Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Апрель 2019, 20:29

Ҡыйғы дауаханаһында ниндәй ҡыйынлыҡтар бар?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡыйғыға сәфәре үҙәк район дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланды.

Азат Ғиззәтуллин фотолары.
Азат Ғиззәтуллин фотолары.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡыйғыға сәфәре үҙәк район дауаханаһы эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланды.
Медицина учреждениеһының баш табибы Рауил Кәримов әйтеүенсә, бында, күп урындағыса, тар белгестәр етешмәй. Әле дауаханала 36 табип эшләй, тағы ла ошондай 15 һөнәр эйәһе һәм өс фельдшер талап ителә.
“Яңы ҡорамалдарға ла мохтажлыҡ кисерәбеҙ, – тине Рауил Кәримов. – Атап әйткәндә, УЗИ аппараттары, стоматология ҡорамалдары кәрәк”.
Радий Фәрит улы учреждение етәкселегенә урындағы хакимиәт менән берлектә районға йәш белгестәрҙе йәлеп итеү эшен көсәйтергә ҡушты. Ә медицина ҡорамалдары алыуға килгәндә, республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкләмә биреләсәк.
Рауил Кәримов әйтеүенсә, 2013 йылда дауаханала психотерапевт эшләй башлаған. Ауылдар халҡы был күренешкә тәүҙә ғәжәпләнеп ҡараған, белгескә ышаныс белдермәгән. Әммә статистика шуны күрһәткән: психотерапевт эш башлағас, районда суицид осраҡтары кәмегән – 2013 йылда 23 булһа, былтыр – алты. Республика етәксеһе баш табипҡа был ыңғай тәжрибә тураһында “Сәләмәтлек сәғәте”нең киләһе ултырышында һөйләргә тәҡдим итте.
Дауахананың тағы бер проблемаһы ҡалдыҡтарҙы утилләштереүгә бәйле. 2011 йылда учреждение корпустарына капиталь ремонт яһалған, һәр береһенә санитар-техник ҡорамал ҡуйылған. Ошоға бәйле һыуҙы файҙаланыу артҡан, һарҡынды йыйылған урындар тиҙ тулып, дауахана биләмәһен, эргәлә йәшәгәндәрҙең ерен бысрата, халыҡ ҙур дәғүә белдерә.
Был хәлде яйға һалыу маҡсатындағы проект эштәре өсөн республика бюджетынан ике миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөлөш-монтаж эштәре 10 миллион һум булыр тип иҫәп тотола. Хөкүмәттең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Киреев бар эштәрҙе быйыл тамамлау планлаштырылғаны хаҡында белдерҙе.
Читайте нас: