Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
16 Май 2019, 21:27

Һөйөү-наҙҙа үҫһен һәр бала

Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә “Тәрбиәгә бала алған ғаилә: хәстәрлек һәм һөйөү мөхите” тип аталған форум үтте.

Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Фото Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә “Тәрбиәгә бала алған ғаилә: хәстәрлек һәм һөйөү мөхите” тип аталған форум үтте.
Унда район хакимиәте, Опека һәм попечителлек бүлеге вәкилдәре, “Өмөт” тәрбиәгә бала алған ғаиләләр клубы ағзалары, балалар һ.б. ҡатнашты.


Сарала сығыш яһаусылар етемлектең сәбәптәрен тикшерҙе, атай-әсәйһеҙ ҡалған балалар, уларҙың яҙмышы, ғаиләгә алыныуы, дәүләт яғынан ниндәй социаль ярҙам күрһәтелеүе һ.б. хаҡында фекер алышты.


“Иң аяуһыҙы – социаль етемлек. Шуныһы айырыуса күңелде әрнетә: ҡасандыр үҙҙәре етем булған, эскән ата-әсәне күреп үҫкәндәрҙең бәғзеләре хәҙер инде үҙ балаларын ошондай хәлгә дусар итә. Ләкин, билдәле булыуынса, донъяла изге йөрәкле кешеләр ҙә юҡ түгел. Улар бер ниндәй икеләнеүһеҙ үҙ ғаиләһенә бала алырға йөрьәт итә. Был – ҙур батырлыҡ та, оло яуаплылыҡ та.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта был өлкәлә белем етешмәй, төрлө ҡанундар йәһәтенән дә ауырлыҡтар тыуа. Шуға ла киләсәктә социаль етемлеккә дусар булғандарҙы тәрбиәгә алырға теләк белдереүселәр, ошо иҫәптән балаларҙың туғандары (өләсәй-инәйҙәре, апай-ағайҙары һ.б.) барыһы ла был өлкәлә белемен камиллаштырырға тейеш”, – тине үҙ сығышында Опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Рәмис Әмиров.
Тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙә, сер түгел, төрлө ауырлыҡтар килеп сыға. Ундайҙарға күп осраҡта “Өмөт” клубы ярҙамға килә. Етәксеһе Рәмилә Шәрипова әйтеүенсә, бала өсөн иң яҡшы мөхит – ғаилә. Сабый тик унда ғына үҙен бар яҡлап кәрәкле икәнлеген аңлай, һөйөүгә, наҙға тулышып үҫә. Клуб ағзалары баланы тәрбиәгә алған парҙар менән даими бәйләнештә. Кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торалар.
Форумда ғаиләләр балаларҙы тәрбиәләү алымдары, “ят бауыр”ҙы нисек итеп үҙ итеүҙәре, аҙаҡ уларҙың атай-әсәй тиеүенән дә ҡәҙерлерәк һүҙ булмауы, “тапҡан түгел, баҡҡан әсәй” тигән мәҡәлдең шул тиклем дөрөҫ икәне һ.б. хаҡында һөйләне.


Фойела тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең ҡул эштәренән, әҙерләгән аш-һыуынан торған күргәҙмә урын алды.


Форум “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәк мөдире Зөлфиә Шарапованың сығышы менән тамамланды, резолюция ҡабул ителде. “Өмөт” клубы ағзаларының сағыу концерты сараны тағы ла байытып, уға йәм өҫтәп ебәрҙе.
Читайте нас: