Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән эш биреүселәргә пенсия алдында торған граждандарҙы һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреүҙе ойоштороуға субсидиялар биреү тәртибе раҫланды.
“Өлкән быуын” төбәк проектына ярашлы, мөһим эш быйыл уҡ башланасаҡ. Киләһе алты йыл эсендә бер мең ярым кешенең өҫтәмә белемгә эйә булыуы күҙаллана. Йыл да ошо маҡсатҡа 108,8 миллион һум аҡса бүленәсәк, шуның иң ҙур өлөшө (103,4 миллионы) федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны — республика бюджетынан.
Ә ниндәй һөнәрҙәргә өйрәтәсәктәр пенсияға сығыу алдында торған граждандарҙы? Өҫтөнлөклө профессиялар араһында 100-ө төп урынды биләй: кондитер, икмәк бешереүсе, кондуктор, диспетчер, кассир, дизайнер, машинист, йәшелсә үҫтереүсе, токарь, иретеп йәбештереүсе һәм башҡа күп төрлө эшсе һөнәрҙәре. Өс ай эсендә яңы һөнәргә өйрәтәсәктәр, уҡытыуға киткән уртаса сығым бер кешегә 68,5 мең һум күләмендә билдәләнгән.
Эш биреүсе субсидия алыу өсөн мәшғүллек үҙәгенә ғариза яҙып тапшыра.
Белешмә өсөн. Пенсияға сығыу алдында торған граждандар — пенсия йәшенә ҡәҙәр хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә торған, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһына хоҡуғы булған кешеләр. Субсидия маҡсатлы бирелә, эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәрҙе өҫтәмә уҡытыуға тотонған сығымдарын ҡаплауға йүнәлтелә. Һөнәри белем биреү мәсьәләһен эш биреүсе үҙаллы, ниндәй һөнәр эйәһе, нисә урын талап ителеүенә ҡарап, етештереү шарттарынан сығып билдәләй.