Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Май 2019, 13:25

Ун ике бала ата-әсәле булды

Кисә Өфөгә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова килде. Ул “Беҙҙең өйҙөң йәме” проектында ҡатнаша.

Кисә Өфөгә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова килде. Ул “Беҙҙең өйҙөң йәме” проектында ҡатнаша.


Каринэ Хәбирова тәҡдим иткән проектты балалар табибы Леонид Рошаль, СССР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко һәм опера йырсылары, Башҡортостандың халыҡ артистары ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар, телевидение алып барыусыһы Инна Чурикова хуплап сыҡты. “Беҙҙең өйҙөң йәме” телевидение проектының идеяһы – балалар, сабыйҙар йорттарында тәрбиәләнгәндәрҙе яратҡан ата-әсәһен табыуҙа, ғаиләгә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү.


Әйткәндәй, Өфөләге сабыйҙар йортонан ике бала ата-әсәле булды. Бер туған ағай менән һеңле Пермь крайына юллана. Череневтар ғаиләһе уларҙы нәҡ ошо телевидение проектында күргән. Ғаиләнең сабыйҙарҙы уллыҡҡа алыу йәһәтенән тәжрибәһе бар, улар ике бала тәрбиәләй ҙә инде.


Әле “Беҙҙең өйҙөң йәме” проекты ярҙамында 12 бала ғаиләле булған. Дүрт ай эсендә 61 тапрышыу төшөрөлгән.


Фото: bash.news.ru
Читайте нас: