Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
17 Апрель 2019, 12:04

Һайла: йәшәүме, үлемме?

Асҡын районында һаулыҡ һаҡлауға бәйле саралар даими ойошторола. Ошо көндәрҙә “Һайла: һаулыҡ йәки насар ғәҙәттәр” тигән семинар-тренингтың үтеүе шуға асыҡ миҫал.

Асҡын районында һаулыҡ һаҡлауға бәйле саралар даими ойошторола. Ошо көндәрҙә “Һайла: һаулыҡ йәки насар ғәҙәттәр” тигән семинар-тренингтың үтеүе шуға асыҡ миҫал.


Сара Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзының “Ҡотҡарылған ғаиләләр – ҡотҡарылған ғүмерҙәр” тигән проекты нигеҙендә уҙғарылды. Маҡсаты – иҫерткес эсемлек ҡулланған ғаиләләрҙе асыҡлау, улар менән тәрбиә-ағартыу эше алып барыу.


Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең спиртлы эсемлектәр эсеүе, шуның арҡаһында ғаиләләрҙең тарҡалыуы күңелдәрҙе тетрәндерә, көрәшкә бары тик бергәләшеп тотонғанда ғына һөҙөмтә буласаҡ.


Читайте нас: