Башҡортостанда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны кәмей, тип хәбәр итә Росстат. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында 1,895 миллион кеше ошо категорияға индерелгән.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, шуның 1,808 миллионы эш менән мәшғүл, ә 86 меңдән ашыуы эшһеҙ иҫәпләнә. Йылдың тәүге көндәренән алып, республикала 14,7 мең кеше эшһеҙ статусын алған, был үткән йылдағы ошо осорҙан 24,4 процентҡа күберәк.