Бөгөн Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов бер нисә ғаиләгә торлаҡ алыу, шулай уҡ йорт төҙөү өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Бындай ярҙам төрө “Башҡортостандың ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһына ярашлы күрһәтелде. Йәш ғаиләләргә тәғәйенләнгән сертификаттарҙың дөйөм хаҡы – 26 миллион һумдан ашыу.
Район етәксеһе ярҙам төрө күрһәтелгәндәргә оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, балалар шатлығы, өй йылыһы теләне.