Был аҙнала баш ҡаланың ВДНХ-ЭКСПО комплексында “Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау аҙналығы” медицина форум-күргәҙмәһе эшләне. Дүртенсе тапҡыр уҙғарылған сараның абруйы юғары: быйыл, мәҫәлән, Рәсәйҙең 17 төбәгенән 160-тан ашыу компания ҡатнашҡан. Унан тыш, форум сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау тармағындағы яңылыҡтарҙы күрһәтеү, уртаҡ проблемаларҙы хәл итеү, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән бихисап саралар ойошторолдо. Шул иҫәптән кисә “Сәләмәт республика” проектының форсайт-сессияһы ла әһәмиәтле башланғыстарҙың береһе булды.
Сессияның төп йүнәлешен республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова билдәләне:
– Сәләмәтлек һаулыҡ һаҡлауҙан ғына тормай. Дәүләт халҡы – балалар, эшкә яраҡлылар, оло йәштәгеләр – һәммәһе лә һау булһын өсөн медицина тармағының, төрлө ауырыуҙарҙы асыҡлау һәм дауалау алымдарының алға китеүе генә етмәй, ә кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырырға, сирҙәрҙе булдырмау юлдарын барларға, уларҙы иҫкәртеү йәһәтенән ҙур эш алып барырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, статистика шатландырмай – илдең эшкә яраҡлы йәштәге халҡы кәмей бара. Шуға ла сәләмәтлеккә ҡағылышлы ил кимәлендә саралар күреү фарыз: был дөрөҫ туҡланыуҙан башлап, спорт менән шөғөлләнеүгә, психологик һаулыҡты хәстәрләүгә лә ҡайтып ҡала. Бөгөнгө сессияның һөҙөмтәһе булараҡ, беҙ аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш, – тине.
Сессияла шулай уҡ Мәскәү ҡунағы, Халыҡ-ара медицина кластеры фонды директоры урынбаҫары, танылған табип Илдар Хәйруллин ҡатнашты. Уның ҡыҙыҡлы, йәнле сығышының төп фекере сәләмәтлектең, тәүге сиратта, кешеләрҙең тормош рәүешенә, нимә ашауына, ниндәй һауа һулауына, ниндәй һыу эсеүенә ҡайтып ҡалды. Сәләмәт милләт тәрбиәләүҙә спорттың баһалап бөткөһөҙ роль уйнауын, тормоштағы барлыҡ ҡиммәттәр, өҫтөнлөклө йүнәлештәр фәҡәт ғаиләлә тәрбиәләнеүен дә билдәләп үтте спикер.
Билдәле психолог, Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы Илгиз Тимербулатов иһә “барлыҡ проблемалар баштан башлана” тип белдерҙе, халыҡтың психологик сәләмәтлеге әүҙем ҡаҡшағанлығын, быға көндәлек стрестарҙың тәьҫир итеүен билдәләне.
Сессияның эшен шулай уҡ диетологтар, фитнес-тренерҙарҙың сығышы ла йәнләндерҙе, сөнки уртаҡ проблеманы төрлө яҫылыҡтан сығып баһалау уны хәл итеү юлдарын тиҙерәк асыҡларға ярҙам итә.