Социаль мәсьәлә
8 Апреля 2019, 13:22

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Йылайыр районының Бирҙәш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер ауыл халҡы квалификациялы медицина ярҙамын үҙҙәрендә ала.

Йылайыр районының Бирҙәш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер ауыл халҡы квалификациялы медицина ярҙамын үҙҙәрендә ала.
ФАП заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Халыҡтың һаулығын йәш белгес, фельдшер Иван Соколов хәстәрләй.
Объектты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Әлфәрис Байсурин менән Ринат Нагаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов ҡатнашты. Тантана Башҡортостандың 100 йыллығына арналды.
Читайте нас