Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Апрель 2019, 20:03

Тырышһаң, булдырып була икән

Башҡортостанда һуңғы ярты йылда дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа табиптарға ҡытлыҡты ҡыҫҡартырға мөмкин булды, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Хөкүмәттәге сираттағы кәңәшмәлә.

Республикала тәүге кварталда 602 табип һәм 1210 урта медицина хеҙмәткәре эштән китһә, улар урынына 787 табип һәм 1426 урта медицина хеҙмәткәре килде. Максим Забелин әйтеүенсә, бөгөн республикала 219 белгес етешмәй.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һандарҙың яҡшы яҡҡа үҙгәреүе менән ҡәнәғәтлек белдерҙе.