“Башҡортостан” гәзитенең байтаҡ йылдар Нефтекама зонаһында үҙ хәбәрсеһе булып хеҙмәт иткән Марат Фәйзрахман улы Моратовҡа бөгөн 70 йәш тулған булыр ине. Ә уның был фани донъяны мәңгелеккә ташлап китеүенә 15 йылға яҡын ғүмер уҙған...
“Халыҡтың һәм уның гәзитенең мәнфәғәттәрен яҡлап, ғәҙеллек өсөн көрәшеп, урындағы төрлө түрә-ҡара менән йыш бәхәскә инергә, хатта уларҙы тәнҡитләп мәҡәләләр ҙә яҙырға тура килә. Үҙ хәбәрсе редакциянан алыҫта йәшәй һәм эшләй, ул бындай осраҡтарҙа үҙен яңғыҙ бүре һымаҡ та хис итә”, – ти торғайны ул.
Бындай хәлдәрҙә уның үҙенә лә ел-ямғыр теймәй ҡалмағандыр инде. Тик Марат бирешмәне, бер ҡасан да зарланманы. Ул Учалы районының Илсе ауылында атаһы тракторсы һәм әсәһе клуб китапханасыһы булған ишле ғаиләлә тыуып үҫкән, бәләкәйҙән хеҙмәткә күнеккән, яҙҙан көҙгә тиклем бесән эшләшеп, утын ҡырҡып һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итеп йөрөгән, сөнки Марат ғаиләлә иң өлкән бала ине.
Көнүҙәк проблемалар буйынса мәҡәләләрең, журналистика өлкәһендәге барлыҡ хеҙмәтең беҙҙең милли матбуғаттың алтын фондына ингән, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, Марат Фәйзрәхман улы!
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.