Учалыла “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” маҡсатлы федераль программаға ярашлы, 18 торлаҡ сертификаты тапшырылды.
Йорт һалыу өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр ауыл ерендә йәшәгән һәм эшләгән йәш ғаиләләргә, белгестәргә бирелә. Илдәге демографик хәлде иҫәпкә алып, уға тәү сиратта күп бала тәрбиәләгәндәр хоҡуҡлы.
Был юлы ла ғаилә ағзалары иҫәбенә ҡарап, аҡсалата ярҙам күләме 400 меңдән алып бер миллион ярым һумға тиклем тәшкил итте.
Бөгөн ошо программа нигеҙендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн Учалы районында бөтәһе 110 ғаилә сиратта тора.