Ауылда йөрәкте лә тикшертергә була.
Һуңғы арала йөрәк тирәһе һыҙып ҡына ауыртып торҙо. Табипҡа ана барам, бына күренәм тип йөрөһәм дә, форсаты сыҡманы. Тап шуға ла Кейебәк ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына юл төшкәс, Динә Шамҡаеваға ошо хаҡта әйттем.
– Әйҙә тикшереп ҡарайыҡ әле, – тип ҡорамалдарын әҙерләй ҙә башланы ул.
– Әллә һеҙҙә ЭКГ аппараты бармы? – тип ғәжәпләнеүемә аҡ халатлы ханым, ихлас йылмайып:
– Әлбиттә, бар. Хәҙер ауыл кешеһе һәр сөскөргән һайын район үҙәгенә сапмай. Аллаға шөкөр, район етәкселеге ауылдарҙа ФАП-тар асыуға, яңыртыуға, уларҙы йыһазландырыуға ҙур иғтибар бирә. Һуңғы йылдарҙа ғына бер нисә пункт барлыҡҡа килде. – Унан фельдшер мине кушеткаға ятҡырып, ҡорамалдарын тоташтырып, үҙе компьютер экранына төбәлде.
Түҙемһеҙләнеп фельдшерҙың диагнозын көтәм. Нимә тип әйтер? Дөрөҫөн әйткәндә, ни өсөндөр табиптарға күренергә шөрләйем. Бер аҙҙан Динә ханым телгә килде:
– Хәүефләнерлек бер нәмә лә юҡ, йөрәгегеҙ һәйбәт. Моғайын, мускулығыҙ тартылғандыр. Бына экранға ҡарағыҙ әле, бөтәһе лә яҡшы.
Шулай итеп, Динә Аҫылгәрәй ҡыҙы бер нисә минутта бөтә шик-шөбһәләремә нөктә ҡуйҙы.
– Бына шулай, ҡустым! Ауыл фельдшеры бөтәһен дә белергә тейеш, – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡуйҙы аҡ халатлы ханым.
Кейебәктә ҡыҙыл кирбестән һалынған ҡупшы йорт әллә ҡайҙан балҡып, ауылды йәмләп ултыра. 2016 йылда асылған икән. Ул республика Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан “Ауыл биләмәләрен үҫтереү” федераль программаһына ярашлы төҙөлгән. Газ үткән, канализация бар. Ҡыҫҡаһы, уңайлы шарттар булдырылған.
– Элек анау иҫке бинала эшләнем, – тип һүҙен дауам итә Динә Аҫылгәрәй ҡыҙы. – Һалҡын, ҡараңғы ине. Хәҙер харап уңайлы – заманса медицина ҡорамалдары менән эш итәбеҙ. Район етәкселегенә ҙур рәхмәт. Хәлебеҙ менән ҡыҙыҡһынып, белешеп тора. Ҡалаларҙағы һәм район үҙәк дауаханаһы табиптары менән компьютерҙа онлайн тәртибендә кәңәшләшәбеҙ. Кәрәк булһа, ауырыуҙарҙы теркәйбеҙ ҙә улар тәғәйен көнгә һәм ваҡытҡа район үҙәгенә барып эшен теүәлләй.
Ауыл фельдшеры... Тәү ҡарауға ябай кеүек күренһә лә, уның бурысы күп яҡлы. Үҙ эшеңде яратырға, белергә, булғанда, юғалып ҡалмаҫҡа ла тейеш. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә кемдәрҙең генә ғүмерен ҡотҡарып ҡалмаған да кемдәргә генә яҡты өмөт табырға ярҙам итмәгән тәжрибәле фельдшер. Донъя булғас, төрлө хәлдәр осрап тора. Ауыл ерендә эш ваҡытың билдәле сәғәт менән генә сикләнмәй. Берәүҙең ваҡытынан алда тулғағы тота башлай. Унан йортонан сыға алмағандар ҙа бар бит әле. Ете төн уртаһында ярҙам һорап килгәндәр ҙә етерлек. Уларҙың һәр береһенә ихлас ярҙамға ашыға Дилә апай.
ФАП Кейебәк, Һаҙ, Тымбаҡты ауылдарында йәшәгән 1200 самаһы кешене хеҙмәтләндерә. Әле балалар баҡсаһындағы сабыйҙарҙың сәләмәтлеген тикшерһә, унан мәктәп уҡыусыларының һаулығын хәстәрләп торорға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, әлеге лә баяғы ир-аттың сәләмәтлек мәсьәләләренә битараф булыуы борсой Дилә Шамҡаеваны.
– Көслө зат тиһәк тә, ир-ат йышыраҡ ауырый. Шуға ла ваҡытында тикшерелеп торһондар ине, – тигән теләген белдерҙе ул.
Әйткәндәй, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш башлауының тәүге көндәренән үк халыҡтың һаулығын һаҡлауға арналған кәңәшмә үткәреп, беренсе видеоконференцияның ФАП-тарға арналыуы осраҡлы түгел ине. Ни генә тимә, ауылдарҙа халыҡ иң тәүҙә ярҙам һорап урындағы табипҡа бара. Ә бит һуңғы йылдарҙа республикала байтаҡ ҡына фельдшер-акушерлыҡ пункттары ябылыуға дусар ителде. Бәғзеләре емерек хәлдә.
Ауылда кадрҙар мәсьәләһе киҫкен тороуын билдәләне төбәк Башлығы. Рәсәйҙә иң эре ФАП селтәре Башҡортостанда – 2064 учреждение бар. Шуның 105-е ябылған, сәбәбе – белгестәр юҡ. 613-өнә капиталь ремонт талап ителә, 31-е – емерек хәлдә. Тап шуға ла Радий Фәрит улы район етәкселәренә кисекмәҫтән кәмселектәрҙе төҙәтеү бурысын ҡуйҙы. Бынан тыш, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына биналарҙы ҡуртымға алып эшләгән ФАП-тарға бөтөнләйгә биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.