Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Май 2019, 23:02

Балалар баҡсаһында урын булмаһа...

Балалар баҡсаһында урын етмәгән 1,5 – 3 йәшлек сабыйҙар өсөн ғаиләләргә сертификат бирелә башлаясаҡ.

Андрей Старостин фотоһы.
Андрей Старостин фотоһы.
Балалар баҡсаһында урын етмәгән 1,5 – 3 йәшлек сабыйҙар өсөн ғаиләләргә сертификат бирелә башлаясаҡ.
Уның хаҡы – ай һайын алтышар мең һум. Сара иң беренсе Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормошҡа ашырыла башлай. Был хаҡта Рәсәй Дәүләт Советының “социаль сәйәсәт” йүнәлеше буйынса эш төркөмө ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдерҙе.
“Был бурыс республика етәксеһе Радий Хәбиров тарафынан ҡуйылды, – тине ул. – Йүнәлештең кураторы – Мәғариф министрлығы. Сертификат сабыйына балалар баҡсаһында урын етмәгән өсөн ата-әсәгә муниципалитет тарафынан ай һайын түләнгән 2-2,5 мең һумды алмаштыра. Ул ошондай хәлдәге барлыҡ ғаиләләргә биреләсәк. Аҡса республика бюджетынан бүленә”.
Шарттарҙың береһе – әсәй кеше эшкә сығып, балаһы өсөн пособие алыу туҡтатылған булырға тейеш.
“Сертификаттарҙы 1 сентябрҙән бирә башларға планлаштырабыҙ. Стәрлетамаҡта пилот проекты уңышлы үтһә, киләһе йылда был алым тотош республикаға тараласаҡ”, – тине Ленара Иванова.
Читайте нас: