Диспансерлаштырыу үтергә теләмәйбеҙ, ни өсөн тигәндә…
Үҙенең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан һәр кемгә диспансерлаштырыуҙы үтеү, уның йыл да ниндәй үҙгәрештәр кисереүен белеү ҡыҙыҡлы һәм мөһим булыр кеүек ине. “Ни өсөн “ине”, бына бит мин дә был медицина сараһын үттем, ҡәнәғәтмен”, – тиерһегеҙ. Әммә эксперттарҙың билдәләүенсә, ваҡытынан алда үлеү осраҡтарын, хроник сирҙәр хәүефен кәметеү маҡсатында ил Хөкүмәте кимәлендә инде алты йыл дауамында үткәрелгән халыҡты дөйөм диспансерлаштырыу ни өсөндөр ғәмәлдә пациентттарҙы ылыҡтырмай, сифаты йыш ҡына ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо тыуҙыра, күңел ҡайтыуы, ауырыуҙарҙың өмөтө аҡланмауы һиҙелә.
Ошо хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды һәм Башҡортостан Медицина палатаһы вәкилдәре ҡатнашлығында үткән “түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраған тәҡдимдәр, һорауҙар, кәңәштәр уҡыусылар (беҙ барыбыҙ ҙа пациенттар) өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.
Йыл һайын диспансерлаштырыу һөҙөмтәһе буйынса уның тәьҫирлегенә баһа бирелә, ошоға ҡарап үҙгәрештәр индерелә лә инде. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта флюорографияның бөтә осраҡтарҙа ла тәьҫирле булмауы, белгестәрҙең раҫлауынса, күп кенә сирҙәрҙе “йәшереп” ҡалдырыуы, бойороҡ исемлегендә булһа ла, үҙен тейешле кимәлдә аҡламауы билдәле. Һәр йәшкә хас булған сирҙәрҙең киҫкен мәлдәрен тотоп ҡалыу ниәтенән, йөрәк эшмәкәрлегендәге, тын алыу системаһындағы патологияларҙы, шештәрҙе, шәкәр диабетын асыҡлау – медиктар алдындағы ҙур бурыс.
Һәр йәш төркөмө өсөн белгестәр тарафынан билдәләнгән исемлек бар. Тикшеренеүҙәр иҫәбен бер табиптың да ҡыҫҡартырға, пациентты түләргә мәжбүр итергә хаҡы юҡ. Бөтә медицина хеҙмәттәре өсөн Башҡортостан Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды түләй. Уның етәксеһе Альберт Йәһүҙин әйтеүенсә, быйыл I кварталда диспансерлаштырыуға 310 миллион һум аҡса тотонолған. Һәр пациенттың ниндәй медицина тикшеренеүе үтеүе ентекле тикшерелә, эш сифатына экспертиза үткәрелгәндән һуң ғына учреждениеға аҡса түләнә. Былтыр, мәҫәлән, илле мең осраҡты сифатһыҙ тип табып, аҡса түләмәгәндәр.
Ни өсөн күптәрҙең тикшеренеү үтергә теләге юҡ, тигән һорауға яуаптар төрлөсә яңғыраны. Ҡайһы берәүҙәр поликлиникаға килеп тә, сираттың оҙонлоғона, ваҡыттың самалы булыуына аптырап, кире килмәҫтәй була. “Телефондан саҡырып СМС-хәбәр килеү менәнме ни, аныҡ көнө, сәғәте күрһәтелмәгәс”, – тип дәғүә белдереүселәр ҙә бар. Ғөмүмән, халыҡты йәлеп итәм тиһәң, күрер күҙгә бик ваҡ, ябай тойолған мәсьәләләрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамайҙыр. “Парикмахерға, маникюр яһаусыға яҙылһаң, һиңә бер нисә тапҡыр шылтыратып, килеү-килмәүеңде, хәл-әхүәлеңде белешәләр. Ә ниңә сәләмәтлеккә ҡағылған осраҡта ошондай ысулды ҡулланмаҫҡа? Страховка компаниялары ла халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыу өҫтөндә эшләмәй. Ғөмүмән, был өлкәлә аралашыу, аңлатыу, мөнәсәбәттәрҙе ҡороу мәҙәнилеге аҡһай”, – тине үҙенең сығышында Медицина палатаһы рәйесе Дамира Сабирйәнова.
Хәҡиҡәт ҡырыҫ, әммә мәҙәнилектең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өҫтөнлөклө сифат булырға тейешлеген инҡар итә алмайбыҙ. Һәр кемдә үҙ сәләмәтлегеңде хәстәрләү мәҙәнилеге йәштән һалынғанда, бәлки, бөгөн диспансерлаштырыуға халыҡты йәлеп итеү буйынса ҡыҙыу фекер алышҡан “түңәрәк өҫтәл”дәр ҙә ойошторолмаҫ ине. Әлегә ҡорҙа ҡатнашыусылар ошо мөһим сараны йәнләндереү өсөн башҡорт телендә видеороликтар күрһәтеү, теманы мәғлүмәт сараларында йышыраҡ яҡтыртыу, уның файҙалы, тәьҫирле яҡтарын аңлатыу, табиптарға ышанысты арттырыу тураһында баш вата, бәхәсләшә, тәҡдимдәр индерә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар хатта ҡайһы бер табиптарҙың да “нимә ул диспансерлаштырыу” тигән һорауға аныҡ яуап бирә алмауын, уның мотлаҡ ике этаптан тороуын, тар белгестәргә күренеү мөмкинлеген, тикшеренеү үткән эш көнө өсөн хеҙмәт хаҡы һаҡланыуын белмәй. Алты йыл дауам иткән диспансерлаштырыу тураһында ошоғаса бер битлек белешмәнең дә сығарылмауы, кире бәйләнештең булмауы тармаҡтың үҙенең һүлпәнлеге, эште үҙ яйына ҡуйыуы тураһында һөйләй түгелме? Пациенттарҙың ышанысын яулау еңел булмаясаҡ. Диспансерлаштырыуҙың күҙ буяу өсөн түгел, ә хөкүмәт кимәлендә ойошторолған етди, файҙалы сара булыуын бары эш сифатын яҡшыртыу, өр-яңы алымдар ярҙамында ғына иҫбатларға мөмкин, тигән һығымтаға килде “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар.
Ғөмүмән, республикала тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыу мөмкинлеген арттырыу буйынса яңыса алымдар, акциялар үткәрелеүен ыңғай тип баһаларға кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусыларҙы ошо йүнәлештә башҡарылған ҡайһы бер проекттар менән таныштырҙы.
Ошо көндәрҙә “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына старт бирелеүе шуға дәлил. Был сара республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыу маҡсатында үткәрелә. Күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, ФАПтар, флюорограф һәм маммографтар, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһы һәм республика кардиология диспансерының диагностика үҙәктәре – барыһы ла юлда бөгөн. Ошо көндәрҙә биш автопоезд Дыуан, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Белорет тарафтарына юл тотто. Көҙгә тиклем эш дауам итәсәк, тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. Ҡала һәм ауыл кешеләренең медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген тигеҙләү, табипҡа күренеү ваҡытын ҡыҫҡартыу, сирҙең аҙыуына юл ҡуймау – бына ошо изге маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп планлаштырылған был сара. Үкенескә ҡаршы, әлегә министр урынбаҫары әйтеүенсә, “тырышлыҡ һөҙөмтәһе түбәнерәк, сир кимәле юғарыраҡ, ә табипҡа мөрәжәғәт итеү осраҡтары ҡәнәғәтләндермәй”.
Шуныһы ла мәғлүм булһын, 100 йәште уҙғандар өсөн бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ, йөҙйәшәрҙәр диспансер скринингын дөйөм ҡағиҙәләр буйынса үтә ала. Әммә ошо йәшкә етеү өсөн сәләмәтлегеңде даими хәстәрләргә, табиптарға күренеүҙән баш тартмаҫҡа, иң мөһиме, Хөкүмәт тарафынан билдәләнгән мөмкинлектән тулыһынса файҙаланып, диспансерлаштырыу үтергә кәңәш итәбеҙ. Өҫтәүенә кешенең эшләү-эшләмәүе мөһим түгел, скрининг 21 йәштән өлкән һәр кем өсөн ҡаралған. Бары паспортың, страховка полисы, СНИЛС ҡулыңда булһын.