Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Май 2019, 14:09

15 вертолет майҙансығы төҙөлә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү программаһына ярашлы, республикала 15 вертолет майҙансығы төҙөләсәк. Был турала “Транспорт сәғәте”ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

Майҙансыҡтарҙың етәүһе Өфөлә урынлашасаҡ. Төбәк буйынса Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һигеҙ майҙансыҡ ойоштороласаҡ.

Майҙансыҡ бер ай эсендә төҙөлә, уның хаҡы – ике миллион һум самаһы. Ер участкаһы буйынса кадастр эшен башҡарыуға ике ай талап ителә, хаҡы – 30-50 мең һум. Тимәк, майҙансыҡтар төҙөүгә генә 30 миллион һум аҡса кәрәк. Программаны федераль бюджет финанслай.

Әле республикала “Өфө” аэропортында вертолет майҙансығы эшләй. Санавиацияла “Ан-2” самолеты һәм Robinson вертолеты иҫәпләнә. Әммә тәүгеһен файҙаланыу күп йәһәттән сикләнгән булһа, икенсеһе медицина модуле менән йыһазландырылмаған.

Владимир Путин 1 марттағы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу тураһында белдереп: “Йөҙҙән ике меңгәсә кеше йәшәгән тораҡтарҙа 2018 – 2020 йылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табиплыҡ амбулаториялары төҙөлөргә тейеш. Ә йөҙ кешенән кәмерәк халыҡ йәшәгән бәләкәйерәк ауылдарҙа бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған ҡеүәтле автомобилдәр – мобиль медицина комплекстары ойошторорға кәрәк”, – тине.
Фото: kostroma.today
Читайте нас: