Һуңғы йылдарҙа ғалимәнең уңышлы эшләүе уның баҫылып сыҡҡан китаптарында сағыла. Фәнүзә Нәҙершинаның 2016 йылда нәшер ителгән фольклор прозаһының тарихи йүнәлешле тармағын өйрәнеүгә бағышланған "Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы" китабында риүәйәт, легенда, йыр-риүәйәт, хөрәфәти хикәйә һәм хәтирә жанрҙары тикшерелә. Боронғо (архаик) ҡараштар сатҡыһын һаҡлаған миф-легендаларға, халыҡ тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы сағылдырған тарихи риүәйәттәргә айырыуса ҙур урын бирелә. Көнкүрешкә бәйле ҡайһы бер сюжеттар ҙа бар. Китаптың «Ҡушымта» бүлегендә рус һәм инглиз телдәрендә мотивтар күрһәткесе бирелә. Фәнүзә Нәҙершинаның ғилми хеҙмәткәр Элла Созинова менән берлектә башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә «Сал Урал хазиналары» — «Сокровища Седого Урала» — «The Treasures of the Ancient Urals» ( Өфө: Китап, 2019) тигән китап-альбомы тиҙ арала таралып бөттө. Баҫмаға тау, йылға-күлдәрҙең килеп сығышын аңлатҡан башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары, уларҙың матурлығын һәм бөйөклөгөн данлаған йырҙар, «Урал батыр», «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпостарынан өҙөктәр индерелгән. 2025 йылда З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Башҡорт халыҡ йыр сәнғәте” баҫылған. Унда мифологик, тарихи, социаль-көнкүреш, мөхәббәт-лирик характерҙағы 220 башҡорт халыҡ йыр-риүәйәттәренән торған, нота яҙмалары менән шиғри өлөш башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған китаптың ғилми мөхәррире, инеш мәҡәлә, комментарийҙар һәм күрһәткестәр авторы Фәнүзә Нәҙершина. Ғалимәнең хеҙмәт даирәһен һәм эшмәкәрлегенең тәрәнлеген әле аңлап та, баһалап та етмәйбеҙҙер. Әммә уның исеме Башҡортостан тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уны 90 йәше менән тәбрикләп, бер аҙ тормош юлына, ғилми эшмәкәрлегенә байҡау яһайыҡ.
Исеменә есеме юралған
Меркет-мең ырыуы төйәкләгән Ауырғазы районының Мораҙым тигән ауылында февраль айының ҡараңғы төнөндә бер ҡыҙ бала донъяға килә. Аслыҡтан һуң халыҡ һаман мандый алмаған ауыр йылдар. Быға хәтлем тыуған бер балалары үлеп торғас, ҡыҙҙың әсәһе Минисара бәпескә яуыз көстәрҙе ҡурҡытырлыҡ, уларҙан һаҡларлыҡ исем ҡушырға кәрәктер, тип уйлай. Атаһы Айытбай мәктәп директоры булып эшләгән Арыҫланов менән кәңәшләшергә була. Ауылдың абруйлы кешеһе баланы үҙе килеп күрә. “Кем тип атарға уйланығыҙ инде?” тигәнгә “Кинйәбикә” тигән яуап ишеткәс, сабыйға оҙаҡ ҡына текләп ҡарап торғандан һуң: “Юҡ, һылыу ҡыҙға әбейҙәр исеме килешмәҫ, маңлайы ниндәй яҫы, ғалимә булыр ул. Фәнүзә (мәғәнәһе – яҡтыртҡыс, маяҡ) тип ҡушығыҙ, ”– ти. Шулай итеп, күренекле ғалимә булып китер, филология фәндәре докторы тигән ғилми дәрәжәгә өлгәшер, хеҙмәттәре Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты тигән исемдәр менән баһаланыр Фәнүзә Нәҙершинаның яҙмышы тыуғас та юралып ҡуйыла.
Ҡыҙ иҫ киткес зирәк булып үҫә. Алты йәше тулыр-тулмаҫтан өйҙә һаҡланған латин хәрефле китаптарҙы һупалап уҡый башлай. “Атайыма мин тыуғанда – 55, ә әсәйем унан 12 йәшкә кесерәк ине. Иркәләтеүҙәренең сиге булманы”,– тип хәтерләй әле Фәнүзә апай. Минисара менән Айытбай икеһе лә тормош иптәштәрен юғалтҡас сәстәрен сәскә бәйләй. Тәүге никахтағы балалары ҙурайып бөткән. Уртаҡ балаларын һөйөп үҫтереү теләгенән төңөлмәйҙәр. Яңы тыуған сабыйҙың иҫән-һау тороуын теләп, йәше тулған көндә әйтелгән нәҙер – ҡара төҫлө ваҡ мал – күрше ауыл муллаһына алып барып бирелә. Ҡара, сөнки бала төндә тыуған, ҡараңғыла донъяға килгән кешегә ҡара – ҡот төҫө. Быныһы – шул төбәктә йәшәгән халыҡтың инанысы. Йәнә лә ҡыҙға тип инселәнгән мал ҡотло була, ҡазаланып бармай.
Оҫта ҡуллы Минисара апай ҡыҙына ниндәй генә күлдәк тегеп кейҙермәй!
“Әсәйем үҙе кеймәһә кеймәй, миңә тегер ине. Таңдан тороп материалды киҫә һалып ебәрә лә, төшкә күҙҙең яуын алып торған күлдәк әҙер була. Бер ваҡыт күлдәккә уның алдында һоҡланырға уңайһыҙланып, тышҡа сығып йәшенеп кенә ҡыуанғаным хәтерҙә...”
Атаһын, 1905 йылғы яу ветеранын, оло йәштә булғас, һуғышҡа алмайҙар.
Икеһе лә тиктормаҫ, эшсән. Атаһы кешеләр йоҡонан уянғансы әллә ҡасан барып бесәнен сабып ҡайтҡан була. Ҡурайын тарта-тарта сәй эскәне лә хәтерендә. Әсәһе аш-һыуға оҫта. Йәй көнө колхозға ҡымыҙ бешә. Райондан ебәрелгән вәкилдәр, сәнғәт кешеләре уларҙың өйөнә генә туралап килә. Алсаҡ мөғәмәлә, йыйнаҡ йорт, тәмле аш-һыу ғына түгел, хужаларҙың бай рухлы булыуы ла үҙенә тартҡандыр. Меркет-мең ырыуы башҡорттары төйәкләнгән был ауылда элек-электән йыраусылыҡ, сәсәнлек традициялары, йыр-моңға әүәҫлек көслө булған. Ә Айытбай менән Минисара икеһе лә моңло, нурлы кешеләр. Уларҙың өйҙәрендә – бер кемдә лә әлегәсә булмаған радио, Мәғәфүр Хисмәтуллиндың моңдары...
“Яңғыҙ үҫеүҙең ыңғай яғы ла, кире яғы ла бар: таянысың булмай, шуға хәл иткес мәлдәрҙә үҙеңә генә таянаһың, үҙеңде үҙең яҡларға өйрәнәһең, көнләшеүҙе белмәйһең, сөнки өйҙәгеләрҙең барлыҡ иғтибары һиндә генә була, ә мине иркәләтеүҙәренең сиге булманы”, – Фәнүзә апай бала сағын хәтерләп.
Бәләкәйҙән шиғыр ярата Фәнүзә. Ғәлимов Сәләмдең, Рәшит Ниғмәтиҙең оҙон-оҙон поэмаларын, Хәниф Кәримдең шиғырҙарын ятлап, мәктәптә, ауыл клубы сәхнәһендә һөйләп йөрөй. Тарих менән дә ҡыҙыҡһына.
Ете йыллыҡ ауыл мәктәбенән һуң, тәүҙә Стәрлетамаҡтағы педучилищела, аҙаҡ пединститутта уҡып, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уны уңышлы бөтөргәс, педагогия институтын ике йыл эсендә ситтән тороп тамамлай.
Өфөгә, аспирантураға...
Ректор Солтанғужин яҡшы өлгәшеүселәрҙе саҡырып алып, аспирантураға инергә тәҡдим итә. Фәнүзәнән ыңғай яуап ишеткәс, Өфөгә, Жәлил Киекбаевҡа, хат яҙып тоттора.
Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнашыуы, ауыл мәктәбендә директор, комсомолдың Ауырғазы район комитетының мәктәптәр бүлеге мөдире булып эшләүе характерында йәштән үк әйҙәүселек, алдан барыусанлыҡ, юл ярыусылыҡ сифаттарын баҙыҡландырғандыр.
Жәлил Киекбаев аспирантураға тип килгән ҡыҙҙы баштан-аяҡ ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡайһы яҡтан булыуын һораша. Быйылға өлгөрмәнең, тип, Марат тигән егетте (аҙаҡ билдәле профессор, академик булып китәсәк М. В. Зәйнуллин) алыуҙарын әйтә. “Бына Кирәй Мәргән ҡатын-ҡыҙ аспирант эҙләй ине. Ярай, икенсе йыл үҙемә килерһең,”– тигәнгә Фәнүзә аптырап ҡала. “Уңарса тормошҡа сыҡһам, аспирантураға ғүмерҙә лә килә алмаясаҡмын”,– тип уйлай ул эстән генә.
К. Маркс урамында урынлашҡан Фәндәр академияһына ла инеп сыҡмаҡсы була. Унда фольклор буйынса бер урын барлығын әйтеп, әлеге лә баяғы Кирәй Мәргәнгә ебәрәләр. Ҡатын-ҡыҙ кәрәк тигәндең сере асыла: баҡһаң, экспедиция ваҡыттарында әбей-һәбей ир-ат менән асылып һөйләшеп бармай, ояла икән... Фольклор бүлегенә шуға ла илаһи заттан берәйһен алырға булалар.
Имтихандарға килеү ваҡытын һөйләшкәс, ҡайтып әҙерләнә башлай. Философияны ныҡлап уҡый, ә бына һөнәри йүнәлеш – фольклор буйынса ул ваҡытта Кирәй Мәргән менән Әхнәф Харисов әҙерләгән өс томлыҡ баҫмалар берҙән-бер ҡулланма ине.
Ғалимәлек юлы
1962 йылда, аспирантура тамамлағандан һуң, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә алына.
“ ...Институтта эшләүемә, унда хеҙмәт иткән абруйлы ғалимдар менән аралашып йәшәгәнемә һөйөнәм. Ғилми дәрәжәм булмағанда ла докторҙар эшләгән темаларҙан ситкә тибелмәнем, ғилми советта иҫкәрмә алғаным булманы, яуаплылыҡ тойоп, эшемдән ләззәт алып йәшәнем. Хеҙмәттәштәрем минең рус, сит ил әҙәбиәттәре менән яҡшы мөнәсәбәттә булыуымды, тарих менән ҡыҙыҡһыныуымды ла баһалай белә торғайнылар, минең менән аралашҡанда үҙҙәренең өҫтөнлөктәрен бер ҡасан да һиҙҙермәнеләр. Әйтәйек, беҙ бер осорҙа эшләгән – Раил Кузеев, Наил ағай Бикбулатов – тарихсылар, әҙәбиәтселәр – Ким Әхмәтйәнов, Әнүр Вахитов, Вафа Әхмәҙиевтар – барыһы ла бик белемле, дәрәжәле кешеләр ине. Хәҙер улар мәрхүмдәр инде,”– ти Фәнүзә апай, ул да бит, тыныс ҡына аҡҡан йылға шикелле, шаулап йөрөмәһә лә, юлынан тайпылмай, хеҙмәт емештәре менән ҡыуандыра.
Башҡорт фольклорының тарихи прозаһын, поэзияһын һәм афористик жанрҙарын өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Ҡырҡлаған китап баҫтырып сығара. “Халыҡ һүҙе” (Өфө, 1983), “Халыҡ хәтере” (Өфө, 1986), “Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы” (Өфө, 2011), “Йырҙарҙа халыҡ тарихы” (Өфө, 2025) тигән монографиялары донъя күрә. Тәүгеһендә башҡорт халҡының афористик ижады, ҡалғандарында риүәйәт-легендалар, йырҙар тикшерелә. “Башҡорт халыҡ ижады” томдарын әҙерләүҙә Фәнүзә Айытбай ҡыҙы төптән егелеп эшләй: “Йомаҡтар” (1979, 2007), “Мәҡәл һәм әйтемдәр” (1980, 2006, 2019), “Риүәйәттәр һәм легендалар” (1980, 1997), “Заятүләк менән Һыуһылыу” (2023), рус телендә күп томлыҡ сериялы уның тарафынан “Предания и легенды” (1987), “Башкирские пословицы и поговорки, загадки и приметы” (1993) тигән йыйынтыҡтары баҫтырыла. Пландан тыш “Башкирские исторические предания и легенды” тигән китабы 2015 йылда донъя күрә. Дүрт популяр йыйынтыҡ – “Алтын ҡумта”, “Рухи хазиналар”, “Башкирские предания и легенды”, “Башҡорт халыҡ йырҙары” китаптарын сығара. Күп һанлы мәҡәләләр авторы булараҡ таныла.
Ике ҡыҙы – ике ҡанаты
Шул уҡ ваҡытта, фән кандидаты йә докторы булайым, тип, әсәлек бурысын ситкә ҡуймай. Яратҡан эшен дә “ҡыйыртһытмай”. “Йоҡо, ял иҫәбенә булһа ла, үҙемә йөкмәтелгән бурысты үтәргә тырыштым. Ғаилә татыулығы ла быға ярҙам иткәндер, моғайын. Ирем – Михаил Созинов (ул рус кешеһе ине), ҡулынан килгәнсә, эшләр өсөн миңә шарттар тыуҙырырға ынтылды. Ғөмүмән, беҙ Миша менән бер-беребеҙҙе аңлап ғүмер иттек. Мине һәм минең йөҙөмдә милләтемде күреп, хөрмәт тойғоһон белдереүҙән тартынмай йәшәне. Ул бик тә изге күңелле, ғәҙел, саф кеше ине”, – ти Фәнүзә апай.
Ике ҡыҙ үҫтерә улар. Икеһе лә уҡып, юғары белем ала, әсәләре кеүек фән юлын һайлай. Оло ҡыҙҙары Ирина – биология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең биохимия һәм генетика институтында бүлек мөдире булып эшләй. Кесе ҡыҙҙары Элла филология фәндәре кандидаты, инглиз теле буйынса белгес. Фәнүзә апайҙың: “Әсәйем менән атайымдың мине иркәләп үҫтереүе балалар менән башҡа мөғәмәлә мөмкин түгеллекте аңға һеңдергән”, – тиеүендә уның бала йәнле булыуы ла асыҡ сағыла. Ғалимә дүрт ейәнсәргә, ике бүләгә өләсәй ҙә.
Сит ҡитғаларға билдәле ғалимә
Бөтә Башҡортостан буйлап һибелгән рухи хазиналарҙы йыйып баҫтырып сығарыу, уларға фән күҙлегенән баһа биреү генә түгел, сит илдә лә танытыу өлкәһендә лә тәүге юл ярыусыларҙың береһе ул Фәнүзә Айытбай ҡыҙы. Өс телдә – башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә – халыҡ ижады ынйыларын баҫтырып сығарыуҙы тап ул башлап ебәрҙе. Флүрә Килдейәрова менән берлектә сығарған “Халҡым йыры” (1995) тәүге тәжрибә булһа, оҙаҡ көттөрмәй “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре” (1997) донъя күрҙе. Ошо эштәрҙең дауамы булып, 2001 йылда өс телдә “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары” китабы нәшер ителә.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы, “Мин эшләмәһәм, кем?” тип, эшенә намыҫ менән ҡараған кешеләрҙең береһе бит ул. Шулай булмаһа, осон осҡа ялғауҙа ныҡышмалыҡ талап иткән, әллә нисәмә кешенең бергә, килешеп, янып эшләй торған яуаплы хеҙмәткә тотонмаҫ та ине. “Урал батыр” эпосын өс телдә сығарыу ҙа был өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплағанға, алып барып сығара алырбыҙ, тигән ышаныс менән башҡарыла. Тәржемә асылында тексҡа тура киләме, берәй өлөшөн төшөрөп ҡалдырмағандармы – барыһы ла күҙ уңында торорға тейеш ғалимәнең.
Шулай уҡ өс телдә донъя күргән “Салауат Юлаев” китабын тәржемә иткәндә профессор, филология фәндәре докторы Булат Тәлғәт улы Ғәниев башҡорт телендәге яңғырашты инглиз телендә бирер өсөн тотош методика уйлап таба, үҙенсәлекле бер алфавит төҙөй. 2011 йылда “Башҡорт халыҡ ҡобайыр-иртәктәре” тигән китабы сығыу ҙа әһәмиәтле күренеш булды.
Был эштәрҙең маҡсаты – башҡорт халҡының рухи хазиналарын сит илгә, башҡа ҡитғаларға танытыу, тигәйнек инде. Ә бына сит илгә артыҡ күп йөрөргә тура килмәй ғалимәгә. Төркиәнән күп тапҡырҙар саҡырыу алһа ла, төрлө сәбәптәр арҡаһында бара алмай ҡала. Шунда ебәрелгән докладтың инглиз телендәге ҡыҫҡаса йөкмәткеһе Англиялағы бер ғалимдың иғтибарын йәлеп итә. Шулай итеп, Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Англияла, Эдинбург университетында үткән “Каспий – Урта Азия, 1994” халыҡ-ара фәнни симпозиумына саҡырыу ала. Бында абруйлы ғалимдар башҡорт халыҡ йырҙарының тарихилығына һәм йөкмәткелелегенә һоҡланыу белдерә.
“Инглиздәрҙе хистәрен бик белдереп бармай торған халыҡ”, – тиҙәр. Шул хәтлем йылы ҡабул иттеләр. Англияға барыу, ғөмүмән, минең тормош хыялым ине ул. Уҡыған саҡта уҡ инглиз әҙәбиәтен яраттым. Диссертацияны ла Джон Голсуорсиҙың “Һуңғы глава” әҫәрендәге Динни образы буйынса яҙырмын тип уйлай торғайным. Көтмәгәндә хыялым тормошҡа ашты ла ҡуйҙы”, – тип йылмая ғалимә. Англиянан тәржемә китаптарын сығарыу йүнәлешендә эшләргә кәрәклегенә инанып, ҡанатланып ҡайта Фәнүзә Айытбай ҡыҙы.
1995 йылда фин-уғыр халыҡтарының Финляндияла уҙғарылған VIII Бөтә донъя конгресында ҡатнашыу бәхете тейә. Сит илгә ул ваҡытта эләгеү бик ҡыйын, барырға теләгеңде белдерҙең дә киттең түгел, Мәскәүҙә әллә нисәмә цензор аша үтергә кәрәк. Уғыр һәм башҡорт фольклоры араһындағы оҡшашлыҡтар һәм айырмалыҡтар тураһында белемен тәрәнәйтә, шул эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә Асылыкүл, Дим буйы башҡорттары фольклоры һәм этнографияһы буйынса фильм төшөрөлә.
Телевидениела авторлыҡ программалары
Айырып әйтергә кәрәк, ғалимәнең үҙ табыштарын телевидение ярҙамында киң йәмәғәтселеккә еткерә барыуы ла тауышын баҙыҡландыра. Телевидение 1984–1990 йылдарҙа “Йыр тарихы – халыҡ тарихы” тип исемләнгән Фәнүзә Нәҙершинаның авторлыҡ программаһын булдыра. Камера алдында ла ҡаушап ҡалмай ул, һәр нәмәлә сама белеүсе ғалимәгә, йәшләй генә директор, райкомда эшләү вазифалары йөкмәгән кешегә, нимәне һөйләргә, нимәне һөйләмәҫкә мөмкинде әйтеп тороу кәрәкмәй. Иң ҡыйыу фекерҙәрҙе лә, ярамай тигәндән ҡурҡмай, киң йәмәғәтселеккә еткереү сараһын таба алыуы һөйөндөрә үҙен аҙаҡ. Халыҡ ғалимәнең тапшырыуҙары сығыуын көтөп ала.
Йыр тарихын, уларҙың килеп сығышын тәрәнтен тикшереүе, этнографик, художестволы үҙенсәлектәрен асыуы, башҡа халыҡтар менән сағыштырма планда ҡарауы, асыҡлап әйткәндә, фәнни нигеҙгә ҡоролоуы уларҙың уңышын билдәләй. Шулай уның тарафынан ике телевизион фильм төшөрөлә: “Рухи хазиналар эҙенән” (Дим, Асылыкүл төбәге фольклоры), “Күңелдәре тулы моң уның” (ҡурайсы, йырсы-импровизатор, бейеүсе, риүәйәтсе Кәрим Дияров ижады хаҡында).
...Бәләкәй ҡыҙы Элланы Фәнүзә апай 43 йәшендә таба. “Ул үҫкәнсе тип экспедицияларға байтаҡ ваҡыт сыҡмай торҙом. Ул ваҡытта телевидениела тапшырыуҙарым барҙы. Ауылдарға йөрөй башлағас, берәй өйгә “Һаумыһығыҙ!” тип килеп инһәң, тауыштан танып, өлкәнерәк инәйҙәр “Бәй, телевизорҙағы ҡыҙым килгән дәбаһа!”– тип шатланып ҡаршы алалар ине”,– тип хәтерләй хәҙер ул.
“Эшләнгән эштең ҡәҙерен белеүселәр булыуына һөйөнөп бөтә алмайым. Ҡыуанысҡа күрә, фольклорҙың мәғәнәһен белгән кешеләр бар. Ысынлап та, беҙҙең халыҡ ижадын ҡайҙа ғына алып барып күрһәтһәң дә, йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел... ” – апайҙың шулай тиеүендә лә хаҡлыҡ бар.
“Беҙҙең заманда аралашырға мөмкинлек булды. Алма-Ата, Бишкәк, Ҡазан, Йошкар-Олала үткән конгрестарҙа ҡатнаштым. Абруйлы ғалимдарҙан “Башҡорт халыҡ ижады” томдарына ыңғай фекерҙәр ишеттем. Комментарий биреү, текстология яғынан, күләме йәһәтенән беҙҙең томдар күптәргә өлгө булырлыҡ. Шулар нигеҙендә философия буйынса бик күп диссертациялар яҡланды. Этнолингвистика тигән фән үҫешкә старт алды. Әле лингвистик фольклористика йүнәлешен дә үҫтерергә, һәр хәлдә, фольклористиканың офоҡтарын теоретик яҡтан киңәйтергә кәрәк”, – ти ғалимә.
Яғымлы моң эйәһе
Англияның абруйлы университетында ул ҡабыҙған магнитофондан “Урал” көйө ағыла... Ғалимә тәҙрә аша йәшәреп күренеп ултырған тауға төбәлеп уйға ҡала. Әйтерһең, яуаплы эш алдынан уға үҙенең Уралынан көс-ҡеүәт өҫтәлгәндәй тойоп, тетрәнеү кисерә. Ошонда уҡ ул “Сыңрау торна”ны тыңлатып, риүәйәтен һөйләй. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостандан килгән башҡорт ғалимәһенең сығышына иғтибар ҙур була.
Кис ойоштороусылар бер нисә абруйлы ғалимды йыйып, һөйләшеп ултырырға саҡыра. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы башҡорт фольклорында булған бөтә жанрҙарҙы ла йырлап күрһәтә. Бәйет, мөнәжәт, сеңләү, оҙон, ҡыҫҡа көйҙәр башҡарыла. Аҙаҡтан Германиянан килгән ғалим: “Ханым, теге йылға тауышын хәтерләткән йырығыҙҙы ҡабат йырлаһағыҙсы”,– тип үтенә. “Уйыл”ды һорай. Йырҙың тап йылға хаҡында булыуын башҡортса аңламаған кеше нисек төшөнгәндер”, – тип ғәжәпләнә Фәнүзә апай.
Йыр тигәндән, уның был һәләтенә хеҙмәттәше, билдәле ғалим Әхмәт Сөләймәнов тарафынан яҙылған шундай баһа: “Аллаһ Тәғәлә Фәнүзә Айытбай ҡыҙының үҙенә лә яғымлы моң биргән. Әле һирәгерәк йырлаһа ла, әүәлерәк институтта бер генә кисә лә уның ҡатнашлығынан тыш үтмәҫ ине. Фольклор экспедицияһы ваҡытында ла, халыҡ менән танышыу, маҡсаттар уртаҡ икәнен аңлатыу өсөн, концерттар ойоштороп, сәхнәнән йыр бүләк итеү – уға ғәҙәти хәл ине, тиҙәр. Экспедицияларҙа йөрөгәндә, бығаса бер ҡайҙа ла яңғырамаған йырға юлыҡһа (ә уның кеүек йыр-моңға һаҡ ҡолаҡтар ундай табышҡа юлыҡмай ҡалмай), Өфөгә ҡайтҡас та уны популярлаштырыу сараһын күрә һала. Хәйер, күптәр иғтибар иткәндер, халыҡ йырын башҡарыусыларҙың байтағы сәхнәгә сығыу менән: “Был йырҙы мин фольклорсы Фәнүзә апай Нәҙершинанан отоп алдым”, “Әле һеҙ ишеткән йырҙы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы фәлән ерҙән яҙып алып ҡайтҡан”,– тип әйтеүсән”.
Тағы ла ғәжәп хәл: “Ҡыпсаҡ тархан” тигән йырҙы яҙып алыу өсөн уны юллап өс йыл рәттән бара. Миңйыһан апай Ғайсина: “Эх, бер боронғо көйөм бар ине”, – ти ҙә иҫенә төшөрә алмай икән. Өсөнсө йыл барғанда ғына яҙып алыу мөмкинлеге тыуа. “Ҡыпсаҡ тархан” йыры булып сыға ул. Аҙаҡ Фәнүзә Айытбаевна уны ноталары менән баҫтырып сығара.
Фольклорсыға бындай табыштарға юлығыу үҙе бер бәхет бит инде, фән өсөн – ваҡиға. Фәнүзә Айытбай ҡыҙының ғүмерендә бындай “йондоҙло сәғәттәр”, бәхетле мәлдәр бихисап “яҙа”. “Миәкә районында Әхмәтова Миңһылыу апайҙан “Мәйет сәләме” тигән бер ҡыҙыҡлы әҫәр яҙып алдым. Жанры буйынса мөнәжәттер тип уйлайым. Тик әле булһа ла махсус рәүештә өйрәнгәнем юҡ. Бәлки, “Мәйет сәләме” тип әйтеү үҙе бер жанрҙыр?” – һаман да эҙләнә ғалимә. Ошо эш менән етди шөғөлләнеүсе ғалимә булараҡ, үҙен дә тынғылыҡта ҡалдырмайҙар, үҙҙәре эҙләп киләләр.
...Ауылдың абруйлыһы Арыҫлановтың юрағаны юш килә: Фәнүзә Айытбай ҡыҙы фән өлкәһендә, рухиәтебеҙ донъяһында яҡтыртҡыс, маяҡ булыр дәрәжәгә өлгәшә. Китаптары ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡыла, ул балҡытҡан халыҡ ижады ынйылары, тағы ла баҙыҡланып, мәҙәниәтебеҙ күген яҡтырта.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙы инде туғыҙынсы тиҫтәһен түңәрәкләй. Был бейеклеген дә ул тос емештәр менән ҡаршылай. Маяҡтың тәғәйенләнеше – аҙашҡандарға юл күрһәтеү. Фәнүзә Айытбай ҡыҙы ла хеҙмәттәре, йәшәүе менән исеменә тоғро. Рухи байлыҡ – мәңгелек. Ул балҡытҡан хазиналар – мәңгелек. Уның исеме – мәңгелек.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.