Закон дәүләт тарафынан бындай хеҙмәттәрҙе махсус һайлап алынған ойошмалар конкурсында, шулай уҡ котировкаларҙы асыҡлау юлы менән һәм берҙән-бер тәьминәтсенән генә һатып алырға рөхсәт итә. Контракт системаһы тураһындағы закон балаларҙың ялын ойоштороу буйынса хеҙмәттәрҙе аукциондар үткәреү, котировкаларҙы асыҡлау һәм тәҡдимдәр индереү юлы менән һатып алыуҙы күҙаллай, ғәмәлдәге нормаға ярашлы, балалар өсөн юлламалар иң арзан хаҡты тәҡдим итеүсенән һатып алына ине.