Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Июнь 2018, 19:09

Һай, Ағиҙел буйҙары!

Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү эше барышы менән танышты. Был мөһим объект Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлап төҙөлгән 100-әү исемлегендә. “Яр буйы”н киләһе йылдың көҙөндә сафҡа индереү ҡаралған.

Конгресс-холл тапҡырындағы 1,2 километр оҙонлоғондағы тәүге участка 2014 йылда уҡ төҙөлә. Әлегә унда гидротехник ҡоролма һәм юл һалынған. Быйыл йәй тө­ҙөк­ләндереүҙе башлап, октябрь башына матур төҫ алған 400 метр оҙонлоғон­дағы ер өлөшөн тапшы­рыр­ға ниәтләнә төҙөүсе­ләр.
Республика Башлығы бел­дереүенсә, яр буйын төҙөклән­дереү эше дауам итәсәк һәм киләһе йыл бында ял итеү, күңел асыу, тәбиғәт менән һоҡланыу өсөн үтә шәп урын барлыҡҡа киләсәк.
Гидротехник ҡоролма төҙөү ҡаланы көслө ташҡындар мәлендә һыу баҫыуҙан һаҡлая­саҡ. Ә 12 метр бейеклеккә тиклем күтәрелгән ярҙа юл төҙөү был талапҡа яуап бирә. Ғөмүмән, ярҙы нығытыу, төҙөк­лән­дереү бөтә республика һәм Өфө халҡына кәрәк. Төрлө фекер­ҙәр булһа ла, төбәге­беҙҙе матур, төҙөк күрергә теләгән һәр кем республика етәк­селегенең был аҙымын – Ағиҙел ярын нығытыу тө­ҙө­лөшөн хуп­лап ҡабул итә.
Яңыраҡ Салауат һәй­кәле майҙанына ял итергә сыҡҡанда, Ағиҙел йылғаһы буйындағы үҙгәреш­тәрҙе күреп: “Яр буйын нығытып, төҙөкләндереп, яҡшы эш­ләй­ҙәр. Хә­ҙер, исмаһам, халыҡ рәхәтләнеп Ағи­ҙел буйында ял итер. Республикаға ситтән килгән ҡунаҡтарҙы матур, төҙөк, мөһабәт күренеш ҡаршы алыр”, – тип һоҡланып, ҡыҙыу тиҙлектә барған төҙөлөшкә ҡыуанып ҡарап торғайныҡ. Былай булғас, киләһе йылдан рәхәтләнеп Өфөбөҙҙөң “Яр буйы”нда ял итәсәкбеҙ икән!
Р. МУСИНА.
Читайте нас: