Күп осраҡта “алкоголь һәм наркотик бәйлелегенән дауалайбыҙ, азат итәбеҙ” тигән иғландарҙы күрергә мөмкин. Бер ҡатлылар ошондай мутлашыусылар ауына эләгә лә инде. Мәҫәлән, 2012 йылда бер төркөм енәйәтселәр кешеләрҙе насар ғәҙәттәрҙән дауалайбыҙ тип, “12 баҫҡыс+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен төҙөй.
Социаль сиргә дусар булғандарҙың туғандары, был ойошманың ярҙамына ышанып, яҡындарын дауалауҙы һорап мөрәжәғәт итә. Реабилитация үҙәгендә туғандарына күрһәткән хеҙмәт өсөн ай һайын 20-30 мең һум аҡса түләйҙәр.
Ә үҙәк хеҙмәткәрҙәренең медицина белемдәре, ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлектәре булмай. Улар был эшмәкәрлектәре менән ҡурсыуға алынғандарҙы законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм иткән, физик көс ҡулланып, әхлаҡи-психологик йоғонто яһаған.
Үҙҙәрен полиция хеҙмәткәре тип танытып, Өфө янындағы Булгаков ауылында ҡуртымға алынған йортҡа алып килгәндәр. Тотҡонға эләккәндәргә биләмәне ташлап китеү, туғандары, таныштары менән аралашыу тыйылған. Ҡасмаһындар өсөн биләмә дүрт мерт бейеклектәге кәртә менән уратып алынған, ишектәрҙе бикләп тотҡандар, телефондан һөйләшергә лә ярамаған. Талаптарҙы үтәмәгәндәргә һәм өйөнә ҡайтарыуҙы һорағандарға ҡарата көс ҡулланылған, йоҡлатмағандар һәм ашатмағандар, һыуыҡта һалҡын һыу менән ҡойондорғандар, көнө буйы ауыр йөк күтәреп йөрөттөргәндәр.
Тәртип һаҡлау органдары енәйәт төркөмөнөң эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ғәйепләнеүселәр әлегә үҙ ғәйебен танымаған. Республика прокуратураһы ойошҡан енәйәт төркөмөнөң ун ағзаһына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған, тиҙҙән эш судҡа тапшырыласаҡ. Енәйәтселәр Рәсәй Енәйәт кодексының “законһыҙ иректән мәхрүм итеү”, “язалау”, “хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү” статьялары буйынса ғәйепләнә.