Ағымдағы йылдың тәүге кварталында Башҡортостанда бер йәшкә тиклемге 67 бала үлгән. Былтыр был күрһәткес 68-гә тиң булған.
Һаулыҡ һаулыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әйтеүенсә, төбәктә тыуым күрһәткесенең түбәнәйеүе дауам итә. Быйылғы өс айҙа 10 446 бала тыуған. Был һан былтырғы ошо уҡ осорҙағы күрһәткестән 1145-кә кәмерәк. Тыуым күрһәткесе иһә бер мең кешегә – 10, 5 (2018 йылдыҡынан 9,5 процентҡа аҙыраҡ).
“Үлем күрһәткесен түбәнәйтеү өсөн төрлө саралар комплексы үткәреү һөҙөмтәһендә ғинуар-март айҙарында, былтырғы менән сағыштырғанда, 156-ға күберәк ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалдыҡ. Был йәһәттән дөйөм күрһәткес – бер мең кешегә 12,9”, – ти ведомство етәксеһе.