Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Апрель 2019, 17:30

Йөҙөнсөһө – игеҙәктәр!

Әлшәй районының ЗАГС бүлеге шатлыҡлы хәбәре менән уртаҡлаша: бында быйыл донъяға килгән йөҙөнсө бала теркәлде! Өҫтәүенә – игеҙәктәр!

Әлшәй районының ЗАГС бүлеге шатлыҡлы хәбәре менән уртаҡлаша: бында быйыл донъяға килгән йөҙөнсө бала теркәлде! Өҫтәүенә – игеҙәктәр!


Елена һәм Марсель Халиҡовтар ғаиләһендә ҙур һөйөнөс – Милена һәм София исемле ҡыҙ балалары тыуҙы, Роберт һәм Денис тигән улдары һеңлеле булды. Күп балалы ғаилә статусын алған Халиҡовтарҙы район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин да ихлас күңелдән тәбрикләп, ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.


Фото: Әлшәй районы хакимиәте сайтынан
Читайте нас: