Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
7 Май 2019, 20:26

Һуғыш ветерандарына оло хөрмәт йөҙөнән

Республикабыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм ошо яу инвалиды булған 1293 ветераны Еңеү көнө уңайынан түләү аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

"Башинформ"дан алынды.

Ил Президенты Владимир Путин “Еңеү көнөнә граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына йыл һайын аҡсалата түләү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә быйылдан алып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм яу инвалиды булған, Рәсәйҙә, Латвияла, Литвала, Эстонияла йәшәгән ветерандарға Еңеү көнө уңайынан 10 мең һум күләмендә аҡса түләнә башлай.

Алда әйтелгәнсә, Башҡортостанда был аҡсаны 1293 яугир аласаҡ. Республикабыҙҙа 74-се Еңеү яҙын 176 ветеран 100 һәм унан өлкәнерәк йәштә ҡаршылай, уларҙың 39-ы Өфөлә йәшәй.

Был аҡса 9 майға тиклем пенсиянан айырым түләнәсәк.

Читайте нас: