Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Май 2019, 11:29

Күптәр сабыйҙары менән килгәйне

Балтас районында тантаналы шарттарҙа егерме ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм төҙөүгә дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғын биргән сертификаттар тапшырылды.

Балтас районында тантаналы шарттарҙа егерме ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм төҙөүгә дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғын биргән сертификаттар тапшырылды.


“Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү, ауыл хужалығы тауарҙары, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” дәүләт программаһының “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” ярҙамсы программаһына ярашлы сертификаттарға эйә булды улар.
— Һеҙ — тыуған районығыҙҙың патриоттары. Йәштәр булһа, төбәгебеҙ ҙә йәшәр, артабан үҫешер. Алдағы тормошоғоҙҙа сәләмәтлек, ҡорған нигеҙҙәрегеҙҙең ныҡлы, игелекле булыуын теләйем, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев.
“Мотор” йәмғиәте механизаторҙары Марат Ғарифуллин, “Луч” йәмғиәте слесары Марат Ғәзизов, шәхси эшҡыуарҙа техник хеҙмәткәр булып эшләгән Әлиә Харисова, “Рассвет” йәмғиәте һауынсыһы Илфизә Нисафетдинова, “Мотор” йәмғиәтенең машина менән һауыу операторы Ирина Ғәфүрова ғаиләләренә торлаҡ төҙөлөшөнә хоҡуҡ биргән сертификат тапшырылды. Райондың төрлө тармаҡтарында хеҙмәт юлдарын дауам иткән йәш белгестәр ҙә торлаҡлы булыу бәхетен татыясаҡ.
Күптәр ғаиләләре, сабыйҙары менән дә килгәйне тантанаға. Илгиз Әхвәс улы белдереүенсә, киләсәктә районыбыҙҙа бындай бәхетле ғаиләләр һаны тағы ла артасаҡ.
Читайте нас: