Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Апрель 2019, 01:54

Мәскәүҙәге моделдәр башҡортса әйткән

Билдәле модель Эльвира Ишморатова Мәскәүҙәге мәрхәмәтлек проектында ҡатнашты.

Алексей Баранов фотоһы.
Алексей Баранов фотоһы.
Билдәле модель Эльвира Ишморатова Мәскәүҙәге мәрхәмәтлек проектында ҡатнашты.


Сара өсөн махсус рәүештә ҡыҫҡа метражлы ролик төшөрөлгән, унда ҡатнашҡандар “Мин – Шәхес!” тигән фразаны донъяның ете телендә әйткән.


Бар проекттарында тыуған республикаһын күрһәтергә ынтылған Эльвира Ишморатова үҙенең “Stikhia” студияһында шөғөлләнгән Мәскәү моделдәренә был фразаны башҡорт телендә әйтергә тәҡдим иткән, һәм был ғәмәл тормошҡа ашырылған.


Был мәрхәмәтлек проектын дизайнер Павел Рай ойошторған. Маҡсат – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын көсәйтеү.


Проектта психо-неврологик интернат тәрбиәләнеүселәре үҙҙәрен ысын дизайнер итеп тойоп, “Мин – Шәхес!” коллекцияһын булдырыуҙа ярҙам күрһәткән. Лозунг – “Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө һәм үҙенсәлекле”.


Коллекцияның һәм ҡыҫҡа метражлы роликтың премьераһы 27 апрелдә “Өфөлә матурлыҡ көндәре” күргәҙмәһе барышында күрһәтеләсәк. Изделиеларҙы һатыуҙан килгән бар аҡса балаларҙың сәләмәтлеген арт-терапия ярҙамында яҡшыртыу эшмәкәрлегенә йүнәлтеләсәк.
Читайте нас: