Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Апрель 2019, 20:28

Социаль яуаплы предприятиелар арта

“Ишембай электр селтәрҙәре” производство берекмәһе “Рәсәй юғары социаль һөҙөмтәлелек ойошмаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеү яулаған. Ул 2018 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса “Производство өлкәһе ойошмаларында етештереү травматизмын һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү өсөн” номинацияһында билдәләнде.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова еңеүселәргә диплом менән предприятиеның республикалағы социаль яуаплы эш биреүселәр реестрына инеүе тураһындағы сертификатты тапшырҙы.

Республика Хөкүмәте йортонда уҙған бүләкләү тантанаһында предприятиеның директоры Алексей Туманов, бүлек начальнигы Олег Искәндәров һәм профсоюз ойошмаһы рәйесе Ринат Шәймөхәмәтов ҡатнашты.

Фото: “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән

Читайте нас: