙән “Йылы һүҙ –йән аҙығы”, тигән әйтем тел осона килә. Туҡланыуҙың яҡшы булыуын, йәшелсә, емеш-еләктең өҫтәлдән өҙөлмәүен дә әйтмәй булмай. Меню хатта мине ғәжәпләндерҙе. Шәфҡәт туташтары бер минут ял итергә ирек бирмәй, бына иртә менән генә массажға саҡырҙылар, система ҡуйҙылар, ультратауыш тикшереүе үттем, лазер менән быуындарҙы дауаланылар... Тағы шуныһы бик оҡшаны: коридорҙа тыныс, тауыш-тын юҡ, палаталар таҙа, тиҙ генә һөрткөләп, йыуып торалар, эшләгәндәрен күрмәй ҙә ҡалаһың. Бүлексә мөдире Аделия Рафаэль ҡыҙы Әхмәтова иртүк инеп, хәл-әхүәлде белешеп, кәйефте күтәреп сыға. Мине бик иғтибарлы, мөләйем йөҙлө Эльвира Юрьевна Уткина дауалай. Уларҙың көндәлек хәстәрлеге арҡаһында бик күп пациенттар һауығып, йәшәүгә көс-дәрт алып сыға торғандыр.
Ейәнсура районында тыуып үҫкән “Фред” позывнойлы яугиргә 59 йәш. Уның Ватанды һаҡлаусылар рәтенә нисек эләгеүе хаҡында артабанғы яҙмаларҙа ентекләберәк һөйләрбеҙ. Батыр сержант, әйҙә,ышаныслы ҡулдарҙа һаулығын нығытһын, тиҙерәк аяғына баҫып, ғаиләһе менән осрашһын. Ә беҙ ҡала дауаханаһы менән яҡындан танышайыҡ.
“Дилбегә”не йәштәр ҡулға ала
Һуңғы осорҙа медицина ойошмаларына, клиникаларға йәш табиптарҙың күпләп килеүен, улар араһынан булдыҡлы етәкселәрҙең үҫеп сығыуын күрәбеҙ. Айырыуса ковид осоронда йәш белгестәр үҙҙәренең нимәгә һәләтле булыуын, ҡыйыулығын, мобиллеген иҫбатланы, хатта сит республика һәм өлкәләргә ярҙам күрһәтте, әллә күпме ғүмерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалды.
5-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Салауат Вилсам улы Өмөтбаев та коронавирус инфекцияһы республиканы ялмап алған ваҡытта ойоштороу-методик, консультатив һәм дауалау эшмәкәрлеген йәйелдереү өсөн беренселәр рәтендә Ҡарәсәй-Черкес республикаһына командировкаға ебәрелде. Ул –“Ҡарәсәй-Черкес республикаһының атҡаҙанған табибы”, неврология буйынса юғары категориялы табип. Ошо көсөргәнешле мәлдә һаулыҡ һаҡлау тармағы белемле, йөрәкле, дыуамал йәштәренә таянды һәм һис тә отолманы. Тап шундай һөнәренә тоғро ҡыйыуҙарҙың эшмәкәрлегенән тармаҡтың киләсәге, халыҡтың сәләмәтлеге, кәйефенең нисек булыуы тора ла инде. Медицина хеҙмәткәрҙәре ғаиләһендә тыуып үҫкән, ғорурланырлыҡ ҙур хеҙмәт династияһының бер ағзаһы булған Салауат Вилсам улы үҙҙәренең иңенә төшкән яуаплылыҡты яҡшы күҙ алдына килтерә. Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында табип-невролог, неврология бүлексәһе мөдире, аҙаҡ Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһында эшләгәндә мул тәжрибә туплау менән бергә тармаҡта яһалған баҙыҡ аҙымдарға, ауыл медицинаһының яңырыуына ихлас һөйөнә һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу өҫтөндә эшләй. Бөгөн ул – Өфөнөң үҙәк өлөшөндә урынлашҡан 5-се ҡала дауаханаһының баш табибы.
– Коллектив та, эшмәкәрлек даирәһе лә ҙур. 1131 белгесе эшкә йәлеп иткәнбеҙ. Неврология, ике терапия, медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы бүлексәләре, медицина университетының ике кафедраһы, поликлиника эшләй. Өҫтәүенә поликлиника звеноһы составына төрлө осорҙа ҡаланың 40-сы, 1-се һәм 44-се поликлиника подразделениелары индерелде. Амбулатор -поликлиника хеҙмәтенең сменаға ҡабул итеү ҡеүәте 2455 кеше тәшкил итә, Киров , Совет, Ленин һәм Октябрь райондарының 160 меңдән ашыу кешеһен хеҙмәтләндерә. Амбулатор звено составына дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм 25 фельдшер-һаулыҡ пункттары ла инә. Ике ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм тәүлек әйләнәһенә эшләүсе травматология пункты бар. Бөгөн 5-се ҡала дауаханаһының клиник базаһында факультет терапияһы, поликлиника терапияһы һәм неврология кафедралары әүҙем эшләй.
– Бындай күп профилле клиник дауахананы кадрҙар менән тәьмин итеү, моғайын, еңел түгелдер?
– Шулай уйларға нигеҙ бар, әммә был мәсьәләлә етди ҡыйынлыҡ юҡ. Клиниканың ҡала уртаһында, университет ятаҡтарына яҡын, уңайлы ерҙә урынлашыуы кадрҙар мәсьәләһен ыңғай хәл итергә ярҙам итә. Коллективтың 68 процентын ординаторҙар, буласаҡ табиптар тулыландыра. Миҙалдың икенсе яғы ла бар, әлбиттә, йәштәрҙе үҙенсәлекле һөнәргә, дисциплинаға, эш нескәлектәренә өйрәтеүҙе коллективтың ҡалған 32 процентына үҙ иңенә алырға тура килә. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең профессиональ кимәле юғары дәрәжәлә тип иҫәпләйем. Фән докторҙары һәм кандидаттары, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандары етерлек. Юғары һәм беренсе квалификация категорияһына белгестәребеҙҙең 40 процентҡа яҡыны эйә. Ковид осоронда дауахананың госпиталь булараҡ баһалап бөткөһөҙ эш башҡарыуын, коллективтың ҡатмарлы һынауҙарҙы лайыҡлы үтеүен дә билдәләргә кәрәк, – тине баш табип коллективы тураһында ҙур ҡәнәғәтлек менән.
“Медицина бер урында ғына тапанмай”
Салауат Вилсам улы әйтеүенсә, етәксе өсөн иң ауыры – яуаплылыҡ йөгө. Медицина ойошмаһының матди хәле, эш шарттары, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу, ауырыуҙар сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойоу...
– Сирҙәрҙе ваҡытында тотоп ҡалыу, мәлендә дауа тәғәйенләү бик күп проблемаларҙы хәл итергә, сығымдарҙы кәметергә, ғүмер оҙайлығын арттырырға, репродуктив сәләмәтлекте яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Ошо йәһәттән диспансерлаштырыуҙың әһәмиәтен тейешенсә баһалап бөтмәүебеҙ үкенесле. Предприятие һәм ойошмалар менән бәйләнеште нығытыу, диспансерлаштырыуҙы производствонан айырылмайынса эш урындарында үткәреүҙе яйға һалыу бурысы тора.
Диспансерлаштырыу, ысынлап та, кеше тураһындағы ҙур хәстәрлек өлгөһө, оҙайлы һәм бәхетле ғүмер итеү нигеҙе. Уны тиҙерәк һәм һөҙөмтәле үтеү өсөн, һис шикһеҙ, яҡшы йыһазландырылған яңы заманса медицина учреждениелары кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың әйтеүенсә, йүнәлеш билдәләнгән, быйыл тағы республикала тәүге медицина звеноһын яңыртыу өсөн алты поликлиника төҙөләсәк. Етәксенең муниципалитеттарҙағы ҡайһы бер поликлиникалар хәҙер Өфөләгегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ, тип билдәләүе дөрөҫлөккә тап килә, милли проекттар ярҙамында райондарҙағы байтаҡ медицина учреждениелары заманса ҡорамалдар, транспорт менән йыһазландырылды.
Алдағы алты йылда баш ҡаланың медицина учреждениеларын ҙур күләмдәге яңыртыу көтә. Өфө өсөн айырым программа булдырылыуы, яҡшы финанс ярҙамы бүленеүе һөйөнөслө ваҡиға. Был хәл, һис һүҙһеҙ, беҙҙең дауахана тормошона ла, пациенттарыбыҙ һаулығына ла, поликлиникаларҙың техник тәьмин ителешенә лә ҡағыласаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең йәһәттән “бишенсе”нең маркаһын төшөрмәү, абруйын, танылыуын арттырыу, медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын тағы ла яҡшыртыу өсөн бөгөн пландар ҡорабыҙ, идеялар менән уртаҡлашабыҙ. Медицина бер урында ғына тапанмай, ул камилләшә, заман ихтыяжына һәм талаптарына ярашлы беҙ ҙә үҫәсәкбеҙ, кадрҙарҙы уҡытыу барышын даими дауам итәсәкбеҙ, – ти Салауат Вилсам улы. – Үрҙә әйтелгән реабилитация һәм интенсив терапия бүлексәһе махсус хәрби операция ветерандарын һауыҡтырыу буйынса артабан да ҙур тырышлыҡ һаласаҡ.
Мультидисциплинар бригада составына физик реабилитация медицинаһы табибы, табип-невролог, травматолог, логопед, медицина психологы һәм башҡа белгестәр инә. Пациенттар физиотерапия дауаһын яңы физиотерапия ҡорамалында үтә. Дауахана баш мейеһенә микрополяризация аппараты, электр йоҡоһо, транскраниаль электростимуляция үткәреү өсөн тәғәйенләнгән “Магнон-ДКС” аппараты, физиотерапияның алдынғы ысулы HILT лазер терапия ҡорамалы, ауыртыуҙы баҫыусы, төрлө патологияларҙы дауалаусы “АСБ-2М” медицина аппараты һәм терәк-хәрәкәт аппаратты тергеҙеү, быуындарҙы дауалау буйынса төрлө уңайлы тренажерҙар менән йыһазландырылған.
Ижад һәм йыр ярҙам итәсәк
Элек “беҙгә йыр төҙөргә һәм йәшәргә ярҙам итә”, тип йырлай ҙа, әйтә лә торғайнылар. Ә 5-се ҡала дауаханаһы ошо лозунгты тулыһынса тормошҡа ашырған коллектив. Көслө һәм берҙәм коллектив ижад күтәренкелеге, йыр-моң менән, байрамдар ойоштороп йәшәргә ғәҙәтләнгән. Аҡ халатлыларҙың юбилей хөрмәтенә сығарылған “Йырсы дауахана” тип аталған иҫтәлекле йыйынтыҡтары, үҙҙәренең эшмәкәрлектәре тураһында күңелгә ятышлы, юморға бай ижад емештәре ойошманың яуаплы хеҙмәттән һуң да ойошҡан, берҙәм коллектив булып ҡалыуын күрһәтә. Әхләҡи мөхит, бер-береңә хөрмәт – дөйөм эштә яҡшы кәйеф һәм уңыш сығанағы. Йылдар үтеп, етәкселәр алмашынып торһа ла, бында ярҙамсыллыҡ, иптәшлек, ихтирам тойғоларына ҡытлыҡ юҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашырға тура килмәһен, “бишенселәр”уны һәләттәре, йырсы күңелдәре, хеҙмәт һөйөүсәнлектәре менән еңәсәк.
Динә Арыҫланова.
Фото: шәхси архивтан.