Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Апрель 2019, 17:16

Бәпәйҙәргә һөт кәрәк!

Һөт кухняларының эше буйынса Өфө тәжрибәһе республиканың башҡа ҡалаларына ла таратыла.

Һөт кухняларының эше буйынса Өфө тәжрибәһе республиканың башҡа ҡалаларына ла таратыла.
Һөтсөлөк фабрикаһы-балалар туҡланыуы кухняһы 1 июлдә Стәрлетамаҡта ғәмәлгә индерелә. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған төп өс цехта һөт, ойоған һөт ризыҡтары, эремсек етештереү, лабораторияла сеймал сифатын тикшереү, ойотҡо яһау, ярҙамсы цехтар һәм әҙер продукцияны һатыу нөктәһен асыу күҙаллана. Фабрика тәүлегенә биш тонна һөт эшкәртеп, 15 төрлө һөт ризығы сығарасаҡ.
Республика Башлығының Эштәр идарасыһы кәңәшсеһе Алексей Гусев Хөкүмәттә уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ошондай уҡ кухняларҙы Нефекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа һәм Белоретта ойоштороу ниәте тураһында белдерҙе.
Төбәк етәксеһе һөт кухняларын баҙарға сығарыу алымдарын уйларға ҡушты.
Читайте нас: