Ғафури районында көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә.
Һәр төбәктәге кеүек үк, беҙҙең алда ла хәл итеүҙе көткән күп кенә социаль-иҡтисади проблемалар бар. Улар араһында ауыл урамдарын яҡтыртыу, сүп-сар йыйыуҙың яңы системаһына күсеү, һаулыҡ һаҡлау эшен яҡшыртыу, эскелеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү зарурлығы һәм башҡалар бар. Һуңғы осорҙа бөтә был мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.
Ауыл урамдарын яҡтыртыу. Бының өсөн бюджеттан яңы сығымдар ҡаралды һәм республика программаһы буйынса былтыр декабрҙә 936 яҡтыртҡыс алынды. Әлегә улар алты ауыл биләмәһе (Красноусол, Табын, Аҡкүл, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба һәм Ҡауарҙы) өсөн тәғәйенләнгән, йыл дауамында был программаға башҡа ауыл биләмәләрен дә индереү күҙаллана. Әлеге көндә Үтәк ауыл биләмәһендә 160 светодиодлы лампа бар, әгәр ҙә бағана аралаш ҡуйыуҙы күҙ уңында тотһаҡ, тағы ла 70 дана кәрәк буласаҡ. Бөгөн район-ара юлдар уҙған ауылдарҙың төп урамдарын, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын тейешле яҡтыртыу сараһы күрелә.
Сүп-сар йыйыу буйынса яңы система. Уға ярашлы, быйылғы 1 ғинуарҙан ауылдарҙа рөхсәтһеҙ сүп ташлау урындарын бөтөрөү, ундағы суп-сарҙы Красноусолдағы полигонға ташыу, ә яңы сүп-сарҙы махсус урындарға йыйып эшкәртеү өсөн Ишембай ҡалаһына оҙатыу ҡаралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ойоштороуҙағы етешһеҙлектәр арҡаһында был эш тотҡарлана, ләкин барыбыҙ ҙа бергәләп тотонһаҡ, был бик мөһим проблема ла уңышлы хәл ителәсәк. Үтәк ауыл биләмәһендә, мәҫәлән, сүп-сар йыйыу өсөн биш майҙансыҡ булдырылды һәм һигеҙ кубометрлыҡ бер контейнер бирелде. Тағы ла 48 дана алынасаҡ. Районға Таганрогтан бөтәһе 24 контейнер алынды.
Ҡыш айҙарында төбәк операторы сүп-сарҙы айына бер генә йыя, һуңынан йышыраҡ йөрөй башлау бурысы ҡуйыла. Хаҡы бер кешегә — 70 һум, быға тиклем сүп-сар йыйылмаған ауылдарҙа — 35-әр һум. Әлеге көндә район буйынса рөхсәтһеҙ 68 сүплек теркәлгән, бөгөн уларҙың 13-өн полигонға күсерҙек, ҡалғандарын йыл дауамында бөтөрөргә тигән ниәт менән эш башланыҡ. Артабан сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында уйларға кәрәк.
Эскелеккә ҡаршы көрәш. Был йәһәттән эске эштәр бүлеге менән берлектә эш алып барыла. Лицензияһыҙ эшләгән һатыусыларға ҙур штраф һалына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ауылда ла халыҡты ағыулаған спиртлы эсемлек, төрлө зарарлы шыйыҡса һатыусылар күп.
Асыҡланған осраҡтар буйынса ғына ла уларға былтыр 68 протокол төҙөлгән, 65 кеше яуапҡа тарттырылған, йәмғеһе 1 миллион 508 мең һум күләмендә штраф һалынған, ләкин был бик аҙ, айсбергтың күренгән өлөшө генә. Бындай енәйәттәргә сик ҡуйыу – йәмәғәтселек ҡулында.
Һаулыҡ һаҡлау. Яңы йыл алдынан районға эш сәфәре менән һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин килгәйне. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов менән бергә улар Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Табын ауылдарының амбулаторияһын һәм Уҫман, Бурлы ауылдарының фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡараны. Күп тә үтмәй, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовтың ярҙамы менән, Сәйетбаба амбулаторияһына капиталь ремонт эшләргә һәм Уҫман ауылына яңы ФАП төҙөргә, тигән ҡарар ҡабул ителде. Районда барлығы 42 ФАП бар, шуларҙың өсөһө ҙур ремонт талап итә.
Әлеге көндә бер күсмә ФАП тулыһынса йыһазландырылып, сафҡа индерелде, “Газель Некст”та урынлашҡан был пункт Яңы Троевка, Үтәк ауылдарында берәр ҡабул итеү үткәрҙе лә инде. Районға өс яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы бүленде, оҙаҡламай тағы бер машина буласаҡ.
Фәнзил Фәйез улы район дауаханаһының баш табибы менән бергә Өфөлә БДМУ-ла, Стәрлетамаҡтағы медицина колледжында уҡыған Ғафури районы егеттәре һәм ҡыҙҙары менән осрашыу үткәрҙе. Уларҙы эшкә тыуған районына ҡайтырға ҡыҙыҡтырыу юлдары эҙләнә: торлаҡ менән тәьмин итеү, шул иҫәптән Курорт ауылындағы элекке балалар баҡсаһын ремонтлап, 20 фатир һәм туғыҙ бүлмә булдырыу ҡарала. Ауылдарҙа йәш белгестәр өсөн бушлай ер биреләсәк, хакимиәттән – 50-шәр мең һум, үҙәк район дауаханаһынан 25-әр мең һум күләмендә күсенеү өсөн ярҙам (подъемный) бүлеү планлаштырыла. Шулай уҡ “Ауыл табибы” (бер миллион һум), “Ауыл фельдшеры” (500 мең һум) программаларын тулыраҡ файҙаланыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Әлеге көндә районға 18 йәш белгес, 11 ашығыс ярҙам фельдшеры һәм өс ФАП фельдшеры кәрәк. Стәрлетамаҡ колледжында уҡыған студенттарҙы әле үк өс айлыҡ курстарҙа уҡытып, ашығыс ярҙам фельдшеры әҙерләп сығарыу маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Әлеге көндә табиптарҙың уртаса эш хаҡы – 57 мең һум, фельдшерҙыҡы – 32 мең һум.
“Ғафури оҙон ғүмерлелеге” (“Гафурийское долголетие”) тип аталған яңы муниципаль программа әҙерләнә. Алтмыш йәштән уҙған һәр кем ошо программаға инәсәк, улар йылына ике тапҡыр бушлай медицина тикшереүе үтәсәк, сәләмәт йәшәүҙе пропагандалаған үҙешмәкәр клубтар булдырыласаҡ. Ошо программаның һөҙөмтәһе булараҡ, ғафуриҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо кәмендә 5-10 йылға артыр тип өмөтләнәбеҙ.
Мәғариф. Был объекттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Районда мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин булып китте. Ул шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү үткәрҙе һәм район етәксеһе менән бергә өс объектты ҡараны. З-сө мәктәпкә төкәтмә төҙөү талап ителә, бер сменаға күсеү өсөн унда 8-10 яңы кабинет, тамаша һәм спорт залдары, 150 урынлыҡ ашхана булырға тейеш. Гимназияның интернатын да тулыһынса яңыртырға кәрәк. Тәҙрәләренән алып бүлмәләрҙәге тумбаларына тиклем алмаштырыу талап ителә.
“Әкиәт” балалар баҡсаһына ла капиталь ремонт кәрәк. Айбулат Вәкил улы ярҙам итергә һүҙ бирҙе. Өс мәктәпкә яңы автобус алынды: уларҙы 2-се, Имәндәш һәм Сәйетбаба мәктәптәренә бирҙеләр. Толпар ауылының балаларын йөрөтөр өсөн быйыл “ГАЗель-вездеход” алынасаҡ.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты бар, ул һәләтле балалар менән эшләргә тейеш, ә ҡалғандар урта мәктәптәрҙә белем ала. Ошоға ярашлы Ташлы ауылы мәктәбен киләсәктә мәктәп-интернат итеп үҙгәртеп, Толпар, Ташбүкән, Мәндем һәм Ташлы ауылдары балаларын уҡытырға тигән ниәт бар.
Яңыраҡ баш ҡалабыҙ Өфөлә уҙған мәктәп директорҙары форумында республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡуйған бурыстарҙы, форум ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә даими эшләргә, һәр йүнәлеш буйынса аныҡ һәм тормошсан саралар планын әҙерләп, бойомға ашырырға кәрәк. Был эштә педагогия коллективтары менән берлектә киң йәмәғәтселек, ата-әсәләр ҙә әүҙемлек күрһәтер, тип өмөт итәбеҙ.
Спорт. Уның буйынса айырым район программаһы төҙөү кәрәк, спорттың милли төрҙәренә иғтибар артасаҡ: көрәш секциялары тергеҙелә. Шуға ла балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә – ун, үҙәк ижад йортона ете штат берәмеге бирелде. Декабрҙә Фәрүәт Яҡупов призына милли көрәш буйынса беренсе ярыш та үткән, мартта гимназияла райондар араһында ярыш ойошторолған. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов спорттың был төрө буйынса элек даими үткәрелгән барлыҡ ярыштарҙы ла тергеҙергә кәрәк тип иҫәпләй. Көрәш балалар спорты ғына булып ҡалмаһын, мәктәптәрҙәге спорт залдарына ауыл йәштәрен дә йәлеп итергә кәрәк. Ошо көндәрҙә Красноусол башҡорт гимназияһында “Батыр” алыш клубы асылды, район хакимиәте был клубты тулыһынса спорт ҡорамалы менән йыһазландырҙы.
Районда “Мәргән уҡсы” ойошмаһы ағзалары булыуын иҫәпкә алып, уларға күнекмәләр өсөн тир булдырыла. Ул – халҡыбыҙҙың яугирлеген күрһәткән спорт ҡына түгел, мәҙәниәткә, рухи тәрбиәгә, тарихҡа, зауыҡ үҫтереүгә лә ҡағылышлы шөғөл, шуға унда йәштәрҙе, балаларҙы нығыраҡ йәлеп итеү кәрәк. Уҡлығая, Күрпес бей һәйкәле янында уҙғарылған ярыштарға өҫтәп, башҡаларын да ойошторорға кәрәк.
Йылҡысылыҡты үҫтереү менән бер рәттән, ат спортының айырым төрҙәрен үҫтереү ҙә күҙ уңында тотола. Башҡорт тоҡомло ат аҫраусылар менән килешеп, төрки халыҡтары араһында таралыу алған Ылаҡ уйынын, ат өҫтөндә ҡул көрәше кеүек уйындарҙы тергеҙеү ҡарала. Киләсәктә Уҡлығая янында ипподром асыу планын да ҡарарға мөмкин.
Районда киң таралыу алған волейбол, баскетбол, футбол, саңғы спорты, еңел атлетика, полиатлон, спорт туризмы һәм башҡа традицион спорт төрҙәрен үҫтереүгә лә етди иғтибар бирелә, спорттың матди базаһы нығытыла. Төбәк иҡтисадын үҫтереүгә өлөш индерер тип, тау саңғыһы трассалары, ял урындары булдырыу буйынса эш алып барыла, был өлкәгә етди инвестициялар килер тип өмөт итәләр.
Мәҙәниәт. Әлеге көндә һигеҙ урында – Йөҙимән, Үзбәк, Родина, Толпар, Ташлы, Ташбүкән, Ҡауарҙы, Ерек ауылдарында район китапханаһының яңы филиалдары асылды. Дөйөм алғанда, мәҙәниәт учреждениеларында 14 өҫтәмә штат берәмеге булдырылды, Табын китапханаһына 100 мең һумға яңы китаптар алынды.
Ҡаранйылға ауылында урынлашҡан Жәлил Кейекбаев музейы алдында данлы яҡташыбыҙҙың бронза бюсы ҡуйыласаҡ. Ғөмүмән, музейҙы тулыһынса үҙгәртергә, камиллаштырырға тигән уй менән йәшәйбеҙ.
Киләһе йылдарҙа барлыҡ ауылдарҙа “Шәжәрә”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек сараларҙы күберәк үткәрергә кәрәк. Быйылға 50 ауылда үткәреүҙе планлаштырҙыҡ. Тик улар барыһы ла ҙур төҙөкләндереү, әҙерлек эштәре башҡарыу менән атҡарылырға тейеш.
Иң ҙур бурыстарҙың береһе – “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең эшен үҙгәртеп ҡороу һәм яйға һалыу. 2020 йылда республикабыҙ донъя күләмендә Фольклориада байрамын ҡабул итәсәк, тимәк, бер йыл эсендә тарихи-мәҙәни үҙәкте алдынғылар рәтенә сығарыу, иң юғары кимәлдәге һәм киң даирәләге ҡунаҡтарҙы ҡабул итерлек дәрәжәгә еткереү талап ителә. Ошо ваҡытҡа тиклем Еректә Башҡортостандың географик үҙәген заманса хәлгә килтереү бурысы тора.
Экология мәсьәләләре. Быйыл районда “Еҙем” тәбиғәт паркы асылды. Директоры итеп Азамат Ибәтуллинды тәғәйенләнеләр, урынбаҫары — Илдар Яҡупов. Уларға өр-яңы “Нива” машинаһы, “Тайга” ҡаргиҙәре һәм “УАЗ” йөк автомашинаһы бирелде.
Әйткәндәй, Еҙем йылғаһы буйында ғына 147 мәмерйә урынлашҡан, был – Башҡортостандағы барлыҡ мәмерйәләрҙең 16 проценты. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр яҡшы һаҡланып ҡалған, хайуандар донъяһы ла бай, уларҙың барыһы ла һаҡлауға мохтаж.
Тәбиғәт паркының дөйөм майҙаны 34 мең гектарҙан ашыу. Унда тәртип һәм һаҡлау режимы булдырыу шарт. Беҙҙән, ошонда йәшәүселәрҙән, тәбиғәткә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, һаҡсыл булыу талап ителә. Парктың сиктәрен һаҡлап, айырым зоналарҙы булдырыуҙы закон боҙоуға юл ҡуймай башҡарырға кәрәк. Инфраструктура булдырыуға дәүләт һәм шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеү, туризмды үҫтереп, ошо биләмәлә, район халҡына шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, килем алып йәшәргә өйрәтеү ҙә төп бурыстарыбыҙ иҫәбендә.