Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Апрель 2019, 00:03

"Ауылдаштарыма яҡшы шарттар булдырылһын ине"

Ҡыйғыға эш сәфәре һуңында республика етәксеһе Радий Хәбиров Түбәнге Ҡыйғылағы табип амбулаторияһына инеп сыҡты.

Азат Ғиззәтуллин фотолары.
Азат Ғиззәтуллин фотолары.
Ҡыйғыға эш сәфәре һуңында республика етәксеһе Радий Хәбиров Түбәнге Ҡыйғылағы табип амбулаторияһына инеп сыҡты.
Бында ул “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, районға яңыраҡ алынған санитар автомобилде ҡараны. Фельдшерҙың һүҙҙәренсә, машина ауыл юлдарында йөрөй аласаҡ, унда заманса медицина ҡорамалдарының барыһы ла бар.
Кабинеттарҙың береһендә Радий Хәбиров йәш табип-терапевт Гөлсиә Ҡазыханова менән әңгәмәләште. Белгес БДМУ-ны тамамлап, ярты йыл элек тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан. Хәҙер уҡыуын ординатурала дауам итергә теләй. Республика етәксеһе уға был мәсьәлә буйынса ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.


“Университетҡа ингәндә үк аҙаҡ тыуған ауылыма ҡайтасағымды белә инем. Бында минең атай-әсәйем йәшәй, район хакимиәте айырым торлаҡ менән ярҙам итергә лә әҙер. Бер генә ауырлыҡ бар: амбулатория бинаһына яҡшы ремонт кәрәк. Ауылдаштарым уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы алһын ине тип теләйем”, – тине йәш табип-терапевт.


Амбулатория 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. 1982 йылда төҙөлгән бинаһы капиталь ремонтҡа мохтаж. Радий Хәбиров Хөкүмәткә амбулаторияны яңыртыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Читайте нас: