Шәхестәр
18 Июля , 09:00

“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”

Ниндәй генә вазифалар биләһәм дә, “йондоҙ” сире менән “ауырыманым”, кабинетым ишеге һәр кем өсөн шар асыҡ булды. Әлбиттә, бындай йәшәү рәүеше, башҡаларҙы борсоған, тулҡынландырған һорауҙарҙы, үтенестәрҙе хәл итеү, ошо проблемалар менән йәшәү еңел түгел.

“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”
“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”

Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин Өфө ҡалаһында 1955 йылда тыуған. Физика-математика фәндәре докторы, Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы фән һәм техника хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы нефть хеҙмәткәре, Фән һәм техника өлкәһендә Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премиялары лауреаты, Академик И.М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Вьетнам, Тажикстан дәүләттәренең Дуҫлыҡ ордены, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған. Тормош иптәше Милә Рәшит ҡыҙы – архитектор, фән кандидаты, оҙаҡ йылдар Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта. Ҡыҙҙары Әлиә ошо уҡ вузды тамамлап, ғилми-тикшеренеү институтында эшләй.

Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Профессиональ ҡаҙаныштары өсөн орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары менән бүләкләнгән 58 кеше араһында “Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған физика-математика фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт эшмәкәре Рәмил Нәзиф улы Бәхтизин дә бар.

Үҙен илебеҙгә һәм тыуған республикабыҙға хеҙмәт итеүгә, иҡтисадты нығытыуға, нефть һәм газ табыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына индереүгә арнаған ғалим менән танышыу уҡыусыларыбыҙ өсөн дә фәһемле булыр. Инженер вазифаһынан алып карьера үҫешенең бөтә баҫҡыстарын үтеп, Өфө дәүләт нефть техник университетына алты йыл етәкселек иткәндән һуң бөгөн дә тыуған уҡыу йортона профессор, диссертация советы рәйесе сифатында хеҙмәт юлын дауам итә.

 – Рәмил Нәзиф улы, һеҙҙең бөтә ғүмерегеҙҙе фән һәм белем биреү менән бәйләүегеҙ осраҡлы түгелдер. Атайығыҙ Нәзиф Раян улы  республикала үҫемлекселек буйынса танылған белгес, профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанға фән эшмәкәре. Әсәйегеҙ Гөлниса Мәхмүт ҡыҙы – математика уҡытыусыһы. Ошондай белемгә көслө ынтылышлы педагогтар ғаиләһендә тәрбиәләнеү тормошта юл һайлауға этәргес булмауы мөмкин дә түгелдер.

– Һис шикһеҙ, атай-әсәйемдең минең күҙ алдымдағы белем биреүгә арнаған фиҙакәр хеҙмәте ҙур йоғонто яһаны. Өҫтәүенә ул осорҙа вуз уҡытыусыһы профессияһы ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған һөнәрҙәрҙең береһе булды. Өфө нефть университеты миңә көн дә ашҡынып килгән икенсе тыуған йортом кеүек, бөтә тормош юлым уның менән тығыҙ бәйләнгән. 1977 йылда Ленинград дәүләт университетын тамамлағандан һуң юғары математика кафедраһына эшкә килдем. Инженер һәм уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башланым.

– Оҙайлы, емешле хеҙмәт юлығыҙҙағы уңыштарығыҙ, вазифаларығыҙ тураһында һүҙ сыҡҡанда, тәү башта һеҙ үҙегеҙгә остаз да, кәңәшсе лә, юл күрһәтеүсе лә булған шәхестәрҙе оло хөрмәт менән телгә алыуҙан башлайһығыҙ...

– Яңы ғына юғары уҡыу стенаһынан айырылып сыҡҡан йәш белгескә арҙаҡлы шәхестәрҙең, тәжрибәле хеҙмәттәштәренең мөнәсәбәтенән, ярҙамынан күп нәмә тора. Университетҡа аяҡ баҫыу менән уҡытыусым, академик Азат Хәлил улы Мирзаджанадзе менән танышыу артабанғы тормошома иҫ киткес ҙур йоғонто яһаны. Мин үҙем дә уға хас булған кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ, йомартлыҡ сифатын хеҙмәтемдә, аспиранттарыма ҡарата мөнәсәбәтемдә файҙаланырға тырыштым. Ниндәй генә вазифалар биләһәм дә, мин “йондоҙ” сире менән “ауырыманым”, кабинетым ишеге һәр кем өсөн шар асыҡ булды. Хеҙмәттәштеремә, студенттарыма хөрмәт һәм иғтибарлы мөнәсәбәт – төп тормош принциптарының береһе, әлбиттә, бындай йәшәү рәүеше, башҡаларҙы борсоған, тулҡынландырған һорауҙарҙы һәм үтенестәрҙе хәл итеү, ошо проблемалар менән йәшәү еңел бирелмәй.

– Хеҙмәт юлында шундай оло йөрәкле, маяҡ булырҙай, һабаҡ бирерҙәй остаз осрауы, һис шикһеҙ, һәр кем өсөн яҙмыш бүләге булыр ине.

 – Азат Хәлил улының Өфө дәүләт  нефть техник университетына фән һәм педагогия кадрҙары әҙерләүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап уның булышлығында юғары математика, быраулау, теоретик механика, торба үткәргестәре транспорты, нефть ятҡылыҡтарын асыу кафедралары барлыҡҡа килде, ике йыл дауамында йәмәғәт башланғысында газ ятҡылыҡтарын асыу кафедраһына етәкселек итте. Ғалимдың шәкерттәре, хеҙмәттәштәре уның тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттарға уның исемендәге стипендия тапшырыла, халыҡ-ара конференциялар ойошторола. Уның бюсы университеттағы төп корпустың Азербайжанға арналған  аудиторияһына ҡуйылған. Өфө дәүләт нефть техник университетының беҙҙең илдәр араһында фән һәм белем биреүҙәге хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа мөһим роль уйнауын да әйтергә кәрәк. Миңә алты йыл дауамында Рәсәй һәм Азербайжан вуздары ассоциацияһының рәйестәше эшмәкәрлеген дә алып барырға тура килде. 

Остазымдың саҡырыуы буйынса Баҡы ҡалаһына аспирантураға, аҙаҡ докторантураға киттем. Диссертацияларҙың темаһы нефть, газ табыу һәм торба үткәргестәр транспорты процестарын моделләштәреүҙә математика ысулдарын файҙаланыуға арналды.

Уңышлы яҡлағандан һуң Өфөгә, яратҡан вузыма ҡайттым. Доцент, профессор, декан, проректор, аҙаҡ университет ректоры вазифаларын башҡарҙым. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты булып эшләү тәжрибәһе университетҡа етәкселек иткәндә коллективты туплауҙа ныҡ ярҙам итте. Ул йылдарҙа беҙ университетты юғары кимәлгә сығарыу өсөн күп көс һалдыҡ. Өфө дәүләт нефть техник университеты республика вуздары араһында иң беренсе булып федераль статус алды. Абитуриенттарҙы йәлеп итеү өсөн 83-сө мәктәп базаһында лицей булдырҙыҡ, ул хәҙер Рәсәйҙә иң яҡшы уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнә.

– Һеҙҙең тынғыһыҙ, эҙләнеүсән ғалим, мул тәжрибәһен башҡаларға йомарт өләшкән педагог булараҡ һаман да эш өҫтөндә, студенттар араһында икәнегеҙҙе беләбеҙ. Киләсәккә ниндәй пландар, уй-хәстәрҙәр менән йәшәйһегеҙ, Рәмил Нәзиф улы?

– Хәҙер университеттың диссертация советы рәйесе, ғилми журналдарҙың баш мөхәррире вазифаларын алып барам, Транспорт, нефть һәм газды һаҡлау кафедраһы профессорымын, аспиранттарға етәкселек итәм, фән менән даими шөғөлләнәм, тыуған университетыма хеҙмәт итеүемде дауам итәм. Студенттар тормошонан айырылған юҡ, уларға хатта бер аҙ көнләшеп тә ҡуям. Бөгөн университетта студенттарҙың белем алыуы, шәхес булараҡ һәләттәрен үҫтереүе өсөн өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған, теләһәң, спорт менән шөғөллән, теләһәң, янып ижад ит, йәмәғәт тормошонда ҡатнаш! Беҙ йәш саҡта был ғәмәлдәр хыял ғына ине. Хәҙер йәштәрҙең янып йәшәр, фән менән яратып шөғөлләнер, тауҙай пландар ҡорор заманы. Беҙҙә белем алып, үҫеп сыҡҡан юғары квалификациялы белгестәр етерлек, улар университетты артабан  нисек үҫтереү юлдарын яҡшы белә һәм ошо йүнәлештә эшләй. 

– Һеҙҙең илле йыллыҡ хеҙмәт осоронда 380-дән ашыу фәнни хеҙмәтегеҙ академик, тармаҡ, фәнни-популяр баҫмаларҙа донъя күргән, илле патент алғанһығыҙ, дәреслектәрегеҙ буйынса белем алалар, ғилми тикшеренеүҙәрегеҙ сәнәғәт предприятиеларына индерелгән. Тимәк, һеҙ һоҡланып, өмөт баҡҡан йәштәргә лә остазынан көнләшерлек, өлгө алырлыҡ урын бар!

– Хәҙерге ваҡытта монографиялар һаны менән генә техник фәндәрҙә уңыш ҡаҙаныуы мөмкин түгел. Тәүҙә ихтыяжды өйрәнергә кәрәк. Һинең тикшеренеүҙәрең заман талабына ярашлы, инновацияла, сәнәғәттә файҙаланыу өсөн перспективалы булырға тейеш. Үҙем әҙерләгән фән кандидаттарына ла тап ошо хаҡта аңлатам.

Күптән түгел “Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуым менән мине педагогика серҙәренә өйрәткән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Предметты яҡшы белеү генә етмәй, уны студенттарыңа еткерә белергә лә кәрәк. Тап ошо йәһәттән кафедра буйынса остаздарым Әбүзәр Ғәлләмов, Хәләби Вәлиев, Эрнст Зарипов, Лидия Сахарова, Роберт Ғимаев һәм башҡаларға ҙур рәхмәтлемен, йәш белгескә ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙҙылар.

2028 йылда уҡытыусым, академик Азат Хәлил улы Мирзаджанадзе тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, бөгөн фекерҙәштәрем, хеҙмәттәштәрем менән уның ғилми эштәренән торған ун томлыҡ йыйынтыҡ әҙерләү менән мәшғүлбеҙ, артабан да илһамланып эшләргә, тормоштан йәм табып йәшәргә дәртләндереүсе шөғөлөбөҙ бар, тимәксемен.

Фотоларҙа: ғалим һәм педагог яҡындары менән (фотолар төрлө йылдарҙа төшөрөлгән).

Фотолар: шәхси архивтан

“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”
“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”
“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”
“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”
“Студенттарыма бер аҙ көнләшеп тә ҡуям”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас