Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Апрель 2019, 16:47

Социаль пенсия артты

1 апрелдән пенсионерҙарға социаль пенсия ике процентҡа индексациялана, тип белдерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән.

1 апрелдән пенсионерҙарға социаль пенсия ике процентҡа индексациялана, тип белдерҙеләр Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән.
Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, радиация йәки техноген фажиғәләр һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың дәүләт пенсиялары, социаль пенсияға бәйле башҡа түләүҙәр арта. Рәсәй Федерацияһы геройҙарының, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының, Рәсәй Хеҙмәт Геройҙарының, өс дәрәжә Дан ордены һәм I дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән граждандарҙың өҫтәмә айлыҡ матди тәьминәте күләме лә индексациялана. Республикала 101 мең пенсионерға, шул иҫәптән социаль пенсия алған 93 мең кешегә пенсия арттырып түләнәсәк.
Читайте нас: